6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Иван Еськиндың яҙмышы
09.04.07


       Иван Яковлевич Еськин Виктор Астафьев үҙенең "Ҡәһәрләнгән һәм үлтерелгән" ("Прокляты и убиты") тигән повесында яҙған совет һалдаттары иҫәбенә ҡарай. Сығышы менән ул Белореттан. Тере ҡалһа ла, ул юғары көстәр нәфрәтенән ҡасып ҡотола алмай.
       - Хәрби хеҙмәткә мине һуң саҡырҙылар, егерме икем тулып
       бара ине инде, - тип хәтерләй Иван Яковлевич. - Быға тиклем мин бер нисә тапҡыр повестка алһам да, врачтар рөхсәт итмәнеләр. Бишенсе класты бөткәс тә колхозда эшләй башланым. Ул замандарҙа, бигерәк тә ауылда, законды бик күҙәтеп бармайҙар ине. Мин ни ҡушһалар, шуны башҡарҙым. Бер ваҡыт артыҡ күтәргәнмендер инде, бүҫерем килеп сыҡты.
       Миңә ауыл фельдшеры операция яһаны, тик насар яһағандыр
       инде, күрәһең. Бер нисә айҙан һуң фермала ҡар таҙартып йөрөгәндә ҡапыл бөгөлөп төштөм. Мине Пермға алып киттеләр, унда икенсе тапҡырына тектеләр. Был юлы уңышлы булды, һуғыш башланыр алдынан мин балыҡсылар бригадаһында эшләп йөрөй инем. Ә был бик тупаҫ эш, сикһеҙ
       ҙур көс талап итә.
       1942 йылдың башында Иван башҡа яҡташтары менән бергә повестка ала һәм Пермь өлкәһенең ҙур булмаған район үҙәге
       Нытваға килә. Бында уны уҡыу пехота батальонына тәғәйенләйҙәр. Ундағы шарттарҙы Виктор Астафьев үҙ повесында бик дөрөҫ һүрәтләй. Шундай уҡ һыуыҡ, аслыҡ, яланғаслыҡ. Рядовой уҡсы Иван Еськин ошондай шарттарҙа дошман менән һуғышырға өйрәнә.
       1942 йылдың 2 февралендә уларҙы "башмаҡ" вагондарына тейәп оҙаталар. Оҙаҡ баралар, йыш ҡына ҡола яланда туҡтап торалар. Шулай, килеп етәләр. Ергә төшкәс, Иван был яҡтарҙа
       яҙ еҫе аңҡыуын күрә. Әйләнә-тирәгә күҙ һалып өлгөрмәйҙәр,
       ҡайҙандыр офицерҙар килеп сығып, ҡысҡырына башлайҙар: "Бәләкәй төркөмдәргә бүленегеҙ ҙә, тиҙ генә китә һалығыҙ!"
       Иван аптырап ҡала: ҡайҙа китергә, улар бит һуғышырға килгән? Әммә башҡаларҙың яҡындағы урманға ташланыуын күреп, ул да эйәрә. Уларҙың әле бер ниндәй ҙә ҡоралы ла булмай.
       Кисен уларҙы үҙе кеүек бисаралар менән бергә һаҡ аҫтында ҡайҙалыр алып китәләр. Баҡһаң, хәрби әсирҙәрҙе тәүҙә Белоруссияның Борисов ҡалаһына килтергәндәр икән. Шунда ғына Иван ҡайҙа эләккәнен аңлай. Меҫкендәрҙе күптән
       түгел совет ғәскәрҙәренеке булған элекке казармаларға урынлаштыралар. Шарттар ҡот осҡос була, ашатыуҙы әйтеп тораһы ла юҡ, тутлы һыу бирәләр. Тиҙҙән Еськин ҡорһаҡ тифы менән сирләп китә. Немецтар бындай әсирҙәрҙе дауалауҙы кәрәкле тип һанамай. Иван эттең бәләһе менән был ауырыуҙы еңеп сыға. Хәйер, алда нимә көткәнен белһә, йәшәргә тырышып та ятмаған булыр ине, бәлки.
       Борисовтан һуң лагерҙар буйлап гиҙеү башлана. Минскиҙа,
       Молодечнола була, бөтә Польшаны үтә. Бөтәһен дә йәйәү. Лагерҙар төрлө, әммә шарттар бер төрлө була. Ҡайҙа ла насар ашаталар, әммә яҡшы эшләүҙе талап итәләр.
       - Лагерҙарҙың береһендә бер ваҡыт ҡыуаныслы ваҡиға була
       - беҙҙең өҫтән совет самолеттары осоп үтә. Лагерҙар алыҫ түгел бер нисә бомба ташлайҙар. Немецтар башта албырғап ҡала, һуңынан баш өҫтөнән генә автоматтан ата башлайҙар, беҙҙең шатланғанды күргәндәрҙер инде, күрәһең, - тип хәтерләй Иван Яковлевич.
       1943 йылда Еськин булған лагерь тотҡондары поляк-немец
       сиге аша үтә. Был бөтә Германия аша оҙайлы йәйәү юлдың башы ғына була. Төньяҡ диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайыш яры буйында Вильгельмхафен ҡалаһында әсир Еськин ике йыл ғүмерен үткәрә. Улар юлдар төҙөй, утын әҙерләй, башҡа күп һанлы ауыр эштәрҙе башҡара. Унда мин ғүмерлеккә турнепс ашап туйҙым, тип хәтерләй Еськин.
       1945 йылдың яҙғы көндәренең береһендә хәрби әсирҙәрҙе
       диңгеҙ ярына килтерәләр. Унда пирс эргәһендә ҙур карап тора. Тотҡондарҙы тар ғына трап буйынса судноға индерәләр.
       Бында теше-тырнағына тиклем ҡоралланған һаҡсылар күп була. Иван борт артына күҙ һалһа, миналар теҙелеп тороуын күрә. Төндә ҡайһы бер әсирҙәр, ҡасырға маташып, караптан һикереп төшә һәм минаға эләгеп һәләк була.
       Карапта улар бер нисә көн була. Немецтарҙың ни өсөндөр хафаланыуы күренеп тора. Ә бер көн һаҡсылар патрон менән
       сумкаларын сисеп, диңгеҙгә ташлай башлайҙар. Әсирҙәр аптырап ҡарап тора. Бер аҙҙан трап эргәһенә еңел машина килеп туҡтай. Унан таныш түгел формала һалдаттар килеп сыға һәм үҙҙәрен карапҡа үткәреүҙәрен талап итә. Һаҡсылар
       бер һүҙһеҙ буйһона. Килеүселәр немецтарҙы ҡоралһыҙландырып, уларҙың автоматтарын һыуға ташлай. Һуңынан уларҙы ҡайҙалыр һаҡ аҫтында оҙаталар.
       - Былар американдар булған икән, улар беҙҙе караптан сығара башланы, - тип һөйләй Иван Яковлевич. - Ҡайһы бер ҡыҙыу баштар шунда уҡ яҡындағы ҡалаға юлланды һәм шунан
       әйләнеп ҡайтманы. Бахырҙар әле һуғыш барыуын, ә унда немецтар йәшәүен аңламағандар, күрәһең. Тиҙҙән ҙур армия
       машиналары килеп туҡтаны, һәм американдар беҙҙе Эльбаға
       тиклем килтерҙе, унда совет ғәскәрҙәре вәкилдәренә тапшырҙылар. Һуңынан тағы бөтә Германия буйлап йәйәү илле
       көнлөк юл. Ахыр килеп, Брест-Литовскийға килеп еткәс, эшелондарға тейәп, СССР-ға алып киттеләр. Беҙҙең эшелон Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендәге Запрудовка станцияһына килеп туҡтаны. Шулай итеп, 1945 йылдың йәйендә Белорет ҡалаһына килеп еттем.
       Ҡала кисәге әсирҙәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. Уларҙы барактарға урынлаштыралар, һәм ҡорос сым заводына эщкә ебәрәләр. Иван Еськинды өсөнсө цехҡа тәғәйенләйҙәр, һәм ул утыҙ йылға яҡын ошонда канатсы булып эшләй.
       - Аҙаҡ бер ергә лә саҡыртманылармы?
       - Бер йыл тирәһе төнөн НКВД бүлексәһенә саҡыртып алып
       китә торғайнылар, ул хәҙерге Маркс урамында ине. Һуңынан туҡтанылар, бер ниндәй ҙә яза бирмәнеләр. Дөрөҫ, һәр ваҡыт
       нормамды арттырып үтәһәм дә, тәртипле булһам да, ни өсөндөр наградалар мине урап үтте, - ти аптыраған кеүегерәк
       Иван Яковлевич.
       Канатсы булып эшләгәндә күҙен имгәндереп, Еськин тағы ун ете йыл ведомствонан тыш һаҡта хеҙмәт итә. Шулай итеп, уның хеҙмәт стажы ярты быуатҡа яҡын. Был йылдар эсендә ул
       ғаилә ҡора, ике бала үҫтерә, хәҙер инде бер нисә ейәне һәм
       бүләләре бар. Бөгөн һикһән ете йәшлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Иван Яковлевич Еськин ғүмеренең күп ваҡытын өйөндә үткәрә - аяҡтары һыҙлай, күҙе лә насар
       күрә. Хушлашҡанда мин унан, "сит ерҙәрҙә үткәргән йылдарың йыш төшөңә инәме?" тип һораным.
       - Бер ваҡытта ла, - тип яуап бирҙе ул. - Ә бына канатты й ыш
       күрәм. Һаман да тыуған заводыма планын үтәргә ярҙам итәм.

Александр Урцев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал