6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Күргәҙмәләр

Яратҡан һөнәре - һунар
23.01.04


       Гелий Георгиевич Базекин һунарҙан бик һирәк буш ҡул менә н ҡайта. Һунар уның өсөн - иң изге эш тип тә әйтергә булалыр , моғайын. Сөнки был мауығыу Базекиндар ғаиләһенең тамырҙары нан уҡ килә. Ҡатыны - Нина Ивановна ла йәш сағында мылтыҡтан
       атыу менән мауыҡҡан.
       Гелий Георгиевич үҙе алты йәшлек сағынан уҡ Себер урм андарында һунарға сыға башлаған. "Һунарҙа иң мөһиме - тәбәиғ әт менән аралашыу, - ти ул. Спортсы булараҡ мылтыҡтан атырға
       ла яратам, әлбиттә".
       Был атаҡлы һунасы менән мин "Башҡортостан тәбиғәте һәм
       һунар" республика күргәҙмәһендә таныштым. Унда Гелий Георги евич менән уның улы Сергейҙы иң яҡшы таксидермистар, йәғни й әнлек ҡарасҡылары эшләү оҫталары рәтенә индерҙеләр. Был һөнә р менән Гелий Георгиевич 12 йәшенән шөғөлләнә. 70 - се йылда рҙа Чехословакияла үткән һунарсылар күргәҙмәһендә уның экспо наттары беренсе урын яулай.
       Таксидермист һөнәре күп яҡлы: ул скульптор ҙа, рәссам д а, балта оҫтаһы ла, хирург, стоматоог та булырға тейеш. Үҙ ғ үмере эсендә Гелий Георгиевич биш мең ярым ҡарасҡы әҙерләгән . Үҙе белгәнде улы Сергейға ла өйрәткән. Уның стажы 15 йыл с амаһы. Уларҙың коллекцияһында бик күп йәнлек һәм ҡоштар бар.
       - Ә поляр өкөһө ҡайҙан хасил булды Ул бит Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
       - Дөрөҫ, шуға күрә мин өкөгә һунар итмәйем дә. Күберәк ҡо р, һуйырға. Ә был өкө миңә урман ҡараусыларҙан килеп эләкте.
       Ғәҙәттә улар юғары вольтлы электр линияларына ултыра.
       - Бер ҡарасҡы әҙерләү өсөн күпме ваҡытығыҙҙы сарыф итәһег еҙ, әйтәйек, өкө ҡарасҡыһына.
       - Бер көн китә. Уның күҙҙәре һәм теленән башҡа бар ере лә
       шул көйө ҡала. Әҙерлек эштәре күп ваҡытты ала.
       Бөгөн байҙар ғына һунарсы була ала тип иҫәпләй Гелий Геор гиевич. Сөнки мылтыҡ та, патрондар ҙа ҡыйбат тора. Ә инде ун ың һунарсы мәҙәктәрен бер китап итеп сығарырға булыр ине.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал