6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Ҡасан уйнап туйырбыҙ?
18.04.07


       Башҡортостанда уйын бизнесы тирәләй хәл ҡыҙғандан-ҡыҙа
       бара. Былтыр июндә республикала "Ҡомарлы уйындар ойоштороу һәм үткәреү буйынса эшмәкәрлекте дәүләт көйләүе
       һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закондар акттарына
       үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль законға ярашлы закон ҡабул ителгәйне. Республика законын уйын тәртипһеҙлегенә сик ҡуйырға теләгән Өфө властарының инициативаһы буйынса ҡабул иттеләр. Унда "һыңар ҡуллы бандиттарға" ҡарата ҡатыраҡ саралар күреү ҡаралған. Ғәмәлдәгеләре билдәләнгән талаптарға яуап бирергә тейеш, айырым алғанда, юридик шәхестең саф активтары уйын автоматтары залдарында һәм казинола ҡомарлы уйындар ойоштороусылар өсөн - кәмендә 600 миллион һум, букмекер контораларында һәм тотализаторҙарҙа кәмендә 100 миллион һум булырға тейеш. Уйын автоматының технологик һалынған уртаса отошо 90 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Залда ҡуйылған уйын автоматтарының иҫәбе 100 квадрат метр майҙанға кәмендә 50 булырға, ә казинола 800 квадрат метрлыҡ майҙанда кәмендә 10 уйын өҫтәле урынлаштырылырға тейеш.
       Шулай уҡ 2007 йылдың беренсе июленән бөтә ерҙә уйын йорттарын ябыу тураһында закон проекты эшкәртелгән, һәм ул Дәүләт Йыйылышына ҡарауға индереүгә әҙер. Был закон проектын тикшергәнгә тиклем уны хөкүмәт менән яраштырырға кәрәк. Әммә беренсе июль яҡынлашҡан һайын, был закон проекты тирәләй бәхәстәр ҡыҙа бара. Баҡһаң, әгәр
       был датаға Башҡортостанда уйын автоматтары залдары һәм казинолар ябылһа, ҡалған ярты йылда республика бюджеты һалымдар формаһында 300 миллион һум тирәһе аҡса алып еткермәйәсәк икән. Нимә эшләргә?
       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың һуңғы ултырышында был мәсьәләне Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин күтәрҙе.
       - Беҙ республика законын көскә үткәрҙек, - тине Наил Заки р
       улы, - үтеп киткәс, сикһеҙ шатланғайныҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа
       ҡаршы, әле булһа хөкүмәт менән уртаҡ фекергә килә алмайбыҙ. Хәҙер инде беҙгә ҡомар уйындар йорттарын ябыу тураһында закон проектын йомшартып, ҡайтанан ҡарарға тигән
       тәҡдимдәр килә. Башлап ҡала властары закон ҡабул итеү тураһында инициатива менән сыҡҡайны, ә бөгөн килеп Өфө ғәмәлдәге уйын йорттарының иҫәбен белмәй - милиция органдарында, улар 300, тип хәбәр итәләр, ҡала хакимиәте 36
       ти, ә ысынында иһә улар тағы ла күберәк. Мин көн һайын Беренсе Май урамында биш тыйылған уйын йортоноң эшләүен
       күрәм.
       Ҡотлогилдиндан һуң БР Хөкүмәтенең Дәүләт Йыйылышындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Рафаил Зиннуров һүҙ алды.
       - Ошо көндәрҙә беҙ Дәүләт Йыйылышына яуап әҙерләнек, - тине Рафаил Нариман улы. - Беҙ был мәсьәлә айҡанлы оҙаҡ кәңәшләштек. Уйын йорттарынан киләсәк һалымдар бюджетҡа
       һалынған да инде. Юбилей йылы, аҡса кәрәк, шуға күрә беҙ уйын автоматтары залдарын 2008 йылдың беренсе ғинуарынан
       ябырға, Өфөлә ике казино һәм алты букмекер контораһы ҡалдырырға ҡарар иттек.
       БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың быға яуабы ҡаты булды.
       - Мәскәү закон ҡабул иткән, беҙҙә закон ҡабул ителгән. Минеңсә, ябырға кәрәк. Прокуратура күп уйын йорттарының ҡағиҙәләрҙе боҙоп эшләүенә ҡарата берәй сараһын күрәме? -
       тип мөрәжәғәт итте Толкачев Ҡотлогилдинға. - Был процесты
       контролгә алыуҙы прокуратураға еткерергә кәрәк!
       Һөҙөмтәлә, яҡын арала комитет ултырышына ҡала вәкилдәрен саҡырып, унда нимә ҡиммәтерәк - уйын йорттарында адреналинға алмашҡа үҙ пенсияларын һәм эш хаҡтарын ҡалдырып киткән кешеләрме әллә бюджеттың төшөп
       ҡалған бер өлөшөмө - икәнлеген хәл итергә, тигән ҡарарға килделәр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал