6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иҫәп буйынса өйләнмә - түләп тә ҡотола алмаҫһың!
20.12.06


       "Йәш ғаилә" - ниндәй матур, тантаналы һәм өмөтлө яңғырай был һүҙҙәр! Күптәребеҙ өсөн ысын (!) ғаилә төҙөү - күптәнге хыял, яңы тормош башлау, яҡшы ир (ҡатын) һәм, әлбиттә, һәйбә т ата - әсә булыу теләген тормошҡа ашырыу булып тора.
       Йәш ғаиләгә бөгөнгө проблемалар диңгеҙендә "имен ҡалырға"
       ярҙам итеү мөмкинме Ғаилә монологын нисек итеп ғаилә диалогына әйләндерергә, ир менән ҡатындың аралашыуын бер - б ереһе өсөн ҡыҙыҡлы, мөхәббәттәрен ныҡлы, ә балаларҙы һәм ата - әсәне бәхетле итергә була
       Психолог Светлана Ҡаһарманованың фекеренсә, йәш ғаиләгә ул барлыҡҡа ғына килгән ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыу бик мөһим.
       Ул саҡта әле барыһын да үҙ урынына ҡуйырға мөмкин.
       Йәш ғаилә нимә ул Минеңсә, ул ғаилә тормошоноң иң күңелл е һәм, бәлки, иң бәхетле өлөшөлөр. Был ваҡытта ир менән ҡаты н алдағы уртаҡ ғүмергә оптимистик пландар ҡора һәм, ғөмүмән, ниндәйҙер еңелсә эйфория хәлендә була. Йәштәр бер - береһенә
       үпкә белдермәй, шелтәләмәй, һәр ваҡыт бергә, ҡултыҡлашып ( етәкләшеп) кенә йөрөй. Бындай ғаилә идиллияһы һәр ғаиләлә төрлөсә дауам итә, әммә, уртаса алғанда, ярты йылдан бер йыл ға тиклем һуҙылырға мөмкин.
       Белгестәр ирҙәрҙең өйләнергә "ынтылған" ваҡыты 25 - 35 йәшкә тура килеүен асыҡлаған. Ҡыҙҙар кейәүгә иртәрәк сыға ( 22 - 25 йәш). Артыҡ иртә теркәлгән никахтар йәш ғаиләнең "теләктәре ҙур, ә мөмкинселектәре аҙ" булыуы арҡаһында тарҡалыусан.
       Өйләнеү - кейәүгә сығыуҙың бик яуаплы аҙым булыуын барыбыҙ ҙа бик яҡшы аңлайбыҙ һәм уның уңышлы һәм дөрөҫ булыуына өмөтләнәбеҙ. Әммә, кем әйтмешләй, теория буйынса ғына фекер йөрөтөүе ауырыраҡ. Шуға күрә ғаилә тормошо беҙгә көн һайын төрлө ҡыйынлыҡтар, финансҡа бәйле проблемалар һәм ир менән ҡатын араһында аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килтереп кенә тора.
       Психологтар йышыраҡ ҡәнәғәтһеҙлекте маҡтауға әйләндереү алымына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Мәҫәлән, "Ни өсөн был тиклем һуң ҡайттың Минең борсолоуым һинең өсөн бер нимә лә түгел!" урынына "Һин һуңлаһаң мин һәр ваҡыт борсолам", "Бөтә
       йорт - миндә!" урынына "Миңә һинең ярҙамың кәрәк" тип әйтер гә мөмкин. Һүҙҙәр, уларҙы әйтеү тоны үҙгәрә, һәм, бәлки, һеҙ ҡыҙып барған ыҙғышты туҡтата алырһығыҙ.
       Белгестәр йәштәргә ғаилә тормошоноң башында уҡ үҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында килешергә кәңәш итә. Вариант булараҡ, ир кеше ғаиләнең матди хәле өсөн яуап бирә,
       әммә бының өсөн ул кисен телевизор алдында ял итеү хоҡуғына
       эйә. Ҡатын кеше иһә "ғаилә усағы" өсөн яуаплы - ул аш - һыу әҙерләй, һауыт - һаба йыуа, йортта таҙалыҡ һаҡлай. Әммә шул уҡ ваҡытта ир кеше аҡсаны бер үҙе эшләүенә бәйле ҡатынына шелтә һүҙҙәре әйтмәй. Ҡатын үҙенең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт эштәренә зарланып ирен ғәйепләмәй.
       "Ҡәҙерле ир һәм ҡатын, уртаҡ тел табығыҙ" тигән фраза нис ек кенә тапалған булып яңғырамаһын, ул күптәребеҙгә ғаиләләг е байтаҡ проблема һәм килешмәүсәнлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итә.
       Килешеүгә өҫтәл артында ҡултамғалар ҡуйылған һәм нотариус тарафынан раҫланған "контракт" яҙыуға арналған оҙайлы дискуссия ваҡытында ирешеләме, әллә барлыҡҡа килгән ҡыйынлыҡтар үҙлегенән хәл ителәме - бының әһәмиәте ҙур түгел . Иң мөһиме - ир менән ҡатын ғаиләлә һәм унан ситтә кем, ни мә, ни өсөн һәм нисек эшләүен аңларға тейеш.
       Һәм йәштәр хәл итергә тейеш булған тағы ла бер мөһим буры с - ғаиләләрҙең психологик һәм иҡтисади үҙаллылыҡҡа эйә булы уы. Психологтар йәштәргә ата - әсәләрен, дуҫтарын ике - а ралағы мөнәсәбәткә ҡыҫылдырмаҫҡа кәңәш бирә. Уларға "Был беҙ ҙең шәхси эшебеҙ", - тип әйтә белергә кәрәк.
       Үҙ сиратығыҙҙа әгәр үҙегеҙ һайлаған кешенең ниндәйҙер сифаты менән килешмәйһегеҙ икән, борсоған теманы уртаға һалып һөйләшергә кәрәк. Тик быны дәғүә йәки ғәйепләү
       формаһында түгел, айыҡ аҡыл менән үҙ фекерегеҙҙе белдереү
       юлы менән эшләгеҙ. Һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәгән әйбергә күҙ йомоп ҡарамағыҙ. Хыялый мөхәббәт ваҡыты үтә, һәм быға тиклем
       иғтибар бирмәгән ваҡ нимәләр ҙә асыуҙы тағы ла нығыраҡ ҡабартыу һәләтенә эйә буласаҡ.
       Ир кешенән "үҙ мәнфәғәттәрегеҙ ҡолон" эшләмәгеҙ. Һеҙҙең кеүек үк, уның да үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары булыуы мөмкин. Иң мөһиме - ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән килешеү юлын табыу. Әйтәйек, ул бөгөн дуҫтары менән һыра эсә икән, һеҙ әхирәтеге ҙ менән киноға (бассейн, шейпинг, магазиндар) бараһығыҙ.
       Һәм, әлбиттә, шунда уҡ бала табырға тырышырға кәрәкмәй. И ң ҡатмарлы һорауҙарҙың береһе - бала тәрбиәләүгә тиклем, баш ҡа ғаилә һорауҙарын хәл итеү өсөн уртаҡ ҡарарҙар табырға өйр әнеү мотлаҡ.
       Туй алдынан буласаҡ ирегеҙҙең ата - әсәһен ентекләберәк өйрәнергә тырышығыҙ. Парҙарҙың сирек өлөшө туғандарҙың йәш ғ аиләгә баҫымы арҡаһында тарҡала. Был айырылышыуҙарҙың икенсе урында тороусы сәбәбе. Тәүгеһе - хыянат...
       Алла беҙгә ике ҡолаҡ һәм бер ауыҙ биргән, шуға күрә һөйлә үгә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк тыңларға кәрәк. "Асыҡ ҡолаҡ
       - асыҡ йөрәктең берҙән - бер ышаныслы билдәһе".
       Ғәфү итергә, бер - берегеҙгә юл ҡуйырға өйрәнегеҙ, тип өҫ тәр инем мин. Юҡҡа ғына "Бер тапҡыр юл ҡуйыу мең еңеүгә тиң"
       тип әйтмәйҙәр бит. Иң мөһиме ир (ҡатын) һеҙҙең даими юл ҡуйыуығыҙға өйрәнмәһен.
       Ике кеше өйләнешкәндә, беренсе сиратта килешмәүсәнлек өлкәһе аҡсаны файҙаланыуға бәйле барлыҡҡа килә, һәм бик йыш ул ғаилә мөнәсәбәтендә иң бәхәсле темаларҙың береһе булып ҡала. Ғаиләлә аҡсаға бәйле конфликттарҙың күпселеген булдырмау өсөн ике әйбер эшләргә кәрәк: ғаилә бюджетының маҡсаттарын билдәләгеҙ һәм уны йыш ҡына бергәләп тикшерегеҙ.
       Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бюджет эшләһен өсөн ир ҙә, ҡатын да бер - береһе менән риза булырға һәм бер команда булып эшләү теләге менән янырға тейеш. Бюджетты эшләргә мәжбүр итеү - ысынбарлыҡта эске тәртип мәсьәләһе.
       Һәм ҡапма - ҡаршылыҡтар бер - береһенә тартыла тип әйтеүҙәренә ҡарамаҫтан, психологтар фекеренсә, ғәҙәт һәм фекер йөрөтөүҙәге оҡшашлыҡтар уртаҡ ғаилә тормошон оҙайтырға булышлыҡ итә. Был дингә, сәйәсәткә, енси тормошҡа,
       алкоголгә һәм хатта телевидение һәм кулинария өлкәһенә лә ҡағыла. Әгәр ҙә ир һәм ҡатын бер үк телетапшырыуҙар ҡарарға
       ярата икән, уларҙың бергә ҡалыу мөмкинселеге өс тапҡыр арта , тиҙәр.
       Бер танышым әйтмешләй, "Ирҙәр күҙлегенән сығып ҡарағанда,
       никах - кәрәкле әйбер". Һәр беребеҙ яратҡан кешеһе менән никахҡа ингәндә, "ике йөрәк берлегенән" нимәлер алырға теләй . Өйләнешкән кешеләрҙең ниндәйҙер ваҡыт үтеү менән кешелек ҡиммәттәренә ҡараштары үҙгәреүе ҡыҙыҡлы. "Тәжрибәле" өйләнгән ирҙәр ҡатынының матурлығын ун туғыҙынсы (!) урынға
       ҡуя. Ә "күпте күргән" ҡатын - ҡыҙҙар иренең матурлығына почетлыраҡ, ун өсөнсө урын бирә...

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал