6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Тартыу - ул үҙ-үҙеңә аяҡ салыу
01.12.06


       Тәмәке тартыусылар проблемаһы элек-электән килә. Шулай ҙа
       бала-саға араһында тәмәке тартыу быға саҡлы ул тиклем таралмағайны, буғай.
       ...Ҡыҙыҡайға 7 "б" класы тулыһынса бойкот иғлан итә. Ул класта тартмаусы берҙән-бер ҡыҙ. Был "акция"ның сәбәбе: йә тарта башла, йә икенсе мәктәпкә кит. Йәнәһе, тартмағас, уҡытыусыларға ошаҡлауың ихтимал. Ҡыҙыҡай аптырап ҡала һәм ата-әсәһенән "ни эшләргә?" тип һорай. Улар ҙа юғалып ҡала, әлегә тиклем ҡыҙҙары класташтары менән яҡшы мөнәсәбәттә ине бит. Класс етәксеһе ҡыҙҙың атаһы менән осрашҡанда уның фекерен белергә ҡарар итә.
       - Был осраҡта ни эшләргә кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙ? - тип мөрәжәғәт итә педагог.
       - Моғайын, ата-әсәләрҙән башларға кәрәктер, - тип яуап би рә атай кеше.
       - Тик аңлайһығыҙмы, - уҡытыусының ярһып барыуы күренеп тора, - класта бөтә әсәйҙәр ҙә үҙҙәре тартҡас, мин ата-әсәлә р йыйылышында был турала нисек итеп һүҙ ҡуҙғатайым?
       Улар, тәғәйен бер фекергә килә алмай, уйланырға вәғәҙә итешеп, таралыша.
       Ә бит проблема бик актуаль. Уны хәл итеү кәрәклеге тураһында һәр ерҙә һөйләйҙәр. Рәсәй өлкәләренең береһендә, эксперимент үткәреү маҡсатында уҡыусыларға рәсми рәүештә тартырға рөхсәт ителә. Тик ҡәтғи бүленгән урында һәм тәнәфес ваҡытында ғына. Йәнәһе, тыймаһаң, ҡыҙығы бөтөр, үҙҙәренән- үҙҙәре туҡтарҙар, тип өмөтләнәләр.
       - Минең улым тап шул училище законлаштырған "тәмәке тартыу бүлмәһендә" тарта башланы. Унда сигаретһыҙ инһәң, компаниянан ситтә ҡалаһың кеүек. Ә тартһаң инде - үҙ кеше, - тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлашты Тамара исемле әсәй кеше. - Балаларға тәмәке тартыу өсөн айырым бер бүлмә биреп ҡуйып, педагогтар енәйәт ҡыла.
       - Тартыу? Әлбиттә, ул модала. Хатта дәрәжәне лә күтәрә. Беҙҙең мәктәптә шулай, - тип ябай һәм хатта аптырау ҡатыш
       яуап бирҙе унынсы класс уҡыусыларының береһе. - Күп тиҫтерҙәрем көндәлек тормошта тартмай, әммә кафела, дискотекала үҙен иркен тотоу, имидж булдырыу өсөн тәмәке тоҡандыра. Миңә ҡалһа, сигареттарҙағы "Бөтә донъя һинең аяҡ аҫтында", "Мөмкин булмаҫлыҡ та мөмкин" кеүек рекламалар ылыҡтыра.
       Күреүегеҙсә, рекламалар ҙа тәрбиәләй. Сигареттар шул тиклем сағыу, матур итеп рекламалана, бөтөнләй ауыҙға алғаны ң
       булмаһа ла, тартҡы килеп китә.
       Мәҡәләнең башында телгә алынған ҡыҙыҡайға бойкот иғлан иткәндән һуң ярты айлап ваҡыт үтеп китте. Ул тәнәфестәрҙе һәм кистәрен яңғыҙ үткәреп булһа ла, үҙ принцибына тоғро ҡалды. Ахыр килеп, "акция" юҡҡа сыҡты, әхирәттәре аҡылына килде. Тик, ихтыярһыҙҙан, "артабан ни булыр?" тигән уй борсо й. Донъяла тағы алкоголь, наркотиктар, фәхишәлек, урлашыу, үлтереш кеүек нәмәләр ҙә бар бит әле. Үҫмерҙәргә әхлаҡ принциптарын кем һеңдерергә тейеш һуң? Нимә эшләргә? Был ысынлап та етди проблема бит. Экологияның насарая барыуы, бер нәмәнең дә тыйылмауы һәм юҡ-бар рекламалар фонында нисек сәләмәт быуын тәрбиәләргә һуң? Әллә беҙгә, өлкәндәргә, беренсе сиратта - ата-әсәләргә, барыһына ла төкөрөп, "ниңә минән һуң туфан һыуы ҡалҡмай икән" тип ҡарарғамы? Иң элек, үҙебеҙҙән башларға кәрәк.
       - Проблеманы бер класта йәки бер мәктәптә генә хәл итеп булмаясаҡ. Был турала тотош йәмғиәт хәстәрлек күрергә тейеш, һәм тартыуҙы тыйып ҡына түгел, ә аҡыллыраҡ эш итеп, тәүәккәлерәк саралар күреп, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Өфө мәктәптәренең береһенән педагог Зинаида Петровна. - Балаларға алдынғы илдәрҙә тәмәке тартыу иң зарарлы ғәҙәттәрҙең береһе булып иҫәпләнеүен һәм хупланмауын, тиҙҙән Рәсәйҙә лә эш биреүсе сәләмәт һәм тартыусы хеҙмәткәр араһынан тәүгеһен һайлап аласасағын аңлатырға кәрәк. Йәмғиәт, Көнбайыштағы ҙур компанияларҙағы кеүек үк, тәмәке тартыусы хеҙмәткәрҙәргә һум менән яза биреп, сәләмәт йәшәү рәүешен стимуллаштырырға тейеш. Минеңсә, был иң йоғонтоло сараларҙың береһе буласаҡ, ул йәштәргә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн яҡшы стимул булып торасаҡ.

Жанна Ягодкина, Екатерина Спиридонова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал