6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Үҫмерҙе аҡсанан мәхрүм итеп проблеманан ҡотолоу мөмкинме
18.10.06


       Быйылғы йылда үткән тәүге ата - әсәләр йыйылышы мине таң
       ҡалдырҙы. Беренсенән, мин тәүге тапҡыр бер юлы дүрт атай
       кешенең килеүенә шаһит булдым ( һуңғы өс йылда бер атай ғына йыйылышҡа йөрөгәйне). Икенсенән, тәҙрә артында ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, бер кем дә өйөнә ҡайтырға ашыҡманы.
       ... Беҙҙең балаларыбыҙ хәҙер - етенсе синыф уҡыусылары. Ҡыҙымдың сентябрҙең беренсе аҙнаһындағы ҡыуаныуҙары! "Миңә тиҙҙән 13 йәш - мин инде өлкән!"
       Синыф етәксеһе бер аҙ аптырап: "Бөттө, шикелле" - тип ҡу йҙы. Һәм ысынлап та: тәүге "уд" һәм "неудтар" тикшерелде, мә ктәп фондына аҡса йыйылды, хатта тәҙрәләрҙе йылытыу мәсьәләһ е лә бәхәс тыуҙырманы. Ниңә ултырабыҙ һуң
       Бөтәбеҙ ҙә нисектер бер юлы һөйләй башланыҡ, бер - беребеҙг ә лә, уҡытыусыға ла мөрәжәғәт иттек, буғай. Һәм шулай уҡ бер мәлдә туҡтап та ҡалдыҡ, шуға күрә барлыҡҡа килгән тынлыҡта бер әсәнең әйткән һүҙҙәре айырым асыҡ булып яңғыраны: "Балалар шул тиклем үҙгәрҙе!" Өфөнөң ғәҙәти мәктәбендә белем
       алыусы 7 "Б" синыфы уҡыусыларының ата - әсәһен нимә шул тиклем аптырауға һала һуң
       Ата - әсәләр йыйылышында үҙемә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып
       барған блокнотымды асам, ә ундағы юлдар араһында йә синыф етәксеһенең, йә ата - әсәйҙәрҙең репликалары, уй - хистәре, теләктәре күренә...
       Шулай итеп, беҙҙең балалар хәҙер икенсе сменала уҡый, синыф етәксеһе уларҙан сәғәт ярымға алданыраҡ килмәүен үтенә
       - беренсе сменала дәрес үткәреүгә ҡамасаулайҙар икән. Артаб ан: телефономания. Эйе, нәҡ ошо һүҙҙе ҡулланды уҡытыусы. Балалар кеҫә телефондарын ҡулдарынан төшөрмәй, директорҙан б ашлап өлкән синыф ҡыҙҙарына тиклем барыһын да фотоға төшөрә, ти ул. "Шундай мәлдәрҙе тотоп алалар, - тип ҡыҙара бирә уҡытыусы, - хатта беҙ үҙебеҙҙе берәй "һары" баҫмала күреүҙән ҡурҡып та ҡуябыҙ!" Тәнәфестәрҙә генә түгел, дәрес ваҡытында ла телефон менән уйнайҙар. "Бер һүҙ менән әйткәндә , - тип һығымта яһай ул, - уларҙы мин тартып ала алмайым, үҙ егеҙ аңлайһығыҙ, арзан әйбер түгел. Һәм шул уҡ ваҡытта мин һ еҙҙе аңлайым - балаға телефон алып биргәнһегеҙ икән, тимәк ул кәр әк. Тик! Балаларға мәктәптә телефон менән нисек файҙаланырға
       кәрәклеген өйрәтегеҙсе, ниһайәт". Тәүге культпоход ойошторолған - синыф менән футбол уйынын ҡарарға барғандар. "Мин был походтан үҙемде кәмһетелеп ҡайтҡандай тойҙом, - ти
       уҡытыусы. - Йәмәғәт урынында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен бөтөнләй белмәйҙәр!" Педагогты уҡыусыларҙың йәмәғәт транспортында йөрөү һәм үҙ - ара аралашыу ҡағиҙәләрен белмәүе генә түгел, ә, һәр саҡтағыса, кеҫәләре тулы аҡса
       булыуынан файҙаланып, чипсы, газлы һыу, һағыҙ һатып алыуы һәм уйын барышында ашап - эсеп ултырыуы, һуңынан стадионда п акеттар һәм пластик шешәләр ҡалдырып китеүе борсой...
       Миңә ҡалһа, был йыйылышта тикшерелгән бөтә киҫкен
       мәлдәрҙең нигеҙе аҡса һәм бөгөнгө үҫмерҙәрҙең лексиконында "хеҙмәт" төшөнсәһенең булмауына ҡайтып ҡалды.
       Балалар аҡсаның бөтә ишектәрҙе лә асыуын нисектер тиҙ аңлап алды. Һәм бының өсөн көс түгеүҙең кәрәге юҡ. Балаларҙа
       ошондай ҡараш формалашыуына беҙ - өлкәндәр: ата - әсәләр, уҡытыусылар ғәйепле...
       Бәлки, мин консерватив әсәйҙер, әммә класс етәксеһенең
       балалар дежур булмаһын өсөн йыйыштырыусыға аҡса түләргә тигән тәҡдиме мине борсоуға һалды... Улар былай ҙа мәктәптә
       бер нимә өсөн дә яуап бирмәй. Хатта сәскәләргә һыу ҙа һипмәйҙәр - тәҙрә төптәрендә лә, шкафтарҙа ла сәскә үҫтерелмәй. Ниндәй хеҙмәткә өйрәтеү тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин Әллә мин моданан артта ҡалдыммы Балаларға нимә өсөн яуап бирергә ҡала һуң Уҡыу өсөнмө Әммә балаларҙың мейеһенә көн дә тип әйтерлек аттестат алыуын алһаң, вузға уҡырға инеү өсөн репетитор ялларбыҙ тип һеңдерәбеҙ! Өҫтәүенә
       уҡыусылар уҡытыусыларҙың балаларға ни тиклем төрлө ҡарашта булыуын күрә. Мәҫәлән, гимназия синыфы тип аталған класта хәлле ата - әсәләрҙең балалары белем ала, улары әйләнгән һай ын аҡса "ырғытып" тора. Ошо арҡала "гимназистарға" ҡараш та икенсе.
       Аҡсаның бар проблемаларҙы ла хәл итеүе үҫмерҙәрҙең мейеһенә һеңгән, минеңсә. Синыф етәксеһе малайҙарҙың береһе йәйге эш сәғәттәренә йөрөмәүенә бәйле шелтәһен әйткәс, уҡыусының атаһы башта ризаһыҙлыҡ белдерҙе: "Нисек инде! Ул бит һәр иртә сығып китә торғайны!" Әммә мәктәп түтәлдәрен ә тиклем барып етмәгән, күрәһең... Был асыҡланғас атай кеше
       юғалып ҡалды һәм ауыҙ эсенән генә: "Бына бит... Әйтәм башта ул миңә, әйҙә һин буяу һатып ал да класты буя, тип тәҡдим ит те шул", - тип мығырланы.
       Мәктәптә уҡыған сағымда әсәйем сираттағы ата - әсәләр йыйылышынан "Кемде үҫтерәбеҙ" тигән брошюра алып ҡайтҡайны. Мин уны ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Унда ҡуйылған
       педагогик проблемалар хәтергә төшә: бер уҡыусы икенсеһе менән иртәнге ашын уртаҡлашмаған - тәнәфестә бер үҙе ашаған,
       урта синыф уҡыусылары тәүге уҡытыусыларын байрам менән ҡотламаған, кесе синыф уҡыусылары уҫмаҡлашҡан - өлкәндәре уларҙы айырмаған... Хәҙер миңә ул 70 - 80 йылдарҙағы
       проблемалар шул тиклем бер ҡатлы һәм ябай булып күренә!
       Ә хәҙер беҙ аптырашып ултырабыҙ һәм өйгә ҡайтырға ашыҡмайбыҙ. Кеҫә телефондарына түҙемһеҙ балалар шылтырата:Һа ман бөтмәнеме әле Ҡасан ҡайтаһығыҙ" Ә ата - әсәләр шым
       ғына яуаплай ҙа тағы тынып ҡала, өмөт менән синыф етәксеһен ә баға. Ул иһә бер генә альтернатива тәҡдим итә алды: балала рҙы ваҡ - төйәккә бирелгән аҡсанан мәхрүм итергә. Ярҙам итер
       тип уйлайһығыҙмы

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал