6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Эш хаҡы тотҡарланыуы тарих төпкөлөндә ҡалмаған әле
03.02.04


       Эш хаҡын тотҡарлауҙар бөгөн инде иҫтәлек кенә булып ҡал ғандыр, тип уйлай инем мин дә. Хаталанғанмын... Баҡһаң, бөгө н дә йылдар буйы эш хаҡы түләмәгән предприятиелар бар икән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов
       үткәргән тотҡарланған эш хаҡын түләү буйынса Ведомство - ар а координация советы кәңәшмәһенә бурыстарын түләп бөтөрә алм аусы ете предприятие саҡырылды ла инде: улар - Мәләүез "Жил строй" акционер фирмаһы, "Авангард" дәүләтунитар предприятие һы ( Стәрлетамаҡ), "Автокомплект" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ( Октябрьский), "Салауат "Бөркөт" оптика - механика заводы",
       "Нефтепроводмонтаж" унитар предприятиеһы, Ҡырмыҫҡалы районы ның "Куйбышев" исемендәге ауыл хужалығы кооперативы һәм Стәр летамаҡ районының "Ҡуғанаҡ керамика материалдары" дәүләт уни тар предприятиеһы.
       Иң күп бурыс "булдырыусы" пердприятиелар араһында беренс е урынды Салауаттан "Бөркөт" оптика - механика заводы алып т ора ( 41 миллион 185 мең һум). Ҡуғанаҡ керамика заводында ал ты йыл буйы эш хаҡы түләнмәгән - бөгөнгә бурыс 6 миллион һум
       самаһы тәшкил итә.
       Ҡыҫҡаһы, ҡайһы ғына предприятиены алып ҡарама, береһендә
       хәл - торошто ябай тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта етәксел әр "хеҙмәткәрҙәр менән иҫәп - хисап яһау өсөн мөмкин булғанд ың барыһы ла эшләнә" тип ышандыра. Бының өсөн кемдер инвести циялар йәлеп итә, ҡайһылары тиҙ арала милектең ниндәйҙер өлө шөн һатып аҡса эшләй, кемдер етештереү күләмен арттыра һәм б ашҡалар.
       Тик етәкселәрҙең вәғәҙәләренә бик үк ышанғы килмәй. Үҙег еҙ уйла ҡарағыҙ, уларҙың береһе, мәҫәлән, йыйылған бурысты (
       5,5 миллион һум) ай - ай ярым эсендә түләп бөтә алам тип ыш андыра. Предприятиеның етештереү күләме "тауыҡ көлөрлөк" - а йына бары тик ярты миллион һум, хеҙмәткәрҙәргә лә эш хаҡының
       яртыһы ғына түләнә. Ҡалған яртыһы автоматик рәүештә бурысҡа
       яҙыла бара.
       Эйе, был проблема бөтә республика өсөн дә көнүҙәк булып тора. Йыл башына бөгөн эш хаҡы буйынса йыйылған бурыс 341,9 миллион һум тәшкил итә. Республикала барлығы 666 предприятие
       үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләп өлгөрә алмай. И ң күп бурыс ( 130 миллион һум) - сәнәғәт предприятиеларында,
       ауыл хужалығы ( 24 миллион һум), төҙөлөш ( 39 миллион һум),
       торлаҡ - коммуналь хужалыҡ та ( 600 мең һум) бурыстарҙан аз ат түгел.
       Был хәлде төҙәтер өсөн нимә эшләнә һуң Проблеманы хәл и теү хөкүмәт кимәлендә тикшерелә. Был йүнәлештә үткәрелгән се лектор кәңәшмәләре үҙенең һөҙөмтәһен бирә башланы ла инде. 2 003 йылдың башы менән сағыштырғанда йыйылған бурыс дөйөм ре спублика буйынса 567, 3 миллион һумға ( 2,7 тапҡыр) кәмегән:
       ауыл хужалығында - 90,7 миллион һумға ( 2,6 тапҡыр), төҙөлө штә - 277,7 миллион һумға ( 3,7 тапҡыр), сәнәғәттә - 134 мил лион һумға ( 4,4 тапҡыр), торлаҡ - коммуналь хужалыҡта - 20, 6 миллион һумға ( 5,8 тапҡыр). Барлыҡ райондарҙа ла эш хаҡы буйынса йыйылған бурыс ниндәйҙер процентҡа кәмегән, ун ике р айонда иһә уны бөтөрөүгә өлгәшкәндәр.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал