6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Хореография

Ансамблгә уңыш һәм танылыу юлдаш
08.02.07


       Халыҡ бейеүҙәре - унда халыҡ күңеле тулыһ ынса асыла. Әммә башҡасараҡ, йырға ҡарағанда. Бей еү, көҙгө кеүек, кешенең матурлыҡ, мөхәббәт һәм бурыс тураһындағы төшөнсәһен сағылдыра, уның
       темпераментын, тәбиғәтен, ғәҙәтен һәм хатта
       юмор
       һәләтен аса. Бейеү традициялар һаҡлай, үткәндәрҙе хәтерләй. Халыҡ бейеүҙәре нигеҙен дә яңы бейеү булдырыу - бөйөк сәнғәт, бындай һә ләт
       һәр кемгә лә бирелмәй. Ҙур театр мәктәбендә
       тәрбиәләнгән Фәйзи Ғәскәров 1939 йылда профессиональ бейеү фольклор коллективы булд ыра.
       Аҙаҡ был коллектив Башҡортостандың "визит карточкаһы"на әйләнә.
       Ғәскәров үҙе утыҙ йылдан ашыу уға етәкселек
       итә.
       Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт
       академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәйҙең иң көслө өс хореография коллективына инә. Уның бар
       башланғыстарына ла уңыш һәм танылыу юлдаш. Ил буйынса уҙған гастролдәр быны иҫбатлай. Турне Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы - мөһим да та
       сиктәрендә ойошторолдо. Коллектив башҡарған
       һәр бейеү алҡыштарға күмелде, донъя халыҡтары бейеүҙәре тамашасылар күңеленә хуш килде.
       Коллектив директоры Рәфис Хәлимовҡа рәхмәт
       һүҙҙәре белдерелде. Педагог-репетиторҙар, Башҡортостандың халыҡ артистары һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Гүзәл Абсатарова һәм Рим Әбделмәнов, ҡуйыусы-балетмейстрҙар, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Зөбәйҙулл ин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкә ре Хәшим Мостаев эштәре билдәләнде.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, ансамбль оҫталығы
       юғары баһаланды. Ошо көндәрҙә Фәйзи Ғәскәро в
       исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бе йеүҙәре ансамбленең сығышы Һарытау һәм Һамар ҙа үтте. Коллектив 8 февралдә Ырымбур яҡтарын ҡыуандырмаҡсы. Ансамблдең Орск ҡалаһында ла гастролдәре үтәсәк.
       Фәйзи Ғәскәров ижад иткән "Заһиҙә", "Зариф а", "Гөлнәзирә", "Ете ҡыҙ" бейеүе, ғәйрәтле һәм һуғышсан "Байыҡ" бейеүе ансамбль репертуарын ан төшмәй.
       Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәрҙә еңеү яуланы, алтын
       һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. Коллектив Вьетнам, Һин достан,
       Пакистан, Марокко, АҠШ, Канада, Франция, Ис пания, Австрия, Бельгия, Бөйөк Британия, Швейцария, Никарагуа, Гватемала һәм башҡа илдәр тамашас ылары
       алдында сығыш яһаны.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал