6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ориентир - асфальтҡа
21.12.06


       Өфөлә саңғыла спорт ориентиры буйынса Рәсәй кубогы уҙа. Өлкән спортсыларҙың Мәскәүҙә үтәсәк донъя чемпионатында сығыш яһау өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһына инеү мөмкинселеге бар. Юниорҙар һәм йәш егеттәр Европа һәм донъя беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғы өсөн көс һынаша.
       Ошо көндәрҙә "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексы трассаларында илебеҙҙең 37 - нән ашыу төбәгенән килгән 300 - ҙән артыҡ спортсыһы шәхси эстафетала ҡатнашты. "Элита"
       төркөмөндә Андрей Груздев (Иванов өлкәһе) һәм Татьяна Козлова ( Мәскәү өлкәһе) еңеү яуланы.
       Ярыштарҙың беренсе көнөндә Башҡортостан спортсыларының бе реһе лә подиумға эләгә алманы. Кисә спринтерҙар ярышында 14 йәшкә тиклемге категорияла Настя Сергееваға ( 14 йәшкә тиклем) бәхет йылмайҙы - ул өсөнсө урында. Өлкән элиталы спортсылар араһында Башҡортостан ғына түгел, Силәбе өлкәһе исеменән дә сығыш яһаусы Татьяна Власова ошондай уҡ һөҙөмтәгә өлгәште.
       Ҡатын - ҡыҙҙар араһында спринт ярышында Елена Бондарь ( Свердлов өлкәһе) еңеү яуланы. Ирҙәр араһында, тәүге көндәг е кеүек үк, Андрей Груздев беренсе, икенсе урында ориентир
       оҫтаһы, күп тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаусы Эдуард Хренников (Хабаровск крайы).
       Спортсыларҙың төп дошманы - һауа торошо һәм ландшафт. Боҙ
       менән ҡапланған ҡалҡыулыҡтар, текә ярҙар, һыуы туңып өлгөрмәгән соҡорҙар, асыҡ асфальт аша үтеүҙәре еңел түгел.
       Әммә саңғы оҫталары бирешмәй, улар ойоштороусылар ҡуйған
       ҡағиҙәгә буйһона - ярыштар һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамайынса үткәреләсәк!
       Ярыштарҙың матбуғат хеҙмәте вәкиле, "БР Спорт саралары идаралығы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы белгесе Зинаида
       Лукьянова һөйләй:
       - Төп үҙенсәлек - ҡар етмәй. Был проблема бөгөн һәр урынд а тора - Мәскәүҙә, мәҫәлән, ҡар бөтөнләй юҡ. Беҙҙә аҙ булһа ла
       бар әле. Тағы бер проблема - саңғы юлдары боҙланып ҡатҡан һәм аҙ ғына ҡар яуһа ла саңғылар сыйыла. Инвентарь боҙола, спортсылар йығыла, әммә улар ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай һәм еңеү өсөн бар көсөн биреп көрәшә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал