6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Консерванттарҙы ҡалаҡлап һоғонмағыҙ!
03.11.06


       Кисә минең тыуған көнөм булды. Билдәле булыуынса, ҡунаҡта р көтөү, өҫтәл әҙерләү мине лә урап үтмәне. Өҫтәлгә ултыртыу өсөн ашамлыҡтар, тәбиғи, алдан уҡ һатып алынды. Шул иҫәптән ыуылдырыҡ та. Дөрөҫ, ҡара ыуылдырыҡ һәм студент саҡта
       яратып ашаған баклажан "ыуылдырығы" булманы, ә бына һөмбаш балығының ҡыҙыл ыуылдырығын таптыҡ. Экономия маҡсатында уны баҙарҙан алырға тура килде, әммә ул ныҡлы металл банкаға тултырылған, ГОСТ билдәһе һәм Сахалинда уны әҙерләп сығарыусының адресы ла яҙылған ине. Ҡыҙыл фонда эре шрифт менән "Продукт ҡулланыуға әҙер. Составында - ыуылдырыҡ, тоҙ, Е - 200, Е - 239 консерванттары" тигән яҙыу үтә. Өйҙә мин уларҙы ентекләберәк ҡараным һәм тыйылған консерванттар исемлегенә мөрәжәғәт иттем. Һөҙөмтәлә Е - 200 консервантының исемлектә булмауы, йәғни, ҡулланырға мөмкин б улыуы асыҡланды. Ә бына Е - 239 канцероген, йәғни онкологик ауырыуҙарға сәбәп булыуы ихтимал матдә булараҡ һүрәтләнә. Һөҙөмтәлә байрам өҫтәленә ыуылдырыҡ ултыртылманы, уның ҡарауы Роспотребнадзорға шылтыратыуҙар, белгестәр менән һөйләшеү һәм, һөҙөмтә булараҡ, ошо материал барлыҡҡа килде.
       Беренсе мөрәжәғәт иткән кешем - Туҡланыу гигиенаһы бүле ге начальнигы Илдар Уразбахтин Е - 239 консерванты тураһында ғы һорауыма былай тип яуапланы:
       - Е - 239 консерванты - гексаметилентетрамин ( уротропин) Рәсәйҙә аҙыҡ - түлек етештереүҙә ҡулланыу рөхсәт ителгән консерванттар исемлегенә инә. Быны Минюст тарафынан раҫланған "Аҙыҡ өҫтәмәләрен ҡулланыуға гигиена талаптары" санитар - эпидемиологик ҡағиҙәләр йыйынтығында ла күрергә була.
       Ни өсөн Е - 239 тыйылған консерванттар исемлегенә индерелг ән, тигән һорауыма Уразбахтин ҡалаҡлап ашағанда, һәр консерв ант та зыянлы буласаҡ, тип яуап бирҙе. Әммә аҙ күләмдә уларҙ ың
       зыяны юҡ, ә консерваларҙа был матдә микроскопик дозаларҙа ғына файҙаланыла. Ошоноң менән беҙҙең әңгәмә тамамланды.
       Башҡа сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеп, мин Е - 239 тураһында ,
       ғөмүмән, консерванттар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштым. Е - 239 - гексаметилентетрамин ( уротропин) - шәрбәтле төҫһөҙ кристалдар балыҡ продукцияһын консервалауҙа файҙаланыла икән - ул фенол - формальдегид ыҫмалаларын ҡатырыусы, шартлаусы матдәләрҙе ( октоген, гексоген) синтезл ау өсөн сеймал, ҡаты төтөнһөҙ яғыулыҡ ( ҡаты спирт), антисеп тик средство булып тора. Ҡайһы бер илдәрҙә уны ағыу булараҡ аҙыҡ  ­ түлек сәнәғәтендә ҡулланыу тыйылған.
       Артабан киттек. Эйе, бөгөн ыуылдырыҡ етештереү өлкәһе консервантһыҙ эшләмәй. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә мискәләге һәм
       консервалағы ыуылдырыҡ ГОСТ тарафынан рөхсәт ителгән өс консервант ҡулланып етештерелә: уротропин ( Е - 239), сорбин кислотаһы ( Е - 200), варэкс - 2. Һәм тәүге ике консервант м отлаҡ бергә ҡулланыла! Е - 239 бар икән, тимәк Е - 200 - ҙә бар тигән
       һүҙ, ә бына варэкс - 2 ыуылдырыҡта яңғыҙы. Бөтә етештереүселәр ҙә продукцияһының тышында продукция составында консервант булыу - булмауын күрһәтергә тейеш. Был
       консерванттар нимәһе менән айырыла Тәүге икәүһе - традицио н һәм әлегә Рәсәйҙә был маҡсатта файҙаланылыусы иң таралған матдәләр булып һанала. Әммә үҫешкән илдәрҙә улар күптән инде
       файҙаланылмай. Әгәр ыуылдырыҡ технология ҡағиҙәләрен боҙмайынса әҙерләнгән һәм ҡулланыу ваҡыты үтмәгән икән, тимәк был консерванттар ҡулланыусы өсөн зарарлы түгел. Әммә продукция боҙола башлаһа, уротропин тарҡала һәм бик ағыулы матдә - формальдегид бүлеп сығара. ГОСТ тарафынан 2005 йылда ғына рөхсәт ителгән варэкс - 2 - гә килгәндә, унда уротропин булмауы билдәле, ләкин составында сорбин кислотаһы бар. Уны экспортҡа оҙатылыусы ыуылдырыҡҡа һалалар,
       сөнки сит илдәрҙә ЕЭС һәм АҠШ илдәрендә рөхсәт ителгән
       консервантлы продукцияны ғына һатып алалар. Тағы ла сит илг ә тоҙлап туңдырылған ыуылдырыҡ оҙатыла. Бындай ыуылдырыҡ ике
       йыл һаҡланһа ла сифатына зыян килмәй. Сит илгә иң юғары сифатлы һөмбаш ыуылдырығы ғына оҙатыла. Экспорт өсөн әҙерләнгән банкаларҙағы ыуылдырыҡ һәм эске файҙаланыу өсөн ә ҙерләнгән ыуылдырыҡтың сифаты бер төрлө тип әйтеүсе белгестәргә ышанмағыҙ.
       Беҙҙең һатып алыусылар сит ил кешеләренә ҡарағанда талымһыҙыраҡ, шуға күрә уротропин әле булһа файҙаланыуҙан алынмай. Әммә күңелде йыуатырлыҡ мәғлүәмәттәр ҙә бар. Норма буйынса ыуылдырыҡта консервант күләме продукцияның дөйөм мас саһының 0,1 процентын тәшкил итеүе мөмкин, әммә, ғәҙәттә, ет ештереүселәр уны аҙыраҡ күләмдә файҙалана. Был аҡһымлы продукттың тәмен тәбиғи тәмгә яҡынлаштырыу өсөн эшләнә. Шуға күрә әҙерләнгән ыуылдырыҡта ( айырыуса махсус заказ буйынса әҙерләнгәненә ҡағыла) йыл һайын тоҙ күләме лә кәмей бара.
       Ғөмүмән, консерванттар менән бик һаҡ булырға кәрәк. Хатта
       ҡулланыуға рөхсәт ителгән хәлдә лә күптәренең кире йоғонто
       яһау ихтималлығын оноторға ярамай. Консерванттарҙың ҡайһы берҙәре тире ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерә, ашҡаҙан - эсәк тракты ауырыуҙарынан, быуманан яфаланыусыларға, бөйөр сиренә дусар булыусыларға ҡулланыу өсөн килешмәгәндәре бар. Мәҫәлән, бөйөр, эсәк ауырыуҙары, дисбактериоз, холецистит менән ауырыусыларға Е 250 - натрий нитриты - булған продуктт ар ҡабул итеү тыйыла. Был кешеләрҙең ашҡаҙан - эсәк трактына эләккәндән һуң, нитраттарҙың бер өлөшө тағы ла ағыулыраҡ нитритҡа әүерелә, улары, үҙ сиратында, көслө канцерогендар - нитрозоамин барлыҡҡа килтерә. Юғары концентрациялы нитриттар ағыуланыуға, хатта үлем осрағына ла килтереүе
       мөмкин.
       Йәки бына күптәрҙең натрий глютаматы хаҡында ишеткәне барҙыр - тәм арттырыу өсөн уны иткә, аштарға, тиҙ бешә торған туҡмасҡа, консервалар, соустар, тәмләткестәр, чипсы һ әм колбасаға өҫтәйҙәр. Күптән түгел япон ғалимдары натрий глютаматының ҙур күләмдә ҡомаҡтарҙың һуҡырайыуына килтереүен асыҡлаған. Кеше өсөн нормалар түбәнерәк, әлбиттә.
       Әммә, тикшереүселәр фекеренсә, оҙаҡ ваҡыт ҡабул иткән осраҡта глютамат кешенең күреү һәләтенә тәьҫир итеүе ихтимал . Консерванттар, айырыуса Е - 239 тураһында ошо мәғлүмәттәр гә эйә булғас, мин бер аҙ тынысландым. Тик шулай ҙа ни өсөнд өр һаман да ыуылдырыҡ ашағым килмәй әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал