6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тәүге баҫманың бер быуатлыҡ юбилейы
20.10.06


       "Республика Башкортостан" гәзитенең беренсе битендә, логотип эргәһендә, "Гәзит 1906 йылда сыға башлай" тип яҙылға н. Нәҡ шул ваҡытта, йөҙ йыл элек, 8 (21) октябрҙә "Уфимский рабочий" гәзитенең тәүге һаны сыға, ул Башҡортостандағы
       матбуғат эшенә юл һала.
       Гәзит беренсе урыҫ революцияһы йылдарында В. И. Ленин
       ҡатнашлығында булдырыла. 1905 йылдың ноябрендә ул эмиграциянан Рәсәйгә әйләнеп ҡайта. Был осорҙа илдә революцион хәрәкәттең иң юғары күтәрелеш ваҡыты була. "Бөгөнгө хәрәкәт гигант аҙымдар менән, иҫ китмәле үҫеш кисергәндә партияға матбуғат ярҙамында ғына етәкселек итергә
       мөмкин", - тип яҙа Владимир Ильич. 1905 йылдың декабрендә у л Өфөнөң РСДРП ойошмаһы вәкиле А. Д. Цюрупаны Петербургҡа
       саҡыра. Өфө һәм Урал большевиктарының эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, ҡайһы бер күрһәтмәләр бирә, улар араһында "партия типографияһын булдырыу" һәм легаль булмаған әҙәбиәт сығарыу тураһында ла һүҙ бара. Был осраҡлы түгел. Өфөнөң партия ойошмаһы Уралда иң ҙурыһы була. Биш йыл элек Өфөлә булып киткән Ленин матбуғат органы баҫтырыу өсөн кадрҙар һәм
       мөмкинселектәр барлығын яҡшы белә. Ул 1903 йылдың ғинуарынан башлап РСДРП комитеты сығарған "Уфимский листок" менән дә таныш була.
       Өфөлөләр яҡшы итеп йыһазландырылған йәшерен типография бу лдыра, башта листовкалар һәм прокламациялар баҫыла, ә 1906 й ылдың 8 (21) октябренән "Уфимский рабочий" гәзите сыға
       башлай.
       Беҙҙең алда "Уфимский рабочий" гәзитенең комплекты. Бөтәһ е 28 һан. Ул "Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!" девизы менән асыла, артабан "Рәсәй социал - демократик
       эшселәр партияһы" тип яҙылған. Артабан "Өфө комитетының аҙна һайын сығыусы баҫмаһы" тип уҡыйбыҙ. Гәзит ғәҙәттә дүрт биттә сыға. Тиражы - өс мең дана.
       "Уфимский рабочий" биләгән позицияһының сәйәси асыҡлығы, хәрби рухы, материалдарҙың әҙәби биҙәлеше менән айырылып тора. Байтаҡ сығыштар йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса большевиктарҙың үҙәк гәзиттәрендәге материалдар менән ауаздаш була. "Пролетарий" гәзите баҫмаға юғары баһа бирә: " Урындағы органдарҙан "Уральский рабочий" иң ныҡлы һәм популяр булып иҫәпләнә", - тип яҙа ул.
       "Уфимский рабочий" гәзитенең тәүге һаны сығыуына йөҙ йыл үткән. "Уны, Өфө эшселәренең беренсе гәзитен, Рәсәйҙең тәүге
       революцияһы тыуҙырҙы, - тип хәтерләй Мостай Кәрим. - Ул осорҙан һуң күп йылдар үтте. Әммә музей экспонаттары араһында уның кибеп ярылған биттәренә ҡараһаң, бөгөн дә алыҫтағы хәүефле көндәр һулышын һиҙергә мөмкин. Өфөлә тәүге революция осоронда сыҡҡан гәзит хеҙмәткәрҙәре профессиональ журналист булмағандыр ҙа, бәлки, әммә ысын революционер булыуҙары шик тыуҙырмай".
       "Уфимский рабочий" гәзитенең тәүге мөхәррирҙәре күренекле
       революционерҙар. Уларҙың береһе ул ваҡытта Уралда Романыч б улараҡ билдәле А. Митрофанов була. Алексей Христофорович 1879 йылда Калуга губернаһында батрак ғаиләһендә донъяға килә. Үҫмер сағында Мәскәүҙә фабрикала, Пермдә столяр булып эшләй. 1906 йылда сит кеше исеменә яҙылған паспорт менән подпольеға китә һәм Екатеринбургта, Төмәндә, Өфөлә партия эше менән шөғөлләнә. Үҙаллы уҡырға һәм яҙырға өйрәнә, артабан ғүмер буйына белемен камиллаштыра.
       "Уфимский рабочий" гәзите тәүге һандарынан уҡ халыҡтың яратҡан баҫмаһына әүерелә. "... Корреспонденциялар күп килде , - тип хәтерләй Романыч. - Администраторҙарҙы әрләү, артыҡ маһая башлаған мастерҙарҙы иҫкәртеү - завод һәм оҫтаханаларҙан килгән яҙыуҙарҙың йөкмәткеһе ғәҙәттә ошоға ҡайтып ҡала ине..."
       Митрофанов мөхәррир булғанда гәзиттең 14 һаны сыға. Был икенсе Дәүләт Думаһына һайлауҙарға әҙерлек ваҡыты. Урал өлкә комитеты ҡарары буйынса уны пропаганда һәм өгөтләү
       эше менән шөғөлләнеү өсөн башҡа крайҙарға ебәрәләр.
       Революциянан һуң А. Х. Митрофанов "Приволжская правда" һәм "Голос трудового крестьянства", "Советский Дон" гәзиттәр е, "Красный пахарь" журналы мөхәррире булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башында бик ныҡ ауырыуы сәбәпле, Митрофановты Мәскәүҙән Уралға ял йортона оҙаталар, 1941 йылдың икенсе сентябрендә ул вафат була.
       "Уфимский рабочий" гәзите мөхәррире посында Алексей Христофоровичты Борис Михайлович Волин ( 1886 - 1957) алмаштыра. Декабрҙәге ҡораллы күтәрелеш баҫылғандан һуң уны Өфөгә ебәрәләр.
       Ул бик көслө журналист булараҡ билдәле. Революцияға тиклем "Правда" гәзитендә хеҙмәттәшлек итә, һуңынан "Правда" , "Вечерняя Москва" редколлегияһы составына инә, "На литературном посту", "Борьба классов", "Вопросы истории"
       журналдарында мөхәррир вазифаһын башҡара.
       1956 йылдың икенсе октябрендә "Советская Россия" гәзитенд ә сыҡҡан мәҡәләһендә Волин "Уфимский рабочий" гәзите хаҡында
       һөйләй. "Гәзиттәр төргәген куртка эсенә йәшереп, миңә уларҙ ы Златоуст, Сим һәм Уралдағы башҡа заводтарға ташырға тура килде. Өфө, Минйәр, Аша һәм башҡа ҡалаларҙа беҙҙең үҙ хәбәрселәребеҙ бар ине. Хәбәрселәрҙең хаттары һәм корреспонденциялары беҙгә 1906 - 1908 йылдарҙа Өфө губернаһында революцион эшмәкәрлекте киң яҡтыртырға
       мөмкинселек бирҙе".
       Өфө большевиктар комитетының тимер юлсыларҙы һәм металлургтарҙы, крәҫтиәндәрҙе һәм һалдаттарҙы борсоған һорауҙарға ябай һәм аңлашылыусан яуаптар биреүсе хәрби органы урындарҙа ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Батша власының тыйыуҙары һәм эҙәрлекләүенә ҡарамаҫтан, гәзит бөгөнгө Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарына ла барып етә.
       Күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре Николай Павлович Брюханов та "Уфимский гәзите" менән тығыҙ бәйләнештә була. Нәҡ ул гәзитте сығарыу өсөн бөтәһен дә әҙерләй, Әммә ҡулға алыу осраҡтарының йышайыуы, социал - демократтарҙы эҙәрлекләүҙәр уны эшен аҙағына тиклем еткермәйенсә, Өфөнән тиҙ арала китергә мәжбүр итә. Бына шул саҡта комитетта Митрофанов пәйҙә була ла инде. Шулай ҙа Өфөгә ҡайтҡандан һуң Николай Павловичҡа гәзиттең һуңғы, 28 - се һанын сығарыр ға тура килә ( 1908 йылдың 17 ( 30) октябре). 25 - се һәм 26
       - сы һандар юғалыуы сәбәпле иҫәпләнмәй.
       "Уфимский рабочий" ябылғандан һуң Башҡортостанда эшсе матбуғат листовкалар һәм прокламациялар формаһында ғына ҡала. Болшевиктарҙың бөтә баҫмалары ла ябыла. Илдә полиция реакцияһы хөкөм һөрә.
       Февраль айындағы буржуаз - демократик революциянан һуң Башҡортостан большевиктарының баҫма органы тергеҙелә. 1917 й ылдың 19 мартынан көндәлек "Вперед!" ("Уфимский рабочий"
       гәзитенең вариҫы) гәзите сыға башлай. Уның мөхәррире вазифаһын большевик Алексей Иванович Свидерский ( 1878 - 1933) башҡара. Өфөнөң большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа
       ингән РСДРП комитетының сәйәси йүнәлешендә эҙмә - эҙлеклелек булмауы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзиттең идея йүнәлешендә лә сағылыш таба. Партияның Үҙәк комитеты гәзиттең хәрби һәләтен көсәйтеү маҡсатында мөхәррир вазифаһына В. И. Ленинға һәм Н. К. Крупскаяға яҡшы таныш булған Людмила Николаевна Сталде тәҡдим итә.
       Башҡортостан территорияһы колчаковсыларҙан азат ителгәс, 1919 йылдың июленән "Известия Уфимского губернского
       революционного комитета" гәзите сыға башлай.
       Урындарҙа тормош яйға һалына, республиканың партия һәм дәүләт органдары барлыҡҡа килә. 1922 йылда Башҡортостандың Р КП (б) обкомы һәм Башҡорт АССР - ы органы - "Власть труда" гәзите сыға башлай. Ул ауыл хужалығы производствоһын,
       сәнәғәтте, транспортты тергеҙеү өсөн көрәште ойоштороусы булараҡ сығыш яһай.
       Ә 1925 йылдың беренсе ғинуарынан башлап гәзит икенсе исем
       аҫтында - "Красная Башкирия" - сыға. Һәм 1951 йылдың сентябренә тиклем үҙгәрмәй. Сентябрҙә иһә гәзиттең яңы исеме
       барлыҡҡа килә - "Советская Башкирия". Ул үҙенә тиклем булға н баҫмаларҙың данлы йолаларын һаҡлап алып ҡала.
       1967 йылдың 28 февралендә СССР - ҙың Юғары Советы Указында "Советская Башкирия" гәзитенең ҡаҙаныштары
       сағылыш таба. Республика гәзите Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ
       ордены менән наградлана.
       Бөгөн "Советская Башкирия" гәзитенең эстафетаһын "Республика Башкортостан" гәзите ҡабул итеп алды. Уның коллективында "Советская Башкирия" заманындағы талантлы журналистар эшләүен дауам итә. Бөгөнгө гәзиттең исеменән уң
       яҡта Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены төшөрөлгән. Был "Уфимский р абочийҙан" башлап "Республика Башкортостан" гәзитенә тиклем бер нисә быуын гәзит хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн награда.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал