6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"БАШвестЪ" "AVANTE" наградаһына эйә булды
09.10.06


       "БАШвесттарға" сираттағы награда тапшырылды: был юлы
       уны йәштәр өсөн иң яҡшы баҫма авторҙары сифатында алдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты иғлан иткән "AVANTE" йәштәр премияһы лауреаты исеменә дәғүә итеүебеҙ тураһында белмәнек.
       Был награда менән властар тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә й әштәрҙең инициативаһын хуплауын сағылдыра.
       Наградлау тантанаһына саҡырып шылтыратыуҙары бөтә мөхәрририәт өсөн көтөлмәгән хәл булды. Сер итеп кенә әйтәйем , ярыш номинациялары иҫәбендә интернет - гәзиттәр юҡ: иң яҡш ы йәштәр баҫмаһы исеменә бары тик баҫма гәзит һәм журналдар ғына дәғүә итә, шуға күрә беҙ конкурсҡа артыҡ иғтибар бирмәнек, тип әйтергә мөмкин. Әммә беҙҙең арҡала ойоштороусыларҙың баштағы регламентҡа бер аҙ үҙгәрештәр
       индерергә мәжбүр булыуы асыҡланды. Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетта "һүҙ матбуғат баҫмаһы тураһында барһа ла, ни өсөндөр һеҙгә тауыш бирҙеләр", - тинеләр беҙгә. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Йәштәр өсөн иң яҡшы матбуғат БАҪМАҺЫ" номинацияһында күпселек тауыш менән беҙҙең ИНТЕРНЕТ - гәзит еңеп сыҡты!
       Был награда еңеүселәрҙе ябай өфөлөләр билдәләүе менән ҡиммәтле. Һәр кем ун номинацияла үҙ дәғүәсеһе өсөн тауыш бирә ала: бының өсөн СМС йәки элктрон почта буйынса хәбәр ебәрергә кәрәк. Халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре: йәштәрҙең иң яҡшы социаль проекты - "Һөйөклө ҡала" хеҙмәт
       формированиеһы, йәштәр өсөн иң яҡшы театр постановкаһы -
       Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектакле, иң яҡшы музыкаль төркөм - "Никола Стасюк", иң яҡшы бейеү коллективы - "Нонсенс" (брейк - данс) төркөмө, иң яҡшы КВН төркөмө - "Балласт" командаһы, иң яҡшы ТВ - тапшырыуы - БСТ каналының "Мегаполис" программаһы, иң я ҡшы йәштәр ойошмаһы - йәштәрҙең ижади инициативаларын тормошҡа ашырыу үҙәге. Иң яҡшы йәш спортсы исемен бобслейсы Алексей Селиверстов менән биатлонсы Максим Чудов б үлеште. Йәштәрҙең инициативаларын хуплау буйынса иң яҡшы мец енат исеменә "Талантлы балалар" коммерция булмаған хәйриә фонды лайыҡ булды. Наградлау тантанаһы үткән йәкшәмбе көнө Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ойошторолдо.
       "AVANTE" премияһы лауреаты дипломы һәм статуэтка "БАШвесттың" тыуған көнөнә бына тигән бүләк булды: Республика көнөндә гәзиткә теүәл дүрт йыл тула! Йәш булыуына
       ҡарамаҫтан, был награда тәүгеһе түгел, ҡаҙаныштар иҫәбендә
       2005 һәм 2006 йылдарҙа "Интернет - Өфө" конкурсында алған призлы урындар ҙа бар. Һәр бер хәбәрсенең шәхси наградалары тураһында әйтергә лә түгел.

"БАШвесттар".
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал