6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Нарком ҡатынының Өфөлә үткән көндәре
01.11.06


       Илебеҙҙең бик күп күренекле кешеләренең тормошо теге йәки
       был дәрәжәлә Өфө ҡалаһы, Башҡортостан менән бәйле. Рәсәйҙә эшселәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, хәрби мәсьәләләр буйынса нарком Николай Подвойскийҙың ҡатыны Нина Августовна Подвойская ла беҙҙә ике тапҡыр булып киткән.
       Уның Башҡоростан менән тәүге осрашыуы 1918 йылға тура килә . Яҙын Петроградта ҡала халҡын аҙыҡ - түлек менән тәьмин ите ү
       буйынса ҡатмарлыҡтар тыуа. Петроград эшселәренең балаларын ас үлемдән ҡотҡарыу өсөн уларҙы илдең икмәкле төбәктәренә күсерә башлайҙар. Нина Августовна ул ваҡытта Наркомпроста эшләй һәм уға Өфө губернаһына ебәрелгән Петроград балаларының ҙур төркөмөндә эш алып барыуҙы йөкмәтәләр. Балалар элекке алпауыт имениеларында урынлаштырыла. Йөҙләп б ала Өфөнән 17 саҡрымда урынлашҡан Миловка имениеһында нигеҙләнә. Улы һәм өс ҡыҙы менән Подвойская ла бында була.
       Хеҙмәт колонияһында йәшәү үҙ - үҙеңде хеҙмәтләндереүҙе лә
       аңлата. Өлкәнерәк балалар оҫтаханала туҫтаҡтар, көрөшкәләр,
       күнәктәр, тастар, йыйылмалы карауаттар эшләү менән мәшғүл
       була. Ҡыҙҙар ашарға бешерә, кер йыуа. Барыһы бергә баҫыуҙа һәм баҡсала ла тир түгәләр.
       Хеҙмәт колонияһында йәшәүе хаҡында Лев Подвойский түбәндәгеләрҙе һөйләй: "Әсәй беҙгә нарком балалары булараҡ бер ниндәй ҙә өҫтөнлөк күрһәтмәүҙәрен талап итә торғайны".
       Йәйен аҡгвардеецтар Өфөгә яҡынлаша. Беҙҙең ғәскәрҙәр
       ҡаланы ҡалдырырға мәжбүр була. Колонияны карателдәр отряды баҫып ала. Аҡтар балаларҙың һәм етәкселәрҙең әйберҙәрен таратып ташлай, барыһын да имениенан ҡыуып сығарыу менән янай.
       Н. А. Подвойскаяны балалар менән бергә ылауҙа аманат сифатында алып китәләр. Һуңынан Нина Августовнаны, күренекле
       дәүләт эшмәкәрҙәре Александр Цюрупа, Аким Юрьев, Николай
       Брюхановтың ҡатындарын һәм балаларын төрмәнән сығарыуға Совет хөкүмәте булышлыҡ итә һәм фронт һыҙығы аша оҙатыуға өлгәшә.
       Декабрь айында Өфө янында һуғыштар бара. Яңы йыл төнөндә ҡыҙыармеецтар ҡаланы дошмандарҙан азат итә. Петроград балаларының әсир хоҡуғында көн күреүе тамамлана. Ҡыҙыл Армия частары командованиеһы һәм ревком улар өсөн яңы йыл шы ршыһы ойоштора.
       Нина Августовна Подвойская үҙенең ғүмере эсендә күп төрлө партия заданиеларын үтәй. Ярославль, Түбәнге Новгород, Мәскә ү, Кострома ҡалаларында марксист түңәрәктәрен ойоштороу менән шөғөлләнә. Октябрь көндәрендә Хәрби - революцион комитетта, артабан РКП (б) - ның Үҙәк комитеты аппаратында
       эшләй.
       Әммә үҙе өсөн партияның иң почетлы йөкләмәһе тип ул 1924 йылдан башлап В. И. Ленин институтында эшләүен һанай.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, дошман Мәскәү стеналары янына яҡынлашҡас, Маркс - Энгельс - Ленин институты Өфөгә эвакуациялана. Документ һәм ҡулъяҙмалары ғына ла 28 меңдән ашыу иҫәпләнгән Ленин фонды ла бында күсә. Өлкән ғилми хеҙмәткәр Н. А. Подвойская айырыуса ҙур ихтирам менән файҙалана. Лениндың ҡулъяҙмалары өҫтөндә ул өс тиҫтә йылға яҡын эшләй. "Ленин йыйынтыҡтары" уның ҡатнашлығында әҙерләнә.
       Нина Августовнаға фронттағы тормош иптәшенән хаттар килеү е дауам итә.
       "Совет ғәскәрҙәренең дошман эттәренә ҡаршы көрәше көсәйгән һайын мин, ҡәҙерлем, һинең Ленин йыйынтыҡтарын сығарып,
       ни тиклем баһалап бөткөһөҙ эш башҡарыуыңды аңлайым. Эйе, һин партияға, халҡыңа тоғро хеҙмәт итәһең... В. И. Ленин институтында күп йылдар буйына эшләгән ваҡытыңды көнләп, айлап хәтергә төшөрәм. Шуға күрә һиңә ҡыҙыл яугирҙар менән
       иңгә - иң көрәшкән фронт политругы итеп ҡарайым..."
       1944 йылдың сентябрь - октябрь айҙарында архив Мәскәүгә ҡайтҡас, ентекле тикшереү барлыҡ ҡулъяҙмаларҙың да
       һаҡланыуын, бер биттең дә юғалмауын күрһәтә.
       Өфөлә өс йыл йәшәү дәүерендә Н. А. Подвойская иренән 345
       хат ала, уларҙың күбеһе ун һәм унан да күберәк биттән тора. Нина Августовна ла үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Эше тураһында бик ҡыҫҡа ғына яҙа, һаулығы насар булыуына ҡарамаҫтан, хаттарында был турала бөтөнләй телгә алмай.
       Н. А. Подвойская 1953 йылдың 1 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал