6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Запаста бер йыл, палата гөрләй
24.01.07


       Кремлдең Георгиев залында Владимир Путин ҡатнашлығында Рәсәйҙә халыҡ араһынан сыҡҡан яңы йәмәғәт органы барлыҡҡа килеүенә теүәл бер йыл булды. РФ Йәмәғәт палатаһының тәүге пленар ултырышын палаталағы берҙән - бер Башҡортостан вәкиле Әмирхан Сәмерханов бөгөнгөләй хәтерләй. Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ул Йәмәғәт палатаһының быйылғы йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйл әне.
       Палатаға формалашырға мөмкинселек биргән федераль закондың барлыҡҡа килеүенә ике йылдан ашыу ваҡыт уҙыуын билдәләргә кәрәк. Йәмәғәт палатаһының бөгөнгө ағзаларының вәкәләттәре шулай уҡ бер йылдан тамамлана, әммә Әмирхан Сәмерханов коллегаларына ҡарап һоҡланыуҙан туҡтамай, уларҙы "илдең иң яҡшы кешеләре" тип атай.
       - Йәмәғәт палатаһы ағзалары - һайланып алынған граждандар . Төп докладтар үҙҙәренең сифаты менән хайран ҡалдыра, докладсылар иҫ киткес тәрән анализ яһай, - үҙ һүҙҙәрен иҫбат лап Әмирхан Сәмерханов палатаның демографик проблемаларҙы тикшереүе хаҡында һөйләй. - Бына демография буйынса шундай д әлилдәр килтерелде - ҡот осҡос! Ысынбарлыҡта илебеҙҙә йәшәүсе халыҡ һаны кәмей. һәм доктор Рошаль үҙ сығышында бишенсе милли проект итеп үлем - китемгә ҡаршы көрәш асырға тәҡдим итте!
       Йәмәғәт палатаһының 2006 йылға эш йомғаҡтары түбәндәгесә:
       палатаға һәм уның төрлө комиссияларына граждандарҙан һәм
       йәмәғәт ойошмаларынан 30 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән. Шул и ҫәптән - бына ул заманса технологиялар көсө! - дүрт меңгә яҡ ын кеше Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының сайты аша мөрәжәғәт иткән. Һәм һәр ултырышта палата комиссияларындағы һәр кем кешеләрҙең проблемаларын үҙ йөрәге аша үткәрә, ти Әмирхан Сәмерханов.
       - Ғаиләнең, туғандарының иғтибары юҡ икән, бер ниндәй тәрбиә тураһында һүҙ ҙә йөрөтөү мөмкин булмауын беләһегеҙ. Балалар баҡсаһына эләгеү өсөн һыу буйы сират тора - сөнки 90 - сы йылдар башында улар юҡ ҡына хаҡҡа һатып ебәрелде. Бөгөн беҙҙең балаларға барырға урын да юҡ. Ә балалар өсөн лагерҙар Мин һәр ваҡыт ошо темаға сығыш яһайым - Башҡортостанда был система һаҡлана, һәм беҙ илдә иң яҡшылары. Әммә тик беҙ бит яңыны төҙөмәйбеҙ, әле 30 - сы йылдарҙа уҡ төҙөлгән иҫке нигеҙҙә йәшәүҙе дауам итәбеҙ.
       Палатаның үткән йылдағы иң билдәле инициативалары араһында
       кеше хоҡуғын яҡлау өлкәһен билдәләргә мөмкин. Йәмәғәт палатаһы ағзалары "бабайлыҡтан" зыян күргән рядовой Андрей
       Сычевтың эшенә йәмәғәт иғтибарын йәлеп иткән. Алтай крайы губернаторы Михаил Евдокимовтың һәләк булыуына килтергән юл - транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнеүсе водитель Олег Щербинскийҙың суд эшен ҡабаттан тикшереү эшенә ҡушылған. Үткән июнь айында Йәмәғәт палатаһы ағзалары баш ҡаланың Көньяҡ Бутово биҫтәһендә халыҡты мәжбүри күсереүгә бәйле конфликтты хәл итеүҙә ҡатнашҡан. Көҙөн уларға өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә зыян күргән соинвесторҙарҙың
       проблемаларын хәл итеү буйынса эшләргә тура килгән. Тағы ла
       Йәмәғәт палатаһында "Әгәр һеҙҙән ришүәт талап итһәләр" памяткаһы әҙерләнгән.
       - Бөгөн Йәмәғәт палатаһы хәл итеү менән шөғөлләнгән бәләл әр менән күп кеше мөрәжәғәт итә. Торлаҡ мәсьәләһе йәки йәйге
       ялға бәйле, мәҫәлән, - тип уртаҡлаша Әмирхан Сәмерханов. - Әммә Йәмәғәт палатаһының ике төп миссияһы бар - "халыҡ тауышы булыу", йәғни власть алдында халыҡ мәнфәғәттәре менән сығыш яһау. Һәм иң мөһиме - закон проекттарына йәмәғәт
       экспертизаһы үткәреү. Бер йыл эсендә палата 18 закон проектына экспертиза үткәрҙе, бөгөнгө ҡануниәтте йәки закон
       проекттарын үҙгәртеү буйынса утыҙҙан ашыу рекомендация һәм тәҡдимдәр әҙерләнгән.
       Бик тынғыһыҙ кеше Әмирхан Сәмерханов Йәмәғәт палатаһы сиктәренән тыш республиканың Профсоюздар федерацияһын етәкләй, һәм үҙенең ташып торған энергияһы менән әлегә Рәсәй
       Федерацияһында ла булмағанды эшләргә өлгөрҙө - РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы эргәһендә эшсе совет төҙөнө. Өфөлә уның ҡабул итеү бүлмәһе эшләй ( йылына 280 - дән ашыу мөрәжәғәт),
       аҙнаһына ике тапҡыр бушлай юридик консультациялар бирелә.
       - Профсоюз лидеры булараҡ ҡайҙа ғына барһам да, беренсе сиратта Йәмәғәт палатаһы тураһында һөйләйем. Аҙна һайын 5 - 10 кеше миңә нәҡ уның вәкиле булараҡ мөрәжәғәт итә, - тип һөйләй Әмирхан Сәмерханов. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә төбәк Й әмәғәт палатаһы юҡ, һәм мин быны кире күренеш, тип һанайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал