6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Константин Толкачев: "Беҙҙең закондарға насар баһа бирелгәне юҡ"
27.12.06


       Республика Дәүләт Йыйылышы спикеры матбуғат вәкилдәре менән йылды йомғаҡлау темаһына ҙур теләк менән аралашты. Тәбиғи, тәүге һорау үтеп барған түгел, киләһе йыл хаҡында. Парламент Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә бәйле ҙур пландар ҡора.
       Константин Толкачев Башҡортостанда Рәсәй менән берҙәмлек йылының әһәмиәтен юғары баһалай.
       - Был бик үҙенсәлекле һәм перспективалы дата. Һәм бөгөн Рәсәй Федерацияһының бик киң булыуы, унда күп субъекттар инеүе һәм күп милләттәр йәшәүе башҡорттар йәшәгән территорияларҙың ҡасандыр уның составына инеүенә бәйле. Был халыҡ байрамы - унда һәр кем үҙенә тәғәйен бүләк табасаҡ.
       Республика парламентының киләһе йылға закондар сығарыу буйынса үҙ планы бар, унда 31 закон проекты индерелгән. Әммә
       был исемлектең һуңғыһы булмауына иманым камил.
       - Көҙгө сессия һеҙҙең ҡарамаҡҡа ниндәй әһәмиәтле ваҡиғала р
       менән билдәләнде
       - Закондар хаҡында ла, республиканың 2007 йылға ҡабул ителгән бюджеты тураһында ла оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Әммә мин шунда уҡ иң мөһимен билдәләргә теләйем - тәүге тапҡыр Дәүләт
       Йыйылышы депутаттары Башҡортостан Президенты вазифаһына Вла димир Путин тарафынан тәҡдим ителгән кандидатураһын раҫланы. 119 парламентарий берҙәй булып Мортаза Рәхимовтың я ңы президент срогына тәғәйенләнеүе өсөн тауыш бирҙе - был федерация субъекттарында һирәк осрай торған хәл төбәк башлығының бик ҙур абруй менән файҙаланыуы тураһында һөйләй.
       - РФ һәм Башҡортостан Республикаһы араһында вәкәләттәрҙе
       бүлеү тураһында Договорҙың яңы вариантын булдырыуға бәйле
       эш нисек бара
       - Әлеге ваҡытта беҙҙең комиссия федераль үҙәк, айырып
       әйткәндә, Рәсәй Президенты Хакимиәте менән консультацияларын дауам итә. Ҡануниәттә көйләнмәгән бөтә нимә һәм, әлбиттә, республика өсөн мөһим мәсьәләләр Договорҙа сағылыш табыр, тип күҙаллана. Был, беренсе сиратта , экология һәм милләт - ара татыулыҡ механизмы һорауҙарына ҡағыла. Договорҙа төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре үҫеше темаһы ла урын аласаҡ, мәҫәлән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ файҙаланыу хаҡында мәсьәлә. Бер һүҙ менән әйткәндә, вәкәләттәрҙең сикләнеүен ошондай документаль нығытыуҙар республиканың бөтә мөмкинселектәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк.
       - Дәүләт Думаһына даими рәүештә дәғүәләр менән хатта ябай граждандар ҙа "һөжүм итә", ҡайһы бер закондар тиҙ арала
       алама репутацияға эйә була. Республика парламенты тәнҡитте нисек ҡабул итә һуң
       - Дөрөҫөн әйткәндә, Дәүләт Йыйылышының закондар сығарыу
       эшмәкәрлегенә ялыуҙар булғаны юҡ әле. Беҙҙең закондарға насар баһалама бирелгәне юҡ.
       - Яңы йылға яңы өмөттәр һәм хыялдар менән аяҡ баҫыусы граждандарға теләктәрегеҙ ниндәй
       - Бер генә теләк: бөтә кешеләр ҙә тормоштан ҡәнәғәтлек ал ып йәшәһен!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал