6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Ҡәләм оҫталары араһында ла әүермәндәр бар
05.02.04


       Үткән Башҡортостан Президенты һайлауҙары менән бәйле мәғл үмәт һуғышы тамамланған кеүек булһа ла, уларҙың ҡалдығы ҡайһ ы ваҡыт илебеҙҙең мәғлүмәт киңлегендә бысраҡ тап булып күҙ гә салына. Бер ниндәй ҡағиҙәләргә буйһонмайынса, һайлау уйын ы менән шөғөлләнеп тә еңеүгә ирешә алмаған эшҡыуарҙар бының менән һуңғы һүҙҙе булһа ла үҙҙәре әйтергә самалай, күрәһең. "Совершено секретно" гәзитенең ғинуар айында Иосиф Гальперин
       ҡултамғаһы аҫтында баҫылған "Кремлдең яратҡан ханы" тигән м әҡәләһе лә ошо турала һөйләй.
       Ҡайҙан килә был тиклем негатив Психологтар был хәлде ҡа йһы берәүҙәр башҡалала урынлашыр һәм яңы өлкәлә ҡабул ителер
       өсөн иҫке бәйләнештәренән киҫкен формала баш тарталар тип а ңлата. Шуға күрә, уларҙың фекере буйынса, ҡасандыр үҙҙәре йә шәгән провинция тормошо менән бәйле бар нәмә бурлыҡ һәм эске селеккә барып тоташа, ә инде ысын цивилизация һәм йәшәүҙең ю ғары кимәле - башҡалала тип һанала.
       Күңелде ҡырыусы тағы бер нимә тураһында өндәшмәй булмай. Йәл, әлбиттә, әммә алдаҡ баҫмалар бөгөнгө көндә ҡыйбат тора . Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың бай өлөшөн хеҙмәтләндереүс н журналистар барлыҡҡа килеүен инҡар итеп булмай. Шуға күрәл ер ҙә Гальпериндың ниндәй генә материалын асып ҡарама, беҙҙе ң республикала барыһы ла "насар".
       Гальпериндың элекке һәм бөгөнгө баҫмаларын сағыштырып ҡа рап, уның факт эҙләп артыҡ йонсомағанын аңлайһың. Авторҙың я ҙмалары бер - береһен ҡабатлай тиһәм дә яңылышмам, моғайын. Бына бер миҫал: ике йыл элек яҙылған опустарҙың береһе. "Тыу ған яғыма сәфәр миңә Испанияның көнъяғына барыу менән бер үк
       хаҡҡа төштө. "Аэрофлот" Өфөгә һәм кире юл өсөн 150 доллар алды. Элекке Иҫке Өфөләге "Президент - отель"дә иң арзан ном ер - 1900 һум ( тигеҙ иҫәп өсөн тағы йөҙ һумды өҫтәргә отелд ә аңҡыған бәҙрәф еҫе ҡамасаулағандыр, моғайын). Үҙәк ҡунаҡха наларҙа тағы ла ҡыйбатыраҡ.
       Тротуарҙарҙа йөрөү мөмкин түгел, тайғаҡ. Барлыҡ үҙәк урам дарға ла плитка түшәлгән. Сығыу урыны урамға ҡараған барлыҡ контораларҙы плиткалар һатып алып алып түшәргә мәжбүр иткәнд әр. Ә ҡышын урам һепереүселәр уларҙы лом менән вата".
       Республикала һирәк - һаяҡ булып, шул арала төрлө ғәйбәт йыйып, үҙенсә һығымталар яһаған Гальперин әфәнде үҙ "ижадын"
       Мәскәү баҫмаларында сығара. Уның яҙмалары буйынса Башҡортос тан - милләтселек, мосолман экстремизмы, коррупция сәскә атҡ ан һағыҙаҡ ояһы. Республика иҡтисады айырым төркөм файҙаһына
       ғына эшләй.
       Гальперин әфәнде килтергән һандарға ғына күҙ һалайыҡ. "Х алыҡтың 30 проценты эшһеҙлектән йонсой, - тип күҙ ҙә йоммай алдай ул, - һәм был хәл ҡасандыр кадрҙар әҙерләү буйынса юға ры кимәлдә һаналған республикала". Статистика буйынса 2004 й ылдың ғинуарында республикала эшһеҙлек 1,4 процент тәшкил ит те. Бындай яңылышыуҙар мәҡәләлә бик күп, был аңлашыла ла, Га льперин әфәнде математик түгел бит, ә журналист.
       Һуңғы йылда Иосиф Гальперин "Сергей Веремеенконы башҡорт
       тәхетенә ултыртыу"ға бар көсөн һалды. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡар шы, ҡайҙа ҡарама әүермәндәр етерлек: әүермән - сәйәсмәндәр, погонлы әүермәндәр, аҡ халатта... һәм ҡәләм оҫтаһы әүермәндә р. Тик ваҡыт бер ваҡыт килеп барыһын да үҙ урынына ҡуясаҡ һә м әүермәндәр юҡҡа сығасаҡ тип ышанғы килә.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал