6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Ышаныс" үҙәгендә өмөт бүләк итәләр
27.12.06


       Социаль яҡлау беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик мөһим һәм кәрәкле эш. Һәм һүҙ бында финанс ярҙам тураһында ғына түгел, ябай кешелекле мөғәмәлә, теләктәшлек хаҡында бара. Өлкәндәр,
       инвалидтар, аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләр, әлбиттә, айырым иғтибарға мохтаж.
       Дәүләтте нисек кенә әрләһәк тә, ул беҙҙең тыуған илебеҙ булып ҡала. Яҡшымы, насармы, ул үҙенең граждандары хаҡында х әстәрлек күрә.
       ... Өфөнөң Совет районында урынлашҡан, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнеүсе "Ышаныс" комплекслы
       үҙәгендә булғандан һуң, башымда ошондай уйҙар тыуҙы.
       - Кеше беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә икән, мотлаҡ битар аф ҡалмаясаҡбыҙ. Халыҡ бында яҡшы тормоштан туйып килмәй, уларҙы нужа килтерә, - ти үҙәктең директоры Роза Мырҙаханова . Ауыр хәлдә ҡалған ҡарттарҙы, инвалидтарҙы, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе, үҫмерҙәрҙе яҡлау һәм ярҙам күрһәтеү - был мөһим түгелме ни
       Роза Мырҙаханова ауыр яҙмышҡа дусар булған ҡатын - Елена Кобелева хаҡында һөйләне. Уның һигеҙ йәшлек улы Ванечка урындан тормай ятҡан 39 ауырыу балаларҙың береһе. Ул йөрөй
       ҙә, ултыра ла алмай, шуға күрә әсәһе уның өсөн - бөтә донъя .
       Ҡот осҡос янғындан һуң Лена бәләкәй балаһы, ата - әсәһе һ әм ҡустыһы менән бер нисә йыл буйы уңайлылыҡҡа ишараһы ла булмаған дөйөм ятаҡта йәшәй. Әммә мөғжизә әкиәттә генә булмай икән.
       Быйылғы йылдың февраль айында Ленаға элиталы йорттан бер бүлмәле ҙур фатир бирелгән. Еленаға һәм уның ауырыу улына был бүләкте Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте эшләгән.
       - Бындай бәхет тураһында хыяллана ла алмай инем, - тип та ный Лена. Әйткәндәй, ул үҙенең ун өс йәшлек ҡустыһын да эргә һенә алған.
       Үҙ йортоң булыуы - ысынлап та ҙур бәхет. Айырыуса беҙҙәге торлаҡҡа хаҡтарҙы һәм Ленаның инвалид баланы ҡарау буйынса а лған пособиеһын иҫәпкә алғанда.
       "Ышаныс" үҙәге хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, Лена
       Кобелева "уларҙың иғтибар үҙәгенән төшмәй". Бағыусы ярҙамы уға Әсә көнөндә биш мең һум бүләк итергә мөмкинселек биргән,
       был аҡсаға Лена Ванечкаға карауат һатып алырға ниәтләй. Үҙә к йәш ҡатынға инде бер нисә йыл дауамында кейем һәм аҙыҡ - түлек менән дә ярҙам итә.
       Яҡынлашып килгән Яңы йылға "Ышаныс" үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең кесе дуҫтары, урында ятҡан 39 балаға сюрприз - тәм ле бүләктәр әҙерләй.
       Үҙәк эшмәкәрлегенең тағы бер мөһим йүнәлеше - өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы йортта хеҙмәтләндереү. Бөгөнгө
       көнгә социаль хеҙмәтәрҙәр 700 - гә яҡын өлкән кешене
       хеҙмәтләндерә, уларҙың 500 - гә яҡыны - инвалидтар. Ғөмүмән алғанда, кем һуң ул социаль хеҙмәткәр Беренсе сиратта, ул бик ауыр холоҡло кешегә лә асҡыс таба белергә тейеш. Бының өсөн асыҡ күңелле, изге йөрәкле булыу шарт.
       Минеңсә, беҙҙең өсөн тағы бер мөһим бурыс - аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған һәм имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға кешелекле, изге күңелле булып үҫергә
       ярҙам итеү. "Ышаныс" үҙәге уларҙы аҙыҡ - түлек һәм кейем менән тәьмин итә. Үҙәктә джинс кейем - һалым магазиндары, шулай уҡ "Second hand" магазиндары селтәрҙәре тулыландырып т орған "Әйберҙәр банкы" бар.
       Быйыл Өфө хакимиәтенең социаль яҡлау буйынса идаралығы Совет районында йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға "Ҡайынҡай" йәйге ял лагерендә һаулыҡтарын нығытырға булышлыҡ иткән.
       Үҙәктең директоры Роза Мырҙаханова әйтеүенсә, яҡын аралағ ы планда - балалар һәм үҫмерҙәрҙең ҡараусыһыҙ ҡалыуын иҫкәртеү бүлеге төҙөү тора. Һис һүҙһеҙ, был эште райондарҙың
       мәғариф бүлектәре, балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә р ярҙамынан тыш башҡарып сығыу мөмкин түгел.
       Бынан тыш мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн реабилитация бүлеге асылырға тейеш. Ул ҡаланың үҙәгендә, беренсе ҡатта ( хәрәкәт итеү аппараты инвалиды өсөн был айырыуса мөһим) урынлашасаҡ!
       Реабилитация бүлегендә врач - невропатолог, психолог ҡабу л итәсәк, дауалау физкультураһы һәм массаж бүлмәләре планлаштырыла.
       Ситтән ярҙам булмаһа, был үҙгәрештәрҙе күҙ алдына килтере ү ҡыйын булыр ине, әлбиттә. "Ышаныс" кеүек социаль әһәмиәткә эйә булған үҙәктәргә дәүләт тә, социаль яуаплы бизнес - компаниялар ҙа ярҙам итә.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар урында ла, һәр береһенең дә тормошо
       яҡты һәм имен түгел шул. Шуға күрә ҡайҙалыр ярҙам һорап
       мөрәжәғәт итергә мөмкин булған өмөт уты яныуын белеү бик тә
       мөһим.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал