6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

"Шифахана-2007" форумы Башҡортостанда үтәсәк
23.04.07


       Быйыл "Шифахана-2007" Бөтә Рәсәй форумы 15-18 майҙа Өфөлә үтәсәк. Унда илдең иң яҡшы санатор-курорт тармағы вәкилдәре йыйыласаҡ.
       Тыуған яғыбыҙ шифалы минераль һыуҙары һәм батҡаҡтары, ҡымыҙ һәм башҡорт балының тылсымлы үҙенсәлектәре, уңайлы
       климаты һәм хозур тәбиғәте менән элек-электән дан тота.
       Был уникаль шарттар Башҡортостандың санатор-курорт комплексын уңышлы үҫтереүгә булышлыҡ иткән дә. Бөгөн беҙҙә 200-ҙән ашыу рекреацион учреждение иҫәпләнә. Уларҙан
       иң популярҙары, әлбиттә, - республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле "Янғантау", "Красноусол", "Ассы" һәм "Йоматау" курорттары.
       Форум 15 майҙа сәғәт 10-да Нефтселәр мәҙәниәт һарайында
       асыласаҡконецформыначалоформы. Ҙур күргәҙмә әҙерләнә, экспо зициялар әҙер ҙә инде.
       Һаулыҡ индустрияһын камиллаштырыуға бөгөн етди иғтибар бирелә. Стратегик мөһим бурыстарҙың береһе булып демографик проблема тора. Уны хәл итеүгә Рәсәйҙең киләсәге
       бәйле. Шуға күрә лә быйылғы Башҡортостан форумы "Ҡатын- ҡыҙҙар һаулығы - Рәсәй именлеге нигеҙе" девизы аҫтында үтәсәк.
       "Шифахана-2007" сиктәрендә үтәсәк халыҡ-ара конгрестың
       ғилми программаһы ла ҡатын-ҡыҙҙар һаулығының актуаль проблемаларына арнала.
       Форум медицинаның төрлө тармаҡтары, санатор-курорт һәм сәләмәтләндереү учреждениелары, медпрепараттар һәм ҡорамалдар етештереүсе алдынғы фирмалар вәкилдәренең профессиональ аралашыуы өсөн киң мөмкинлектәр аса. Илебеҙ халҡының сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу бурыстарын тик шулай ғына һәр яҡлап хәл итергә мөмкин.
       Форумда яңылыҡтар ҙа байтаҡ буласаҡ. Беренсенән, форумды иң яҡшы ойоштороусыға йәки унда ҡатнашыусыға Башҡортостан башлығы Мортаза Рәхимовтың махсус призы - Президент кубогы тапшырыласаҡ. Икенсе яңылыҡ - "Янғантау" һәм "Красноусол" шифаханаларында күсмә ултырыш. Әлегә тиклем "Шифахана"ла ҡатнашыусылар, санаторий тураһында һөйләү һәм слайдтар күрһәтеү менән сикләнеп, тәбиғәткә сыҡмай торғайны. Урынға барып, коллегаларынан үҙ күҙҙәре менән күреп өйрәнеү күпкә отошлораҡ буласаҡ.
       Тағы ла бер ҡыҙыҡлы тәҡдим - конкурстарҙы концерт номерҙары менән оҙатыу. Бынан тыш, форумда ҡатнашыусыларҙы 16 майҙа Нефтселәр мәҙәниәт һарайында тағы бер ҙур концерт көтә. Концертта Башҡортостандың иң яҡшы вокаль-инструменталь һәм бейеү коллективтары ҡатнашасаҡ.
       Ә Өфө аэропортында һәм тимер юл вокзалында форум делегаттарын ҡурайсылар менән башҡорт һәм урыҫ милли кейемдәрендәге ҡыҙҙар ҡаршы аласаҡ. БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков әйтеүенсә, форумда ҡатнашыусылар
       өсөн ҡунаҡханаларҙа һәм санаторийҙарҙа 500-ҙән ашыу урын
       әҙерләнгән дә инде.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал