6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Баш театр ҡаҙаныштары ҡыуандыра
11.12.06


       XIII быуат башы. Көньяҡ Уралға монгол-тата р яуы ябырыла. Баҫҡынсылар ғәскәренең төп өл өшөн Шаһгәрәй етәкселегендәге манғыт ҡәбиләл әре һуғышсылары тәшкил итә. Ғәйнә башҡорт ыр ыуы аҡһаҡалдары манғыт һөжүменә ҡаршы тора а лмауҙарын белә һәм ырыу башлығы Аҡкүбәктең ҡ арарын хуплай: көнбайышҡа, Болғар ханлығына күсеп китергә. Әммә ырыу башлығының улы Атам ыш һәм уның дуҫтары бының менән килешмәй һәм
       дошманға ҡаршы көрәшергә саҡыра. Был һуғыш ырыуға күп юғалтыуҙар килтерә. Ә Атамыш алды нда яңы һынау - Ҡарасәс һылыуҙы нисек ҡотҡар ырға? Әгәр Ҡарасәс ошо ваҡыт эсендә икенсе б ер көслө һәм абруйлы манғытты яратып өлгөрг ән булһа? Хистәр үрелгән ваҡытта сикте айыры у ауыр, мөхәббәттән нәфрәткә - бер аҙым.
       Артур Иҙельбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған " Һуңғы ғәйнә" драмаһы Бөтә Рәсәй театрҙар фес тивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дә үләт академия драма театрына еңеү алып килде .
       Фестиваль сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Хөк үмәте эргәһендәге Рәсәй дәүләт хәрби тарихи- мәҙәни үҙәк, РФ Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлығы һәм "Театр-Бизнес -Уңыш" компанияһы инициативаһы буйынса Ватан ға патриотизм, һөйөү идеяларын пропагандалағ ан спектаклдәр конкурсы үтте. Конкурста ҡатн ашыу өсөн 160 театр заявка биргәйне, әммә 36
       театр ғына наградалар тапшырыу тантанаһына саҡырыу алды. Улар араһында Башҡортостандың баш театры ла бар.
       - Бындай масштаблы конкурс беренсе тапҡыр ойошторола. Шуныһы ҡыуаныслы, ул театрҙар ар аһында ғына түгел, тамашасылар йөрәгендә лә эҙ ҡалдырҙы, - ти Артур Иҙелбаев. - Беҙ иң я ҡшылар араһында өсөнсө булдыҡ, һәм был, һис шикһеҙ, театрыбыҙҙың ҙур ҡаҙанышы. Рәсәйҙең халыҡ артисы, РФ Дәүләт премияһы лауреаты, Б орис Щукин исемендәге Театр институты һәм Рә сәй театр сәнғәте академияһы профессоры Леон ид Хейфец, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкә ре, халыҡ-ара премиялар лауреаты Александр П оламишев етәкселегендәге абруйлы жюри ағзала ры награданы ғәҙел тапшырыуына беҙ шикләнмәй беҙ.
       Театр директоры Рәис Исмәғилев һүҙҙәренә ҡ арағанда, конкурс йомғаҡтары буйынса өс теат р лауреат, ун театр дипломант булған "Һуңғы
       ғәйнә" спектакле III дәрәжә лауреат дипломы
       алды.
       Михаил Лермонтов исемендәге Рус республика
       драма театры (Хакасия) "Ә бында таңдар тыны с ине" спектакле менән исемлектең икенсе уры нында булды. Ҡалмыҡ республика йәш тамашасыл ар театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәж иб Асанбаевтың "Яралы мөхәббәт" исемле әҫәре
       менән беренсе урынды алды.
       Башҡорт дәүләт академия драма театры спект акле өсөнсө урынды алып ҡына ҡалманы, "Иң яҡ шы сценография өсөн" махсус приз яуланы. Тиҙ ҙән театрҙы аҡсалата приз көтә. Уның суммаһы
       хәҙергә билдәһеҙ, әммә фестиваль хәбәре ҡыу андыра!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал