6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Крашенинниковтың хикәйәләрендә - Башҡортостан
12.10.06


       1878 йылдың 26 ноябрендә Соль - Илецк ҡалаһында коллеж асессоры Александр Александрович Камбулин һәм Мария Николаевна Крашенинникованың ғаиләһендә улдары, буласаҡ яҙыусы Николай донъяға килә - ул урыҫ әҙәбиәтенә әсәһе, Ырымбур губернаһының Петровское ауылы ҡыҙы фамилияһы
       менән килеп инә. Николай Крашенинниковтың бала сағы һәм үҫмер йылдары далалағы ҙур булмаған ауылда, инәһенең йортонда үтә. Ул йыш ҡына башҡорт ауылы һәм йәйләүҙәрендәге малайҙар менән аралаша, урыҫ телен ярайһы уҡ яҡшы белгән һәм ҡылғанлы башҡорт далалары һәм уның халҡының тарихы тураһында матур хикәйәләр, легендалар, риүәйәттәр бәйән итеүсе аҡһаҡалдарҙы тыңлап үҫә. Мәскәү университетының
       юридик факультеты студенты булған сағында Николай
       Крашенинников бала саҡ иҫтәлектәре буйынса ҙур булмаған "Ночлег" хикәйәһен яҙа, ул 1899 йылдың 5 майында "Русские ведомости" гәзитендә баҫылып сыға. Яҙыусының һүҙҙәренә
       ҡарағанда, был хикәйә алыҫ Башҡортостандың аҙ билдәле
       тормошонан алынған очерктар серияһына башланғыс һала.
       Авторҙың исеме популярлыҡ яулай башлай. Нәшер итеүсе Виктор Гольцевҡа хатында Антон Чехов "Крашенинниковтан, әгәр
       ҙә ул йәш булһа, яҡшы яҙыусы сығыуы мөмкин", - тип яҙа.
       Тәүге уңыш йәш яҙыусының башын әйләндермәй. Был йылдарҙа ул күп һәм уңышлы ижад итә. Урыҫ - япон һуғышы
       тураһындағы "Проблески утра" ( 1905) драмаһын яҙа, аҙна һайын сыҡҡан "Новое слово" халыҡ журналына нигеҙ һала, билдәле әҙәбиәтселәр Александр Серафимовичты, Степан Скиталецты хеҙмәттәшлеккә йәлеп итә.
       1907 йылда яҙыусының тәүге "Угасающая Башкирия" китабы сыға. Ҙур булмаған, сағыу хикәйәләрендә ул революцияға тиклемге Башҡортостан картинаһын тергеҙә. Башҡорттарҙың үҙенсәлекле образдарын һүрәтләй, байҙарҙы фашлай, ҡатын - ҡыҙҙың ауыр хәле тураһында һөйләй. Был планда айырыуса уның " Хәйбулла хәҙрәт" хикәйәһе иғтибарға лайыҡ.
       Крашенинниковтың хикәйәләре нескә лирика менән һуғарылған , унда ҡылғанлы дала тәбиғәтенең матурлығы һүрәтләнә, хикәйәләре оҫта сағыштырыуҙар, мәҡәлә һәм әйтемдәр
       ҡулланылыуы, булған хәлдәрҙе һүрәтләү менән отошло. Башҡорттар араһында оҙаҡ ваҡыт йәшәгән яҙыусының был изге күңелле, талантлы халыҡты яҡшы белеүе һиҙелә. Башҡортостан сәсәндәре менән бергә далалар һәм тау - урмандар буйлап
       сәйәхәт иткәндә Крашенинников башҡорттарҙың бай ауыҙ - тел ижады менән таныша һәм уны үҙ әҫәрҙәрендә лә сағылдыра.
       Матбуғатта Крашенинниковтың хикәйәләре бер - бер артлы сыға тора. Әммә был ваҡытта уның "Әмилә" романы өҫтөндә көсөргәнешле эшләүе тураһында бик аҙҙар ғына белә. Был роман
       1915 йылда донъя күрә. Әҫәрҙең төп геройы - башҡорт ҡыҙы Әмилә. "Бик шәп әҫәр был "Әмилә", психологик этюд булараҡ түгел, ә алыҫ, онотолған Башҡортостан хаҡындағы моңһоу ҙа, татлы ла йыр булараҡ", - тип яҙа тәнҡитсе Доброхот.
       Әҙәби эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыуына бәйле БАССР Советының Ю ғары Президиумы Крашенинниковты Почет грамотаһы менән
       наградлай. Юбиляр башҡорт яҙыусыларының сәләменә яуап хаты яҙа: "Мин Башҡортостандың тергеҙелеү һәм сәскә атыу көндәренә тиклем йәшәүем менән бәхетлемен, элек иҙелгән, һүнеп барған илдең ирекле туғандаш республикаға әйләнеүе, Башҡортостандың ирекле халҡы тураһында хыял тормошҡа ашыуы менән бәхетлемен..."
       Яҙыусының ижадына, ҡойондай уйнап, социалистик Башҡортостан темаһы килеп инә. Уның эш өҫтәлендә яңы хикәйәләрҙең ҡараламалары барлыҡҡа килә. Төбәктә булған
       үҙгәрештәрҙе, кешеләрҙе үҙ күҙе менән күреү теләге, Октябрь
       тергеҙгән халыҡ тураһында хикәйәләр серияһы яҙыу теләге уны
       1941 йылдың авгусында Башҡортостанға алып килә. Әммә бер нисә йыл дауамында яфалаған сир яҙыусыны Башҡортостанда аяҡтан йыға. 1941 йылдың 12 октябрендә Крашенинников вафат б ула. Башҡортостандың баш ҡалаһы тоғро йырсыһының кәүҙәһен ҡа бул итә. Яҙыусы Сергиев зыяратында ерләнә.
       1957 йылдың 19 ноябрендә Өфөлә, Яңы Александровка ауылында ( Дим районы) Крашенинников урамы барлыҡҡа килә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал