6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Март айындағы фажиғә
15.01.07


       Ҡыҫҡа, әммә ҡояш нурындай сағыу була башҡорт шағиры Шәйхзада Бабичтың ғүмер юлы.
       Шәйхзада Мөхәмәтзакир улы Бабич ( 1895 - 1919) Бөрө өйәҙе
       Әсән ауылында (бөгөн Дүртөйлө районының Әсән ауылы) донъяға
       килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Бик талантлы бала булараҡ, бәләкәй сағынан уҡ нәфис әҙәбиәт менән мауыға,
       Ғабдулла Туҡайҙың, Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын яттан белә, үҙе лә ижад итә башлай.
       1910 йылда Бабич бәхет эҙләп тыуған ауылынан сығып китә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, үҙе лә ҡаҙаҡ телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә.
       1911 йылдың көҙөндә Өфөгә ҡайтҡас, Шәйхзада Бабич "Ғәлиә"
       мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыған йылдарында әҙәбиәт менән мауыға, әҙәби һәм музыкаль түңәрәктәрҙә ҡатнаша, әҫәрҙәре ҡулъяҙма журналында баҫыла. Йәш шағир дуҫтарының һорауы буйынса үҙенең шиғырҙар йыйынтығын төҙөй. Әммә ижадына бик т алапсан ҡрашта булыуы сәбәплелер, күрәһең, йыйынтыҡ баҫылып сыҡмай ҡала.
       Уның ижади ҡарашы халыҡтың тел ижады һәм Ғабдулла Туҡай һәм Мәжит Ғафуриҙың шиғри традициялары йоғонтоһо аҫтында фор малаша.
       1916 йылда "Ғәлиә" мәҙрәсәһен тамамлағас, Бабич Троицкийҙ а уҡытыусы булып эшләй, Ырымбурҙа сыҡҡан "Ҡармаҡ" сатирик
       журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Шағир яҙыусыларҙың төп бурысын халыҡтың уй - фекерҙәрен, өмөттәрен дөрөҫ итеп сағылдырыуҙа күрә, халыҡты яҡты тормошҡа саҡыра. Талантлы сатирик булараҡ та билдәлелек яулай, сатира һәм юморҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай.
       "Көлөү, - тип яҙа Бабич, - кешелә хозурлыҡ тойғоһо тыуҙыр а, күңелен аса, ҡайғыһын тарата, етди әйберҙәрҙе аңларға өйрәтә , арыған күңелен тынысландыра. Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектән көлөү халыҡтың хәтерендә мәңгегә ҡала... Саф күңелдән көлөүҙ е телмәре халыҡтың күңеленә ятҡан һәм уны илһамландырған бөйөк оратор менән сағыштырырға мөмкин".
       Шәйхзада Бабич Февраль революцияһын шатланып ҡаршы ала, у ны "яҡты көндөң таңы" тип атай.
       Бабич шиғриәт оҫтаһы ғына түгел, территориаль автономия булдырыу теләге менән янған башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы ла була. Башҡорт үҙәк советының Указында уның р әйесе Шәриф Манатов, урынбаҫар Зәки Вәлидов менән бер рәттән шура сәркәтибе Шәйхзада Бабичтың да ҡултамғаһы бар.
       1919 йылдың февраль айында башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдарға ҡушылғандан һуң, Бабич Ҡыҙыл Армияның Башревком
       эргәһендәге башҡорт частарының хәрби гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башлай һәм "Беҙ ни өсөн ҡыҙылдар яғына күстек" тигән шиғырын яҙа. Шиғыр яҙылған листовкалар башҡорт ҡыҙылармеецтары араһында таратыла.
       18 мартта Юғары Урал фронтында хәлдең киҫкенләшеүе сәбәпле,
       ревком Мораҡҡа ( Темәстән 140 саҡрым көнбайышта, Уралдың көнбайыш өлөшө) эвакуациялана. Барлыҡ мөлкәтте, һәр бер бүлекте күсерергә кәрәк була. Быға бәйле Бабичтың һәм Иркәбаевтың өлөшөнә типографияны алып сығыу бурысы төшә.
       1919 йылдың 24 мартында Шәйхзада Бабич һәм Абдулхай Иркәбаев хөкүмәт архивын һәм типографияны тейәп, башҡорт һыбайлыларының ҙур булмаған отряды оҙатыуында юлға сыға, Темәстән Ҡыҙыл мәсеткә (Мораҡ) йүнәлә.
       Улар ниндәй генә ауылда туҡталмаһын, һәр бер урында митин г барлыҡҡа килә. Үҙенең сығышын Бабич, ғәҙәттә, йыр менән тамамлай. Юлда барғанда шағир йыш ҡына сананан һикереп төшә һәм, һоҡланып, Көньяҡ Уралдың яҙғы ҡояш аҫтында ялтырап ятҡан зәңгәр армыттарына баға.
       - Мин бында тағы ла киләсәкмен, - ти Бабич ҡулдарын киң йәйеп. - Йәшел урмандар шаулағанда, Һаҡмар ярында муйыл
       сәскә атҡанда киләсәкмен. О, ул ваҡытта Урал тураһында мотл аҡ ҙур әҫәр тыуасаҡ.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Урал тураһында шиғыр яҙылмай ҡала. Преображенскийҙан (Йылайыр) алыҫ түгел Бабич һәм уның юлдаштары Пенза полкының хата фекергә төшөрөлгән ҡыҙылармеецтары ҡулына эләгә. 1919 йылдың 28 мартында Йылайырҙың ташлы майҙанында ике шағир һәм айырылмаҫ дуҫтың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә.
       Шәйхзада Бабичтың ижады һуңғы ваҡытҡа тиклем ныҡлап өйрәнелмәгән килеш ҡала. "Бабич тәрән милли тойғоло башҡорт шағиры, башҡорт телендә сыҡҡан тәүге шиғри әҫәрҙәр авторы, уның шиғриәте тулыһынса башҡорт халыҡ ижадының һуттары менән һуғарылған...", тип раҫлаусы Әмир Чаныш уның биографияһын ярайһы уҡ ентекле өйрәнгән тип әйтергә була.
       Рауил Бикбаевтың "Шәйхзада Бабич" монографияһы ла шағирҙың ижадын өйрәнеүҙәге бушлыҡты тулыландыра. Яҙыусы Ғәз им Шафиҡов Бабичтың тормошоноң һуңғы йылдарын өйрәнә.
       "Бабичтың исемен юҡҡа ғына тиҫтәләрсә йыл буйына онотторорға тырышмайҙар. Идеологтарҙы ул тәрән милли патриотлығы, төрлө йылдарҙа Яҙыусылар союзы етәкселегендә эшләгән төҫһөҙ әҙәбиәтселәрҙе сағыу художестволылығы менән ҡ урҡыта, - тип яҙа ул. - 24 йәштә милли әҙәбиәттең ысын классигына әйләнеү - бөйөк ҡыйыулыҡ та, бөйөк талант та".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал