6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Һин һаман да беҙҙең менән, Мостай
20.10.06


       Бер тапҡыр Мостай Кәримдән:
       - Мостафа Сафа улы! Һеҙ бик күп һүҙ оҫталары менән дуҫһығ ыҙ. Ошо дуҫлыҡ тураһында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле, - тип үтенәләр.
       - Шағирҙар дуҫлығы бик электән кешеләр һәм халыҡтар аралашыуындағы иң юғары күренеш булған. Төрлө халыҡтарға ҡараусы шағирҙар һәм яҙыусылар бер - береһен йөҙгә белмәһә лә, туғандар булып һаналған, уларҙы үҙ халыҡтарына булған һөйөү берләштергән.
       Илебеҙҙең күп кенә яҙыусылары менән мин ябай дуҫлыҡ һәм ижад менән генә түгел, яҙмышым менән бәйләнгәнмен. Тәүге китабымдың урыҫ телендә сығыу тарихын хәтергә төшөрөп китәм.
       Уны нәшер итеүҙә нисәмә кеше ҡатнашты! Михаил Дудин...
       Беҙ уның менән тәүге тапҡыр 1947 йылда Мәскәүҙә, йәш яҙыусыларҙың беренсе кәңәшмәһендә осраштыҡ. Мин ул ваҡытта б ик ныҡ ауырыным. Дудин был турала белә ине. Шиғырҙарымды аш ығыс рәүештә урыҫ теленә тәржемә итә башланы. Һуңынан ул миң ә: "Һин тәүге китабыңды күреп ҡалһын өсөн тырыштым, ғүмерең өсөн ҡурҡҡайным", - тип белдерҙе.
       Был ҡулъяҙмалар китабы Симоновтың ҡулына барып эләгә, һәм
       ул уны "Йәш гвардия" нәшриәтенә тәҡдим итә.
       1949 йылдың яҙында мин дауаханан сыҡтым, ә "Таштағы сәскәләр" китабым - нәшер ителде.
       Унан саҡ ҡына алдараҡ, яҙ көндәрҙең береһендә палатаның тәҙрәһенән Рәсүл Ғамзатов килеп инде. Ишектән индермәгәндәр.
       Әммә китабымдың сығыуы тураһында миңә тиҙерәк хәбәр итеү теләге уға көтөргә мөмкинселек бирмәгән.
       Мостай Кәрим үҙенең дуҫы Рәсүл Ғамзатов тураһында бик кү п йылы һүҙҙәр әйткәне бар. 1998 йылдың сентябрендә, Рәсүлдең 75 йәшендә ул былай ти:
       "Рәсүл Ғамзатов айырылғанда ла айырылмаҫ дуҫ булып ҡала. Йәндәребеҙ, уйҙарыбыҙ берләшеүенә ярты быуат ваҡыт үтте.
       Шуға күрә мин үҙемдең уға тиклемге һәм унан һуңғы тормошом хаҡында һөйләй алам. Уға тиклем минең йәшлегем, мөхәббәтем, һуғыш, ҡурҡыныс йәрәхәт алыу, йәшәү теләге, ижад ҡыуанысы булды. Артабан шатлыҡтар, борсолоуҙар, табыш һәм юғалтыуҙар
       барыһы ла уның менән үтте. Рәсүл минең тормошомдо нисек байыҡтырыуын үҙем дә әйтеп бирә алмайым. Ғүмер башында йәки һуңыраҡ юлдарыбыҙҙың айырылыуын күҙ алдына килтерергә л ә ҡурҡам..."
       Рәсүл Ғамзатов үҙе лә башҡорт ерендә була, йылы иҫтәлект әр һаҡлай. 2002 йылдың ноябрендә биргән интервьюһында ул журналистың Башҡортостан ни өсөн һеҙҙең йөрәктә айырым урын биләй, тигән һорауына былай тип яуаплай:
       - Һеҙҙең төбәкте мин күптән яратам. Сөнки унда Мостай Кәр им йәшәй. Сөнки ул Салауат Юлаевтың илаһи, шиғри ере. Мин Аз ия һәм Европа сигендә урынлашҡан һәм ике мәҙәниәт, ике дин - христиан һәм ислам, ике тел бер - береһенә ҡаршы ҡуйылмаған Башҡортостанды беләм.
       - Элекке дуҫтарығыҙ менән бәйләнеште өҙмәйһегеҙме
       - Дуҫтарым күп, айырыуса таныш булмағандары. Әммә шулай ҙа мин яңғыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер барыһы ла үҙҙәре менән
       генә мәшғүл. Был аңлашыла: заманы шундай. Миңә йылдан йыл х аттар аҙыраҡ килә, мин дә аҙ яҙам. Телеграммалар һирәк килә.
       Бына ошо көндәрҙә мине Мортаза Ғөбәйҙулла улы бик ныҡ ҡыуандырҙы. Тыуған көнөм менән ҡотланы. Хоҙай үҙенә ярҙам бирһен! Минән уға сәләм әйтегеҙ һәм бына ошо китапты тапшырығыҙ ( "Дағстаным" китабына автографын яҙа).
       Беҙҙә телефон элемтәһе насар эшләй. Мин Мостайҙы бик һағынам һәм Рауза ханым өсөн борсолам. Мостайым байрам өҫтәле артында ла, уй - тойғоларымдың һағышлы сағында ла һәр
       саҡ минең менән.
       Күптәрҙе хәтерләйем, һәм ошо иҫтәлек миңә йәшәргә ярҙам итә.
       Иҫ киткес дуҫтар һәм шағирҙар Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов беҙҙең арала юҡ инде. Уларһыҙ ер бушап ҡалды. Әммә Рәсүлдең "Мостай Кәримгә" тигән шиғыры иҫән. Бөгөн Мостай Кәримдең 87 - се тыуған көнөндә "БАШвестЪ" уны тағы ла китап
       кәштәһенән ала:
       Это снова снега замели
       Или, может, видавшие виды
       На конях белогривых вдали
       Из - за гор вылетают мюриды.
       Шапку сняв на пороге родном,
       Я стряхнул седину непогоды.
       И клубятся снега за окном,
       Словно годы, Мустай, словно годы.
       Быстро таяли календари,
       И, хоть мы не менялись до моды,
       Что ты, милый мой, ни говори,
       Изменили и нас эти годы.
       Ошибались с тобой мы не раз.
       Ушибались, хмельны и трезвы,
       И прозревших не прятали глаз,
       Где стояли жестокие слезы.
       Помню: на сердце камень один
       Мы носили, покуда в разлуке
       Был с Кавказом Кулиев Кайсын,
       Переживший молчания муки.
       Книгу памяти перелистай.
       Распахни перед прошлым ворота.
       Мы с тобой повзрослели, Мустай,
       И мельчить мы не будем как кто - то.
       Головам нашим буйным, седым
       Дерзких помыслов придана свита.
       Мы уверенно в седлах сидим,
       Коням падавшие под копыта.
       На снегу раздуваем костер,
       Сторонимся сердец осторожных
       И не в каждый кидаемся спор:
       Слишком много их - пустопорожних.
       Любоваться собой недосуг,
       Нас зовет и торопит дорога.
       Не о славе - о слове мой друг,
       Позаботимся нежно и строго.
       Поклоняясь любви и уму,
       Дышит время высокого лада.
       Сами знаем мы что к чему,
       И вести нас за ручку не надо.
       То окована стужей земля,
       То бурлят ее вешние воды.
       Наши лучшие учителя -
       Это годы, Мустай, это годы.
       Пишет нам из больницы в письме
       Боль, стихающая под бинтами.
       Грешник, кающийся в тюрьме,
       Исповедуется пред нами.
       Пишет пахарь и сеятель нам,
       Не уйдешь от прямого ответа.
       Годы мчатся под стать скакунам,
       Оседлала их совесть поэта.
       Скоро песни вернувшихся стай
       Зазвенят над разбуженной чащей.
       Хорошо, что рядом, Мустай,
       Добрый друг и поэт настоящий!

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал