6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

23 ноябрь башҡорт киң мәғлүмәт саралары көнө тип иғлан ителә
15.11.06


       Яҡынлашып килгән "Матбуғат - 2007" профессиональ күргәҙмәһендә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары төп экспонент ролен үтәйәсәк.
       Быйыл традицион форум 22 ноябрҙән 25 ноябргә тиклем дауам
       итәсәк. Ун дүртенсе халыҡ - ара "Матбуғат" күргәҙмәһенең экспозицияһы Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә ойошторола. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат көнө 23 ноябргә тәғәйенләнгән.
       - Беҙҙең республика был күргәҙмәлә даими рәүештә ҡатнаша.
       Быйыл беҙ башҡорт киң мәғлүмәт саралары презентацияһына байтаҡ үҙгәрештәр индерергә ниәтләйбеҙ, - тип белдерҙе "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе менән һөйләшкәндә БР Хөкүмәте эр гәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса ид аралыҡ начальнигы урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев. - Мәҫәлән, беҙҙең экспозиция майҙаны артты - ғәҙәти 30 урынына ул 54 квадрат метр тәшкил итәсәк. Өҫтәлгән майҙанда тирмә ҡуйыласаҡ, әйткәндәй, ул ысын тирмә, беҙ уны махсус рәүештә
       Ғафури районынан эҙләп таптыҡ. 23 ноябрҙә тирмә эсендә милли матбуғат проблемаларына арналған "түңәрәк өҫтәл" үткәрергә планлаштырабыҙ. Ошо уҡ көндө Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Ту лы хоҡуҡлы вәкиллегенә барыу ойоштороласаҡ. Әйткәндәй, беҙ к үргәҙмәгә бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе, әммә сығыштары Башҡортостандан булған күренекле яҡташтарыбыҙҙы ла саҡырҙыҡ.
       Күргәҙмә саралары программаһы һәм экспозиция майҙанының к иңәйеүенән тыш, быйыл Башҡортостан делегацияһы составы ла ғәҙәттәгенән күберәк буласаҡ. Йөҙгә яҡын баҫма вәкилдәренән башҡа ( улар араһында "БАШвестЪ" гәзите вәкиле лә бар) уның составына артистар ҙа инә: презентация программаһында концерт номерҙары ҡаралған.
       - Программаға ниндәй үҙенсәлек индереү тураһында оҙаҡ баш
       ватҡандан һуң данлыҡлы шашкасыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина менән уйын сеансы ойошторорға тигән ҡарарға килдек, - тип дауам итә Фәнил Ҡоҙаҡаев.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын билдәләүҙән тыш "Республика Башкортостан" гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған саралар ҙа планлаштырыла.
       - Былар барыһы ла күргәҙмә бюджетының ( унда башҡорт делегацияһы ҡатнашыуын күҙ уңында тотам) ике тапҡыр артыуына булышлыҡ итте, - ти әңгәмәсем.
       Медиафорумды ойоштороусылар "Матбуғат - 2007" сараһының к үләме буйынса быға тиклем булған күргәҙмәләрҙең барыһынан да
       арттырасағын билдәләй. Октябрь башына буш экспозиция майҙандары ҡалмаған, ҡатнашыусылар һаны өс меңдән артҡан.
       "Матбуғат - 2007" форумының төп маҡсаты медиа - һәм бизне с берләшмәләренең һөҙөмтәле үҙ - ара эшмәкәрлеген көйләү, ти п хәбәр итә күргәҙмәнең рәсми сайты. Киң мәғлүмәт саралары менән бер рәттән медиафорум эшмәкәрлегендә Рәсәйҙең
       билдәле компаниялары ла эшләйәсәк. Бөгөнгө баҙар шарттарында һәр компанияның конкурентлыҡ һәләтлеге төплө коммуникацион сәйәсәткә бәйле, һәм был PR - бурыстарҙы хәл итеүҙең иң мөһим өлөшө булып матбуғат менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү тора. Күргәҙмәнең девизы ла ошо турала һөйләй - "Беҙ һайлаған киң мәғлүмәт саралары".
       Күргәҙмә сиктәрендә баҫма киң мәғлүмәт сараларының бизнес
       - ассамблеяһы, баҫма киң мәғлүмәт саралары етәкселәре конгресы, ойошма һәм предприятиеларҙың PR һәм матбуғат хеҙмәте етәкселәре форумы һәм башҡа саралар үткәреләсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал