6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Бер спектаклдең ике варианты
22.01.07


       "Салауат Юлаевтың" "Северсталь" командаһын еңеүе килешеү буйынса булдымы Был һорауға бер төрлө генә итеп яуап биреүе
       ҡыйын. Дәлилләүҙәр табыу мөмкин түгел, иҫбатлауһыҙ ғәйепләү
       ҙә ярамай - үҙеңә зыяны тейеүе бар. Бына мин бер вариант урынына икене яҙырға булдым да инде. Ҡабатлап әйтәм, бер нимә лә раҫламайым, ике фрагмент та уйлап сығарылған. Тәүгеһ е - осрашыуҙың килешеү буйынса уҙғарылған матч булыуын һүрәтләй, икенсеһендә мин стадионда һәм телевизор алдында
       шау - гөр килгән көйәрмәндәр кеүек үк артыҡ бер нимә лә күрмәгән ғәҙәти тамашасы.
       Беренсе өлөш
       Күптән түгел "Северсталдең" "Салауат Юлаевты" ышаныслы еңеүен өфөлөләрҙең кризис хәле дауам итеүе һәм боҙ хужаларының сағыу уйыны менән аңлатырға була. Әммә түбәндәге ҡыҙыҡлы фактты билдәләүселәр ҙә осрай: алыҫ Хабаровск ҡалаһына осмаҫ өсөн "юлаевсыларға" ул матчта еңелергә, ә "Северсталгә" шул уҡ маҡсатҡа ирешеү өсөн еңергә
       кәрәк ине. Һөҙөмтәлә башҡорт клубы һаҡсылары 2:5 иҫәбе менә н артҡа сигенде.
       Өфөлә иһә "Северсталь" алған бурысын кире ҡайтарырға тейеш булды - 18 ғинуарҙа үткән матч был йәһәттән күп нимә тураһында һөйләй.
       Ҡайһы бер букмекерҙар "Салауат Юлаев" һәм "Северсталь"
       матчына бөтөнләй ставка ҡабул итмәне. Һуңыраҡ барлыҡҡа килгән ставка бер аҙ аптыратты: "Салауат Юлаев" еңеүенә 1.15 (йәки 1.12), "Северсталгә - "туғыҙ" ҡуйылған. Әйтерһең дә ма тч һөҙөмтәһе хәл ителгән, ә өфөлөләр бер нисә көн элек кенә башҡорт клубын тар - мар иткән клубтан бер нисә тапҡыр көслөрәк. "Салауат Юлаев" кризиста һәм өйҙә бик уңышһыҙ уйнай ( һуңғы тапҡыр 6 декабрҙә "Тракторҙы" еңде) - һәм нисе к итеп ике лә уйламайынса еңеүҙе уға бирергә мөмкин Быға букмекерҙарҙың батырсылығы еткәс, тимәк улар өфөлөләр мотлаҡ еңәсәк тигән мәғлүмәткә эйә.
       Матч башлана. "Северсталь" ҡапҡаһын икенсе ҡапҡасы Илдар Мөхәмәтов һаҡлай. Өфөлөлөр беренсе звенола йәш Александр Логиновты сығара.
       "Северсталь" боҙ буйлап бик аҡрын хәрәкәт итә. Ҡунаҡтар
       белгәнен дә онотоп бөткән кеүек. Бардин менән Гулявцевтың был тиклем насар уйнауын тәүгә күрәм. Ә Трубачев ҡайҙа булға н Ни өсөн пастары аңлашылмай Һәм ни өсөн яҙа ырғытыусы күҙҙәрен күккә күтәреп тиргәнмәй, ә йылмайып ҡына ҡуя
       Башта көрәштең еҫе лә сыҡмай - иптәштәрсә һәм ике яҡлы матчтарҙа ла ул байтаҡҡа күберәк. Һуңынан хәл бер аҙ яйланды һымаҡ, шулай ҙа уйынсыларҙың бер - береһен ҡурсалап
       ҡына уйнауы һиҙелә. Тик Беляев ҡына осраҡлы рәүештә ҡунаҡтарҙың береһенең танауын емерҙе. Бер ҡасан да уның был тиклем ысын күңелдән ғәфү үтенгәнен күргәнем юҡ инем (фотола ). Ғәфү итегеҙ, йәнәһе, мауығып киткәнмен.
       Ике команданың да һаҡсылар теләмәйенсә генә уйнай, шайба аҫтына ташланмай, "пятакта" уйынсыларҙың бер үҙҙәрен ҡалдыра. Өфө форвардтары ҡаршы яҡ уйынсыларын еңел генә
       урап үтә, гол өсөн уңайлы мәлдәр булдыра, әммә оҫталыҡтары етеңкерәмәй шул. Алдағы "ысын" уйындарҙа нимә күрербеҙ икән
       Бик күптән гол индермәгән Сидякин был юлы шайбаны ҡапҡаға
       уйнап ҡына индерә. Аҙсылыҡта уйнаусы "юлаевсылар" өсәүләп алға - шайба индерергә һәм шәхси статистикаһын төҙәтергә саб а. Бындай уйынға шаһит булырға тура килгәне юҡ ине әле.
       Ҡайһы бер голдарға көйәрмәндәрҙең бик ныҡ шатланыуы күренә, ә бына уйынсылар артыҡ ҡыуанмай булһа кәрәк.
       Үткәрелгән шайбалар өсөн бик ныҡ көйөнөү ҙә һиҙелмәй.
       Коваленко бигерәк тыйнаҡланған. Уға нимә булған Судья ҡабатлап тикшергәндән һуң "Северсталь" ҡапҡаһына дүртенсе голды иҫәпләгәс тә бәхәсләшмәне.
       Матч аҙағында бер шайбаға артта ҡалған "Северсталь" бик һүлпән һәм аҙ һөжүм итә.
       Үҙәк гәзиттәрҙең береһе рамка эсенә алынған статистика менән генә сикләнеп, матч тураһында отчет яҙманы. Тотализаторҙа уйнап "теше төшкән" бер танышым матчтан һуң былай тине:
       - Бындай асыҡтан - асыҡ "килешеүҙе" күргән юҡ ине.
       Матбуғат конференцияһы. "Северсталдең" өлкән тренеры Андрей Пятановҡа һорау бирәм.
       - Андрей Константинович, "Салауат Юлаев" менән үткән матч та "Северсталь" бик сағыу уйын күрһәткәйне. Бөгөн иһә ул юҡ. Өҫтәүенә әле матч алдынан уҡ букмекерҙар һеҙҙең еңеүгә
       ышанмауын белдерҙе, әйтерһең дә һеҙ - Ҡаҙағстандың йыйылма командаһы, ә "Салауат Юлаев" - Канада. Был күренеш һеҙҙе үпкәләтмәйме
       - Беләһегеҙме, мин букмекер уйындарын уйнамайым, һеҙ унда
       нимә уҡығанһығыҙҙыр, белмәйем. Өйҙә яҡшы уйнауға килгәндә, үҙ йортоңда стеналар ҙа ярҙам итә. Беҙ "ЦСКА" ға ҡаршы бик ауыр уйын үткәрҙек, 1:0 иҫәбе менән алда барып, аҙаҡҡа табан
       психологик йәһәттән еңелә яҙҙыҡ. Физик яҡтан түҙергә була, психология яғынан- ауырыраҡ. Шуға күрә беҙҙең артабанғы уйындарыбыҙ ҙа еңелдән түгел, ҡайһы берәүҙәргә физик хәл - торошо бөгөн дә уйнарға мөмкинселек бирмәне.
       Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусыларҙы тыңлауы бик ҡыҙыҡлы. Эске эштәр министрлығы һәм Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте килешелгән матч факттарын асыҡлау, уға ҡатнашлығы булғандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм асылған эштәрҙе матбуғатта баҫтырыу өсөн командаларҙың тренерҙары һәм менеджментын күҙәтеү аҫтында тоторға тейеш, тип иҫәпләйем.
       Халыҡ спорт тамашаһы өсөн аҡса түләй, һәм уның урынына насар ҡуйылған спектакль ҡарарға бурыслы түгел.
       Икенсе өлөш: "Северсталь" хоккей уйнай белмәй
       Бына һиңә мә - хоккейға ҡурҡа - ҡурҡа ғына барҙым, сиратт ағы еңелеү кисерербеҙ, тип уйлаһам, баҡһаң, "Северсталь" хок кей уйнауҙың нимә икәнлеген онотҡан икән! Өфөләр йүнле уйнаманы,
       әммә ҡаршы уйнаусы команда тағы ла түбәнерәк кимәл күрһәтте . Әгәр артабан да шулай уҡ дауам итһә, "Северсталде" турнир таблицаһында аҫҡа тәгәрәү көтә.
       Хәйер, ниңә мин өфөлөләр насар уйнаны тип хәл иттем әле Голдар - иҫең китеп ҡарап торорлоҡ. Хәүефле мәлдәр - етерлек . Күп кенә көйәрмәндәр килешеү матчы ихтималлығы тураһында белдерә, әммә быға "Салауат Юлаев" форварды Андрей Сидякиндың һүҙҙәренә ҡарағанда:
       - Килешеү буйынса уйнау - туҙға яҙмаған хәбәр. Минең дә б ыл турала ишеткәнем бар, әммә беҙ уның менән шөғөлләнмәйбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал