6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Акциялар һәм форумдар

Подполковник Шматкиндың эшен "Справедливая Россия" күтәреп сыҡты
28.03.07


       Рәсәй һәм сит ил хоҡуҡ яҡлаусыларының, беҙҙең илдә демократия тулыһынса урынлаштырылған тип әйтеп булмай әле, тип ғәйеп ташлауҙары бөтөнләй нигеҙһеҙ. Кисә, мәҫәлән, республика баш ҡалаһында Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы бинаһы эргәһендә Рәсәй армияһының хәрби офицеры Иван Шматкинды яҡлап митинг үткәрелде.
       Армия хоҡуҡ тәртибен һаҡлау цитаделе митингыға сығыусыларҙы пәрҙә аша ғына күҙәтте, ә урамда "Офицерға намыҫлы исемен ҡайтарығыҙ", "Хәрби прокуратурала бизнесмендарға урын булырға тейеш түгел", "Офицер намыҫы
       һатылмай" кеүек лозунгыларҙы өҙөп-өҙөп ҡысҡырҙылар. Митингыны "Справедливая Россия: Родина. Пенсионеры. Жизнь" партияһы ойошторҙо.
       "Справедливая Россия" партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Александр Сидякин Иван Шматкиндың енәйәт эше нисек барлыҡҡа килеүен иҫкәртте.
       Уның һөйләүенсә, 2001 йылдың декабрендә 6520-се хәрби
       часть штабы начальнигы подполковник Иван Шматкин часть
       территорияһынан үткәндә мунса бинаһы эргәһендә граждандар номеры менән автомобилдәр тороуын күреп ҡала. Шматкин часть территорияһына кемдәр инеүен асыҡларға ҡарар итә, сөнки режим объектына сит кешеләр үтеү тыйылған. Мунсаға барып ингәс, ул "күңел асыусы" бер
       төркөм ирҙәрҙе күрә. Һуңынан был ирҙәр араһында юғары вазифалы офицерҙар һәм коммерсанттар булыуы асыҡлана. Үҙ хеҙмәт бурысын үтәп, Шматкин үҙенә ышанып тапшырылған режим объектынан иҫерек компанияны ҡыуып
       сығарырға маташа. Әрләшеү һуғышыуға барып етә. Шау- шыуҙы ишетеп, мунсаға урамда ҡалған полк командиры ярҙамсыһы килеп инә. Ул мунса пары яратыусы иҫеректәрҙе
       тынысландырырға ярҙам итә, һәм уларҙы Ленин районы эске эштәр бүлеге милиционерҙарына тапшыралар. Әммә хәрби прокуратураға тапшырылған тәртип боҙоусыларға ҡарата төҙөлгән дело "мөғжизә" менән үҙгәртелә. Тәртип боҙоусылар - зыян күреүселәргә, ә уяулыҡ күрһәткән офицер
       енәйәтсегә әйләнә. Һөҙөмтәлә Иван Шматкин вазифа хоҡуғын арттырыуҙа ғәйепләнә һәм йыл ярым колонияла ултырып сыға.
       Александр Сидякин хәбәр итеүенсә, "эсерҙар" юристары офицерҙың мәнфәғәтен судта яҡларға әҙер, шулай уҡ Иван Шматкинға хөкөм ҡарарын ҡайтанан ҡарау маҡсатында надзор ялыуы әҙерләгәндәр.
       Шматкин үҙе уның яҙмышына вайымһыҙ ҡарамаған көстәр булыуын хәбәр итте, айырым алғанда, "Справедливая Россия" партияһына яҡлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
       - Мин хәрби прокуратураға ҙур ихтирам менән ҡарайым, - тине ул, - әммә унда офицер булырға лайыҡлы булмаған айырым кешеләр бар. Прокуратура яғынан ташлама яһау тураһында һүҙ бармай, мәсьәлә юридик йүнәлешкә - хөкөм
       ҡарарын кире ҡағыуға килеп терәлә. Республикала был эш буйынса алға китеш юҡ, моғайын, булмаҫтыр ҙа. Шуға күрә Мәскәүгә надзор ялыуы ебәрелде.
       "Справедливая Россия" партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе, акция - Шматкиндың эшен яңынан ҡарауға ғына түгел,
       ғөмүмән, армиялағы проблемаларға иғтибарҙы йәлеп итеү ул,
       тип белдерҙе.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал