6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Табиб булғың килмәй икән, аҡсаны кире ҡайтар
29.01.04


       Быйыл Рәсәйҙең барлыҡ юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы ҡабул итеү системаһы индерелә. Рәсәй Хөкүмәтенең бындай ҡара рға килеүенә бер нисә сәбәп бар.
       Беренсенән, юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙең күпсе леге, айырыуса, был медицина һәм педагогия институттарына ҡа ғыла, уҡыуға етди ҡарашта түгел. Күптәр армиянан ҡасып, ике нселәре ата-әсәйҙәрҙең ныҡышыуы арҡаһында ғына студент булыр ға теләй. Бәғзеләренә иһә тик "ҡаты ҡағыҙ" ғына кәрәк. Әлбит тә, илке - һалҡы ҡарашлы студенттар киләсәктә һайланған һөнә р буйынса эшләмәйәсәктәре көн кеүек асыҡ.
       Икенсенән, ауыл ерендә белгестәр элеккесә етешмәй. РФ Мәғариф министры Владимир Филиппов һүҙҙәре буйынса, уҡыуға м аҡсатлы ҡабул итеү был мәсьәләне хәл итепргә тейеш. Студентт ы белгес итеүгә байтаҡ аҡса түккән Хөкүмәтте бындай хәл борс олдормай ҡалмай, әлбиттә. Бынан кире дипломлы белгес түгелгә н аҡсаны кире ҡайтарып, теләһә урам һепереүсе булып эшләй а ла, йәки уны уҡытыуға киткән аҡсаны күпмелер ваҡыт һөнәре б уйынса эшләп ҡайтара ала.
       Әммә, закон ҡабул ителгәндән һуң да, был хаҡта һөйләше ү туҡтамай. Барыһын да бер генә һорау ҡыҙыҡһындыра - бөтә уҡ ыу йорттарында ла маҡсатлы ҡабул итеү урынлы булырмы
       Нобель премияһы лауреаты Виталий Гинзбург, мәҫәлән, был
       хаҡта бына нимә ти:
       - Яңы система бөтә вуздарҙа ла кәрәк. Кеше ҡайҙа теләй - шунда йәшәргә ирекле. Әммә был берәүҙәр уны уҡытыуға аҡса тү геп, икенселәр бының емеше менән файҙаланһын тигәнде аңлатма й. Юғары белем мәсьәләһе буйынса ла беҙҙә асыҡлыҡ булырға тейеш . Мөмкинселегең бар икән- түләп уҡы, кире осраҡта -дәүләт яр ҙам итһен, әммә алынған бурысыңды рәхим итеп кире ҡайтарырға
       кәрәк.
       Рәсәй Студент профсоюздары ассоциацияһы лидеры Олег Денис ов фекеренсә, бындай практиканы тик медицина һәм педагогия и нституттарында индерергә кәрәк. РФ Мәғариф министрлығы менән
       берлектә үткәргән тикшереүҙәр тап ошо йүнәлештәге институт ты тамамлаусылар үҙләштергән һөнәре буйынса эшләмәй икән. Ә бит ауылдарҙа тап ошо ике белгес етшмәй ҙә инде. Шулай булғ ас, бындай вуздарҙа маҡсатлы ҡабул итеү уҙғарыу урынлы булас аҡ.
       Был хаҡта студентт сайтарында ла һөйләшәләр. Йәштәр үҙҙәр е был турала нимә уйлай һуң Уларҙың күпселеге маҡсатлы ҡабу л итеүгә ҡырҡа ҡаршы. Сөнки ул "блатнойҙарҙың" һанын арттыра саҡ ҡына. Кемдеңдер ҡалын кеҫәле атаһы билдәле бер фирмаға к омпьютер йәки икенсе кәрәк нәмә алып биреп, улы өсөн маҡсатл ы уҡыуға йүнәлтмә алһа, был уға хатта уҡыуға түләгәнгә ҡарағ анда ла арзаныраҡҡа төшәсәк. Былай булмаясаҡ, тип кем ышанды ра ала бер кем дә! Шуныһы ла бар: яңы ҡабул ителгән закон, iәш белгескә тейешле шарттар тыуҙырған осраҡта ғына, ыңғай һ өҙөмтә бирәсәк.

Александр Шутов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал