6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Аҡса банкыламы Юҡ, сәңгелдәктә!
17.01.07


       Оҙаҡҡа һуҙылған яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш көнөнд ә үк Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә пособие түләү, был түләүҙәрҙе финанс менән тәьмин
       итеү, РФ төбәктәренә тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә тәрбиә өсөн түләү йәһәтенән ярҙам күрһәтеү тәртибен билдәләүсе хөкүмәт ҡарарҙары пакетын баҫтырып сығарҙы.
       Социаль страховка фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән йылда Башҡортостанда 41 457 бала донъяға килгән, уларҙың 260 - ы икешәр һәм өс өсәр игеҙ әк.Быйыл үҙ көсөнә ингән әсәлек капиталы тураһындағы закон тыуымды арттырыр һәм был һан тағы ла артыр, тип ышанабыҙ.
       Бөгөнгө көнгә дәүләт ярҙамы түбәндәге пособие төрҙәрен үҙ
       эсенә ала: йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһында йөклөлөктөң тәүге сроктарында иҫәпкә торған ҡатын - ҡыҙҙарға бирелгән пособие, бала тыуған да бер тапҡыр бирелә торған пособие (эшләмәгән ҡатын - ҡыҙҙа рға түләүҙе лә иҫәпкә алып), баланы ғаиләгә тәрбиәгә тапшырғ анда бирелә торған пособие һәм баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау осоронда ай һайын түләнгән пособие.
       Бынан тыш, яңы ҡағиҙәләр буйынса, даими рәүештә Рәсәй территорияһында йәшәүсе (йәки йәшәүсе һәм рәсми рәүештә
       эшләүсе, йәғни уларҙы эш менән тәьмин итеүсе Социаль страховкалау фондына улар өсөн взнос күсергән осраҡта) сит и л кешеләре һәм гражданлыҡтары булмағандар, улар иҫәбендә ҡасаҡтар ҙа, балалар пособиеһы алыуға иҫәп тота ала.
       Тағы ике яҡшы яңылыҡ: Рәсәйҙә балалар өсөн пособие күләме
       һиҙелерлек артты, һәм уларҙы хәҙер эшләүсе генә түгел, бер урында ла эшләмәгән ҡатын - ҡыҙҙар ҙа ала башлаясаҡ. Мәҫәлән , бәләкәй балалы ғаиләгә сабый йәш ярымға еткәнсе түләнгән
       пособие элекке 700 һумдан 1500 һумға ( беренсе бала өсөн) һ әм унан һуң тыуған балалар өсөн 3000 һумға тиклем күтәрелде.
       Алда һаналған суммалар - бала ҡарау буйынса пособиеның һуңғы сиге түгел. 2007 йылдың ғинуарынан башлап бер ҡайҙа ла
       эшләмәгән ҡатын - ҡыҙҙар кәм тигәндә 1500 - 3000 һум ала
       башлаясаҡ. Эшләүсе ҡатын - ҡыҙҙар өсөн пособие эш хаҡы күләменә өҫтәлә. Закон буйынса, бала ҡарау буйынса пособие хәҙер эш хаҡының 40 процентын тәшкил итә, әммә ул айына алты
       меңдән артыҡ булырға тейеш түгел.
       Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие ла үҙгәре ш
       кисерҙе. Уның күләме шул килеш ҡала: һигеҙ мең һум. Әммә хәҙер был аҡса сабыйҙың ата - әсәһенә генә түгел, балалыҡҡа алыусыларға ла түләнә. Был юл менән дәүләтебеҙ сит баланы үҙ ғаиләһенә йәки опекунлыҡҡа алырға теләүселәрҙе дәртләндереп,
       етемлек проблемаһын хәл итергә тырыша. Хәйер, миңә ҡалһа, аңлы рәүештә сит бала өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға хәл
       иткән кеше өсөн һигеҙ мең һум артыҡ ҙур роль уйнамайҙыр. Баланың бәләһендә аҡса эшләү мөмкин түгел, тимәк бында эш табыш алыуға түгел, ә балаларҙы яратыуға, уларға ярҙам итерг ә теләүгә бәйле. Хәйер, бер кем дә бәхәсләшергә йыйынмай, һиге ҙ мең дә артыҡ түгел, әлбиттә, өҫтәүенә әлегә тиклем опекунд ар һәм балалыҡҡа алыусылар был аҡсаны ла күрмәй ине бит әле.
       Әйткәндәй, опекундар тураһында. Рәсәй Хөкүмәте опекун ( попечитель) ғаиләһендә баланы тәрбиәләгән өсөн түләүҙең айлыҡ күләме дүрт меңдән дә кәмерәк булырға тейеш түгел, ә баланы ҡабул итеп алған ата - әсәнең хеҙмәте өсөн түләү - ай ына кәм тигәндә 2,5 мең һум булырға тейеш, тип билдәләй. Ошо түләүҙәр башҡарылған төбәк бюджеттарының сығымдары федераль бюджеттан нәҡ ошо күләмдә субсидиялана. Төбәктәр баланы тәрбиәгә алған ата - әсәгә финанс ярҙамды үҙҙәре арттыра ала, әлбиттә.
       Рәсәй губернаторҙары менән осрашыу ваҡытында беренсе вице - премьер Дмитрий Медведев Рәсәй төбәктәрендә әлегә "ҡытыршылыҡтар" һаҡлана, тип белдерҙе. Әммә февралдән яңы ба лалар пособиеларын түләй башлау мөмкин булһын өсөн, ғинуар аҙағына тиклем етешһеҙлектәр төҙәтеләсәк. Ә "ҡатын -
       ҡыҙҙар ваҡытын сиратта тороп үткәрмәһен өсөн" әсәлек капиталына һәм башҡа балалар пособиеларына документтар
       әҙерләү процедураһы "мөмкин тиклем ябай һәм аңлайышлы" булырға тейеш.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал