6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Дөрөҫ юлдан барабыҙ
10.10.06


       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 39
       - сы ( сираттан тыш) ултырышына ҡуйылған берҙән - бер һорау
       - "Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен биреү". Һәм бөтә депутаттар ҙа бер тауыштан Владимир Путиндың тәҡдиме менән р изалашты. Төбәк башлыҡтарын һайлауҙың яңы тәртибе республикаға бер ниндәй ҙә көтөлмәгән яңылыҡ алып килмәне.
       Парламенттың ултырыштар залында күптән инде был тиклем күп һанда билдәле сәйәсәт һәм йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре, Хөкүмәттең тотош составы тип әйтерлек, судьялар корпусы һәм Башҡортостандың Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советындағы вәкилдәренең бер юлы йыйылғаны юҡ. Депутаттар һаны һуңғы бер нисә йыл өсөн рекордҡа тиң булды - 119 кеше.
       РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов Мортаза Рәхимовтың кандидатураһы БР Президенты вазифаһына тәҡдим ителеүе тураһында белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев мәсьәләне тауыш биреүгә ҡуйҙы. Бер тауыш менән. Оҙайлы алҡыштар. Ошо мәлдән алып төбәк башлығы вазифаһын бил әү тантанаһы башланды.
       Залға БР Дәүләт флагының һәм БР Конституцияһының махсус экземплярҙары индерелә. Мортаза Рәхимов республиканың дәүләт телдәрендә ант итте һәм уның тексы аҫтына ҡултамғаһын
       ҡуйҙы. 11 сәғәт 17 минутта Мортаза Рәхимов Башҡортостан Президенты вәкәләттәренә эйә булды.
       - Парламенттың был һайлауы - уйлап эшләнгән, аҡыллы, тото ш республика халҡы эшенең реаль һөҙөмтәләренә нигеҙләнгән аҙым булыуына ышанам, - тип мөрәжәғәт итте Александр
       Коновалов залда ултырыусыларға. - Республиканың артабанғы үҫеше өсөн бөтә шарттар һәм перспективалар бар. Бөгөн беҙ, асылда, республикалағы хәлдең тотороҡлолоғон, Мортаза Рәхимовтың төбәк етәксеһе ролендә һис һүҙһеҙ лидер булыуын билдәләнек.
       Полпредтың яңы һайланған Президентҡа бүләктәре үҙенсәлекле
       мәғәнәгә эйә булыуын әйтергә кәрәк. Рәсәйҙең Дәүләт гербы һәм илебеҙ тарихындағы билдәле шәхестәр тураһындағы китап - аңлашыла. Әммә уларҙан һуң шахмат пәйҙә булды, ул, Коноваловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уйын процесында Рәсәйҙең, шулай уҡ төбәктәрҙең дә сәйәси һәм иҡтисади үҫешенең төрлө
       этаптарын символлаштыра - һәм һәр төбәктең лидеры дөйөм эш файҙаһына аҡыллы һәм төплө хәрәкәттәр тактикаһын төҙөргә тейеш.
       Мортаза Рәхимов яңы сифатта тәүге сығышында республиканың социаль - иҡтисади хәл - торошон һүрәтләне һәм яҡын аралағы үҫеш приоритеттарын билдәләне. Ул үҙенә күрһәткән ышаныс
       өсөн дәүләт башлығы Владимир Путинға рәхмәт белдерҙе һәм алдағы пландары менән уртаҡлашты.
       - Халыҡ һәм парламентарийҙар миңә генә түгел, минең кандидатураны тәҡдим иткән Владимир Владимировичҡа ла ышаныс белдерҙе. Быны мин республиканың һуңғы 16 йылда Рәсәйҙең үҫешендә уйнаған роленә иғтибар һөҙөмтәһелер, тип
       уйлайым. Тимәк, эште дөрөҫ йүнәлештә алып барабыҙ, - тине журналистарға Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Хөкүмәт составын үҙгәртеүгә килгәндә, артыҡ иҫ киткес үҙгәрештәр булмаясаҡ, шулай ҙа ҡайһы бер үҙгәрештәр көтөлә, әлбиттә. Юҡһа кешеләр беҙҙе аңламаясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал