6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Ара алыҫлығы тәжрибә уртаҡлашыуға ҡамасауламай
29.11.06


       Төньяҡ менән көньяҡ араһындағы кеүек айырма. Махсус рәүештә һауа торошо сайтын ҡараным - иртәнсәк Калининград өлкәһендә плюс биш, төштән һуң - плюс ун бер градусҡа тиклем .
       Ә бында - минус ун ете. Бөгөн республика парламенты спикеры Константин Толкачев менән Калининград өлкә Думаһы рәйесе Сергей Булычев закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
       Төбәктәр араһында уртаҡлыҡ бар, әлбиттә. Унда Балтика флотында беҙҙең егеттәребеҙ хеҙмәт иткән һәм республикабыҙ даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп торған "Башҡортостан" карабы йөрөй. Күптән түгел республикабыҙ өлкәләге сик буйы заставаһына шефлыҡ итеүҙе лә үҙ өҫтөнә алды. Ғөмүмән, иҡтисади хеҙмәттәшлек биш йыл элек адмирал Егоров өлкә губернаторы булған саҡта уҡ башланғайны. Хәҙер өлкә хакимиәтендә яңы идара итеүсе команда, яңы хөкүмәт һәм яңы парламент.
       - Мин әле йәш сәйәсмәнмен, парламент рәйесе итеп апрель айында ғына һайландым. Думабыҙ ҙа бик йәш - дүртенсе генә саҡырылыш, - тип һөйләй Сергей Васильевич. - Калининград өлкәһе өсөн был Килешеү стратегик яҡтан үтә мөһим. "Ҙур Рәсәй" менән төрлө бәйләнештәр беҙгә сәйәси яҡтан да, тормошта ла бик кәрәк. Йәшермәйенсә һәм һис бер тартыныуһыҙ
       әйтәм - башҡорт ҡоролтайы беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Ошо көндәрҙә Константин Борисович менән аралашып, бында, үҙебеҙҙекеләрҙән өйрәнергә кәрәклегенә инандым. Шуға күрә Килешеүгә ҡул ҡуйыуға ҙур әһәмиәт бирәм.
       - Беҙ һуңынан нормаль иҡтисади тауар әйләнешен тәьмин итерлек үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙҙең хоҡуҡи нигеҙен булдырыу бурысын ҡуябыҙ, - тине Константин Толкачев. - Хәҙер өлкә мен ән
       етәкселек итеүгә үҙ үҫеш программаһы булған, дәртле, яңы команда килде. Улар Рәсәй Федерацияһының төп субъекттарында
       булған бөтә алдынғы яңылыҡты файҙаланырға ынтыла.
       Дума делегацияһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Стәрлетамаҡта булып, унда ҡала мэры, эре эшҡыуарҙар, ҡеүәтле химия һәм аҙыҡ-түлек предприятиелары вәкилдәре менән осрашырға өлгөрҙө. Уларҙың программаһында юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу ҙа ҡаралған, сөнки республикабыҙ элек-электән бында йәшәгән халыҡтарҙың милләт-ара һәм конфессия-ара татыулығы менән дан
       тота бит.
       Сергей Булычев делегацияһы составында өс бизнесмен, прокуратура вәкиленән тыш, өлкәлә ҙур вазифа биләгән беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар - һаулыҡ һаҡлау министрының спорт буйынса урынбаҫары Ирек Ғимаев (заманында илдең танылған хоккейсыһы, "Салауат Юлаев" клубы тәрбиәләнеүсеһе) һәм өлкә Думаһының Именлек һәм хоҡуҡ тәртибе буйынса даими комитеты
       рәйесе урынбаҫары Әмир Зәйнәшев. Һуңғыһы Башҡортостан Республикаһының Калининград өлкәһендәге вәкиллеге эшен етәкләй.
       - Калининградта башҡорт диаспораһында алты йөҙгә яҡын кеше, ә өлкәлә Башҡортостандан сыҡҡан ун меңләп кеше йәшәй,
       - тип билдәләне Әмир Зәйнәшев. - Өлкә һәм республика биш йыл буйына аралашһа ла, был Килешеү хеҙмәттәшлектең яңы этабын билдәләр, тип уйлайым.
       Сергей Булычев, Европала Евразия вәкиле булып торған төбә к күҙлегенән, яҡынлашып килгән Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығының әһәмиәтен дә билдәләп үтте.
       - Беҙ сик түгел, ә ҙур Рәсәйҙең бер өлөшө. Беҙҙең өсөн һе ҙҙең
       юбилей - дәүләтселегебеҙҙе, тығыҙ бәйләнешебеҙҙе һыҙыҡ өҫ төнә аласаҡ мөһим ваҡиға. Беҙгә бергә булмаҫҡа, бер- беребеҙҙән бөтә яҡшы нәмәләрҙе өйрәнмәҫкә ярамай, - тине ул.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал