6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Үҙегеҙҙе кеше булараҡ яратығыҙ!
08.11.06


       Хаҡ динле мосолман өсөн мәсет төҙөүҙән дә изгерәк эш юҡ. Бында һәр кем килеп кәңәш һәм ярҙамға өмөт итә ала. Әммә мәсет күтәреү - ҡатмарлы эш һанала, сөнки ҡара көстәр төҙөүсегә башлаған эшен тамамларға ҡамасауларға тырыша. Ҡөрьәндә лә был кешегә шайтан үҙе ҡаршы тора, тип әйтелә.
       Ҡыйынлыҡтарға бирешмәйенсә Алла йорто төҙөүгә ирешеүсе и зге кешеләр тураһында күп төрлө легендалар һәм риүәйәттәр йәшәп килә. Уларға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла мөмкин. Әммә, билдәле булыуынса, һәр әкиәттә лә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк
       бар.
       Өфө районының Ҡомлокүл ауылында мәсет төҙөү тамамланды. Ә
       был эшкә нигеҙ ун биш йыл элек һалынған булған. Ул ваҡытта район хакимиәте һәм ауыл халҡы төҙөлөш өсөн етерлек аҡсаны туплай һәм уны төҙөлөшкә етәкселек итеүсе кешегә тапшыра. Әммә аҡсаны ҡулға төшөргәндән һуң, был "диндар" юҡҡа сыға.
       Биш йылдан Ҡомлокүлгә өлкән йәштәге ирле - ҡатынлы Ибраһим һәм Мәсүриә Әлимбәковтар күсеп ҡайта. Улар халыҡтың 99 процентын мосолмандар тәшкил иткән был ауылда мәсет булмауына аптырап ҡала, никах уҡытыу йәки балаға исем ҡуштырыу өсөн мосолмандар ҡалаға юл тоторға мәжбүр була.
       Һәм тағы ла төҙөлөш хаҡында һүҙ сыға. Әммә был юлы бер ке м дә вәғәҙәләргә ышанмай, Әлимбәковтарға ярҙам күрһәтеүҙән
       баш тарта.
       Ибраһим Сәйфулла улы ярҙам һорап сит кешеләргә мөрәжәғәт
       итә. Ул үҙе төҙөлөш техникумын тамамлаған, оҙаҡ ваҡыт прора б булып эшләгән, һәм бындай бинаны яңғыҙ кеше бер ҡасан да төҙөп бөтөрә алмаясағын яҡшы аңлай.
       - Беҙгә бик күптәр ярҙам итте, шул иҫәптән аҡсалата ла, -
       ти имам - хатиб Ибраһим. - Ҡатыным документация алып бара, унда
       бөтә иғәнәләр ҙә иҫәпләнә. Был беҙҙең өсөн түгел, киләсәк быуындар өсөн эшләнә. Мәсеттә доға яңғыраһын өсөн күпме кешенең көс һалғанын белһендәр.
       Ә төҙөлөштә бик күп көс түгелә. Беренсе сиратта, был Әлимбәковтар ғаиләһенә ҡағыла. Был парҙың әлегә тиклем ҙур булмаған хужалыҡ тотоп, унан килгән табышты тулыһынса төҙөлөшкә тотоноуы ла бик ҙур ихтирамға лайыҡ.
       Эштәр ун йыл дауам итә. Әммә 2005 йылдың июль айында ғына
       мәсеттең төҙөлөп бөтәсәге билдәле була, төҙөүселәр уның манараһын күтәрә.
       - Бөгөн беҙҙең маҡсат - стеналарҙы эстән көпләү. Һәм мәсе тте рәсми рәүештә асырға - бөтә республиканан ҡунаҡтар саҡыр ырға мөмкин буласаҡ, - тип шатлығы менән уртаҡлаша әңгәмәсем .
       Хәйер, мәсеттең ишектәре бөгөн дә асыҡ, һәр йома бында диндарҙар йыйыла, ҙур байрамдар ваҡытында йәштәр ҙә килгеләй.
       - Был, минеңсә, иң мөһиме, - тип дауам итә Әлимбәков. - Н исек кенә булмаһын, киләсәк - балаларҙа, ейәндәрҙә бит. Ҡыҙғ анысҡа ҡаршы, бөгөн телевизорҙан улар йүнле нимә күреп үҫмәй , хәйер, күп нимә өйҙәге һәм йәмғиәттәге тәрбиәнән дә тора.
       Мәсет иһә берләштерә, кешене шәхсән "мин теләйем" һәм "миңә кәрәктән" тыш дөйөм кешелек принциптарына, үлтереүҙән,
       рәнйетеүҙән, сит кеше проблемаһына битараф булыуҙан тыйыусы ниндәйҙер юғары законға ышанырға мәжбүр итә.
       - Был ҡағиҙәләрҙе тотмаһаҡ, донъябыҙҙың юҡҡа сығасағын
       аңлау бик мөһим, - ти имам. - Һәм бында һүҙ һәр ҡайһыбыҙ би ш тапҡыр намаҙ уҡырға һәм ураҙа тоторға тейешлеге тураһында бармай, был һәр кемдең ҡулынан килмәй ҙә. Бары тик бер - береңде, Алланы һәм үҙеңде яратырға кәрәк.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал