6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Күп эш башҡарыла, уны күрһәтә белергә лә кәрәк
30.10.06


       Төҙөкләндереү йылы аҙағына яҡынлаша. Әммә календарь буйынса ғына. Киләһе йыл Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын билдәләү йылы
       булараҡ, Башҡортостандың ауыл - ҡалаларын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән бөтә саралар ҙа дауам итәсәк, тип әйтелде БР Хөкүмәте Премьер - министры, Башҡортостан Республикаһында Төҙөкләндереү йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә үткән БР Хөкүмәте ултырышында.
       Ултырыш республикала төҙөкләндереү буйынса сараларҙың үтәлеү барышына арналды. Докладтар менән БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллин, тәбиғи ресурстар министры Альфред Фәүхетдинов,
       бер нисә хакимиәт башлығы сығыш яһаны.
       Йылдың дөйөм йомғаҡтары булараҡ, ҡала төҙөлөш өлкәһендә норматив - хоҡуҡи көйләү эшенең яҡшырыуын, "Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында" закон, БР Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһында социаль торлаҡҡа ипотека кредиты тураһында",
       "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыу тураһында" ҡарарын билдәләргә мөмкин, тағы бер нисә проект
       әлегә әҙерлек стадияһында ҡала.
       Республикала торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре арта, граждандарҙың
       төрлө категориялары өсөн торлаҡ төҙөү һәм һатып алыу мөмкинселеге барлыҡҡа килә, торлаҡ төҙөлөшөндә инновацион технологиялар файҙалана. Туғыҙ ай эсендә дөйөм майҙаны миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән 14 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Йыл аҙағына тиклем дөйөм майҙаны б ер миллион 700 мең "квадрат" тәшкил иткән 20 меңдән ашыу
       фатирҙы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
       "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" программаһына республика бюджетынан 180 миллион һум, федераль бюджеттан - 50 миллион, Өфө ҡаҙнаһынан - 40 миллион һум бүленә. Ауыл ерендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә БР бюджетынан 118 миллион һум, федераль бюджеттан - 89 миллион һум йүнәлтеләсәк. Башҡортостанда торлаҡҡа ипотека кредитын үҫтереүгә республика 154 миллион, инженер коммуникациялары төҙөү өсөн ошо уҡ сығанаҡ 145 миллион һум бүлә.
       Төҙөлөш, реконструкциялау һәм киңәйтеүгә 12 миллиард һум
       тотоноу ҡаралған, уларҙың ун миллиардтан ашыуы - БР
       бюджетынан, ике миллиард тирәһе - федераль бюджеттан бүленәсәк.
       Республиканың юл төҙөлөшө тармағына ағымдағы йылда дүрт м иллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу планлаштырыла. Машина юлдары һәм юлдарҙа ҡоролмалар төҙөү һәм реконструкциялауға б ер ярым миллиард һум бүленә: 90 километрлыҡ автомобиль юлын, 426 погон метр күперҙәрҙе файҙаланыуға тапшырыу, республиканың ауылдары һәм ҡасабаларында 64 километрлыҡ
       асфальт түшәү ниәтләнә. Автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға
       һәм юл хужалығы идаралығына миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
       Яҙын һәм көҙөн республикала экологик өмәләр үткәрелде. Туймазыла "Таҙа ҡала", Баймаҡта - "Бәләкәй йылғалар таҙа булһын" һәм "Һаҡмар", Шишмә районында - Таҙа ярҙар", Салауат
       һәм Бүздәк райондарында - Таҙа яр" һәм "Саф шишмә", Мишкә р айонында - "Таҙа йылға" һәм "Йәшел десант" акциялары үтте. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса конкурстар, "Иң төҙөк ойошма" смотрҙары, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары ойошторола.
       Республика бюджеты иҫәбенә Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығы 5,5 миллион һумға Германияла етештерелгән ағас
       ултыртыу агрегаттары һатып алды. Улар Туймазы, Ишембай, Дәүләкән, Нуриман һәм Күгәрсен райондарына таратып бирелгән.
       Яңы техниканы файҙаланып өс меңгә яҡын ағас ултыртылған да инде.
       Байдәүләтов был юлы министрҙарҙың сығыштарына тәнҡитле ҡарашта булды, күп һорауҙар бирҙе һәм тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Рафаэль Ибраһим улы быйыл юл фондының быға тиклем бул мағанса файҙаланыуын билдәләне, һәм асфальт түшәлгән трассаның хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ ултыртылған ағас һ әм ҡыуаҡлыҡтар һаны буйынса - 30 мең - шикләнеүен белдерҙе. "Һеҙҙе ҡыуаҡтар ҡотҡара, - тине Байдәүләтов, - уны берҙе ултыртып та унау тип һанарға мөмкин! Ә ағас - ул ағас!"
       Ерҙе үҙаллы файҙаланып, файҙалы ҡаҙылмалар табылған карьерҙарҙы эшкәртеү тураһындағы хәбәргә лә Премьер - министр бик ҡәтғи ҡарашта тороуын белдерҙе: "Ҡануниәтте көсәйтергә кәрәк! Кем теләй, шул ҡаҙа! Белорет районынан да хәбәр иттеләр. Унда бер ҡайҙа ла теркәлмәгән йылғыр "малтабарҙар" үҙаллы плитняк (ҡатламлы таш) "етештерә". Тиҫтәләрсә тонна алып сығып һаталар. Бында уның бер куб метрының үҙҡиммәте 10 мең, ә Мәскәүҙә - 15! Өҫтәүенә районда
       эш булмауынан файҙаланып, улар урындағы халыҡты бик арзан хаҡҡа эшкә йәлеп итә. Тиҙ арала карьерҙарҙы законһыҙ эшкәрте ү һәм ерҙе баҫып алыу өсөн күрелгән сараларҙы көсәйтеү буйынса закон сығарыу инициативаһы менән сығыш яһарға кәрәк! " Байдәүләтов урмандан ағас ташыуға ла ҡағылды: "Ағас ташыуҙы ҡәтғи рәүештә тыйырға! Бер ҡағыҙ буйынса йөҙләгән кубометр ағас ташыйҙар!"
       - Йомғаҡлау ултырышына ентекле әҙерләнеүегеҙҙе һорайым, - тине һүҙен тамамлап Байдәүләтов, - нисә километр асфальт түшәлгән, нисә йортҡа номер ҡуйылған, нисә ағас ултыртылған - барыһын да белергә кәрәк. Күп эш башҡарыла, әммә һеҙ уны һ әр ваҡытта ла күрһәтә беләһегеҙ, тип әйтеүе ҡыйын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал