6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Япраҡ өйөмө аҫтында ете центнер наркотик табылды
19.10.06


       Күптән түгел ике наркокурьер башта юл - транспорт һәләкәт енә, артабан рәшәткә артына эләкте. Уларҙың аяныслы тарихы б өтә нескәлектәренә тиклем уйланылған пландың да ниндәйҙер көтөлмәгән осраҡлыҡ арҡаһында юҡҡа сығыуы мөмкин тигән хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр раҫлай. Һөҙөмтәлә наркотик һатып байырға ниәтләүселәр 15 - әр йылға төрмәгә ултырҙы.
       ... 2004 йылдың майында "БАШвестЪ" гәзите Башҡортостандың Туймазы районында, Һамар - Өфө - Силәбе трассаһында, контейнерҙар ташыусы "КамАЗ" машинаһының түңкәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Ғәҙәти юл - транспорт ваҡиғаһы: водитель ойоп китә, машинаға идара итә алмай һәм йөк машинаһы кюветҡа барып төшә. Водитель һәм пассажир ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәй. Гаишниктар "КамАЗға" тап булғанда,
       уның эргәһендә бер кемде лә күрмәй. Юл һәләкәте урынын
       тикшереү ваҡытында Туймазы эске эштәр бүлегенең юл -
       патруль хеҙмәте экипажы урманға илткән эҙҙәргә тап була. Ә инде артабан бара биргәс, үткән йылғы япраҡ өйөмө аҫтында 18
       тимер контейнер күмелеүен билдәләй. Белгестәр килеп йәшниктәрҙең тәүгеһен асҡас, унда эшкәртелмәгән опий булыуы
       асыҡлана. Һәм табылған йөк тотош милицияның урындағы бүлегенә ташыла һәм ҡалған йәшниктәр ҙә тикшерелә. БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, һәр к онтейнерҙа 40 килограмға яҡын наркотик табыла. Дөйөм алғанда, машинала 650 килограмдан артыҡ эшкәртелмәгән опий һ әм 30 килограмм тирәһе героин булған. Йәшерен баҙарҙа наркотиктарҙың был партияһы күмәртәләп һатыу хаҡтары
       буйынса йөҙ миллион һум тирәһе торор ине.
       Хужаларҙың үҙҙәре өсөн бик ҡиммәтле йөктө ташлап китмәҫен
       күҙаллап, милиция был урында үҙ хеҙмәткәрҙәрен ҡалдыра. Шу л уҡ төндө авария урынына номерҙары буйынса Һамар төбәгенән булған "КамАЗ" килеп туҡтай. Ҡаҙағстандың Шимкент ҡалаһында йәшәүсе 30 йәшлек водителде ҡулға алырға тура килә. Ул түңкәрелгән машина водителе менән бергәләп наркотиктарҙы транзит менән Ҡаҙағстандан алып сығыуы тураһында һөйләй. Опий һәм героин тажиктарҙың Тольяттилағы диаспораһы өсөн тәғәйенләнә, әммә юлда курьерҙар аварияға осрай...
       Машина түбәһендә эшләнгән йәшерен урынға ҡуйылған тимер й әшниктәр ҡойолоп төшә. Водитель һәм пассажир уларҙы урманға ташый һәм өҫтөн япраҡ менән ҡаплай. Шофер Василий Пе ц машинаны һәм наркотиктарҙы ҡарауыллап ҡала, ә Алексей Беляев ярҙам артынан Тольяттиға юл тота. Унда заказсылар икенсе "КамАЗ" бирә һәм йөктө алып килергә ҡуша. Уның
       урынына курьер боҫҡонға эләгә.
       Бер көндән Тольятти ҡалаһында машинаһы менән йөгөн ташлап
       ҡасҡан Василий Пец та ҡулға алына.
       Енәйәт эшен тикшереү менән БР Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, a`x:npr наркоконтроле һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән тикшереү - оператив бригадаһы шөғөлләнә.
       - Тикшереү барышында Беляев һәм Пец үҙенең ғәйебен таныманы, әммә йөк машинаһының түбәһендә йәшерен урын булыу фактын да кире ҡаҡманылар, - ти БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Максим Родионов. - Водителдәр үҙҙәрен бары тик курьер тип атай.
       Ләкин Туймазы район суды Алексей Беляевты һәм Василий Пецты контрабандала һәм наркотиктарҙың айырыуса ҙур партияһын ташыуҙа ғәйепләп, һәр береһен 15 - әр йылға хөкөм итте. Хөкөм ителеүселәрҙең был ҡарарҙы Рәсәйҙең юғары судына ҡайтанан ҡарауҙарын һорап мөрәжәғәт итеүе лә
       ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал