6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ҡоторған "газельканан" - джипҡа
28.12.06


       Бына "Башинформ" агентлығы Өфө журналистарын
       Башҡортостан Республикаһының тағы бер билдәле спортсыһы менән таныштырҙы. Туринда үткән Олимпия уйындарының көмөш пр изеры, бобслейсы Алексей Селиверстов улар менән агентлыҡтың матбуғат конференцияһы залында осрашты.
       Һөйләшеү өсөн темалар етерлек. Бөгөн Алексей сағыу, тулы тормош менән йәшәй. Һуңғы арала булған йығылыуҙары, йәрәхәт алыуҙарына ҡарамаҫтан, уның тормошонда яҡты мәлдәр етерлек. Уның "Большие гонки" уйынында ҡатнашыуы ғына ни тора.
       Алексей, был хаҡта быға тиклем дә яҙғаныбыҙ бар, шаяртырғ а ярата. Йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәй. Шуға күрә уның ҡасан шаяртыуын, ҡасан дөрөҫөн һөйләүен аңлауы ҡыйын:
       - Сезонға әҙерлек нисек бара
       - Уға "Большие гонки" уйынында әҙерләндек. Бик шәп әҙерле к килеп сыҡты...
       Эйе, Францияла үткән был ҡыҙыҡлы уйында Алексей Селиверстов менән Филипп Егоровтың әҙерлеген иҫ китмәле тип әйтергә була. Уйын ваҡытында телеэкранда йығылһалар, хәҙер -
       донъя кубогы этабы старттарында түңкәреләләр.
       Александр Зубковтың егеттәренә сезон ауыр бирелә. Америка
       кубогындағы нормаль старттан һуң - Калгариҙа ни бары дүртен се урын. Артабан тағы ла насарыраҡ - Солт - Лейк - Ситиҙа ет енсе , Лэйк - Плесидта ҡот осҡос йығылыу һәм трассаның ҡалған өлөшөн баш һәм яурында шыуып төшөү...
       - Лэйк - Плесидтағы трасса иң хәүефлеһе. Ул төҙөлгәс, пило ттар трассаның "четверкалар" өсөн тура килмәүен билдәләне, с өнки бобтар оҙон һәм нормаль маневр яһай алмай. Ике сантимет рға
       ситкә китһә лә аҙағы насар тамамланыуы ихтимал. Ул саҡта,
       күнекмәләрҙә, барыһы ла ике урынлы экипаждарҙа сығыш яһаны,
       ә Рәсәй һәм Америка дүрт урынлыларҙа сыҡты. Беҙгә шундай приказ бирелде. Трассаны яҡшы ғына үттек. Аҫта ҡаланың мэры сәскәләр менән ҡаршы алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, трассаны ҡотҡарҙыҡ. Ул, ғөмүмән, беҙҙең яратҡан шыуыу урыныбыҙ ине. Техника шәптән булмаһа ла еңергә мөмкин...
       Был юлы Олимпия чемпионы Андре Лангеның экипажы күнекмә в аҡытында йығылды - һәм улар хатта сығыш та яһаманы. Беҙҙең с ират ярыш ваҡытына тура килде.
       Старт көнө ямғырлы булды. Беҙ бөтә хәүефле боролоштарҙы үтеп бөттөк, инде ҡыуанырға ла ваҡыт еткән кеүек ине, әммә.. . Зубков һуңынан беҙгә бобҡа идара итеү мөмкин булмауы, үҙенең
       хәлде бер нисек тә төҙәтә алмауы хаҡында белдерҙе, үҙе лә
       йәрәхәтләнде.
       - Алынған тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙсы...
       - Тәьҫораттар Трасса буйлап барғанда, тимераяҡтарҙың боҙ буйлап барыуын һиҙәһең, һелкетә. Ә инде йығылғанда бер нисә
       секундҡа ауырлыҡты юғалтҡандай булаһың. Бобтың бер нимәгә лә ҡағылмауы һиҙелә. Унан инде ҡабырғаға ятырға ла, бобтың нисек йүнәлерен көтөргә ҡала. Ул әйләнгәс, беҙ сәғәтенә 120 километр тиҙлектә барған килеш башта һәм яурында шыуып төштөк. Күңелле. Муйыныңды һындырырға мөмкин. Хатта башың өҙ өлөп ҡалыуы ла ихтимал.
       - Һеҙ етди йәрәхәттәр алыуҙан ҡотолоп ҡалғанһығыҙ Ә бобҡ а ныҡ эләктеме
       - Ярайһы уҡ. Ул ауыр бит - 220 килограмм. Әммә ямарлыҡ. Хәҙер беҙгә бер кем дә яңы боб өсөн 70 - 80 мең евро бирмәйәсәк - аҡса юҡ.
       - Алексей, бер серҙе асығыҙ әле. Туринда еңеүсе ир - атта рға Владимир Путин вәғәҙә иткән Toyota Land Cruiser джибын бирҙеләрме әллә юҡмы
       - Эйе, бына йөрөйөм бит хәҙер, - тип көлдө Алексей. Һәм т ағы ла ул шаяртамы әллә награда ысынлап та үҙ геройын тапҡанмы -
       аңлашылмай. Тик матбуғат конференцияһынан һуң ғына Селиверстов ҙур "Land Cruiser" машинаһына ҡарағанда ҡара төҫтәге бәләкәйерәк "RAV - 4" автомобилен хуп күреүе хаҡында әйтте.
       - Ә ҙур автомобиль миңә нимәгә кәрәк Миңә ҡала буйлап йөрөү өсөн уңайлыһы һәйбәтерәк. Ә бына Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры Рафаил Диваев миңә
       шәп номер бүләк итте: Х001ХХ.
       - Ә аҡсалата айырма һуң
       - Борсолмағыҙ - беҙ килештек.
       Селиверстов өсөн ҡыуанырға ғына ҡала: ҡоторған "газелька"
       (боб) пассажиры хәҙер текә иномаркала ғына йөрөй. Тик бына журналистарҙы машинаһына ултыртып йөрөтөп алып килеүҙән баш тартыуы ғына йәл:
       - Ҡыҙҙарҙы ғына ултырта алам!
       Алексей "Большие гонки" уйыны хаҡында ла бер - ике ҡыҙыҡл ы факт менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Румыния һәм Италия өсөн унда спорт, кино һәм эстрада йондоҙҙары түгел, һайлау үткән ябай кешеләр сығыш яһай икин. Ә украиндар хатта Рәсәйҙән дә арттырып ебәргән:
       - Улар яғында Ющенконың ҡыҙы сығыш яһаны. Һөйләүҙәренсә, уның ҡатнашлығы хаҡында ишеткәс, ойоштороусылар ярты команда составын үҙгәртеп, еңеүгә мөмкинселектәре ышаныслы булған кешеләрҙе алған.
       Ошондай проекттарҙа артабан да ҡатнашыу мөмкинселеге тураһында Алексей былай тине:
       - Иң мөһиме - ул күнекмәләр үтәреүгә ҡамасауламаҫҡа тейеш .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал