6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Хеҙмәтсән халыҡ улы
09.10.06


       Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормош юлы ҡыҫҡа, әммә бик сағыу. Ул ни бары 28 йыл йәшәп өлгөрә.
       Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин 1896 йылдың туғыҙынсы октябрендә Бесәнсе ауылында ( бөгөнгө Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы) донъяға килә. Ауылдағы башланғыс мәктәп
       уҡытыусыһы Хажиәхмәт Рәмиев фәҡирлектә көн күреүсе крәҫтиәндәр Әхмәт ағай менән Йәмилә апайҙың улдары Шәһитте м әктәпкә килтереү өсөн күп көс һала. Мәктәпте тамамлағас, 1909 йылда, ул Ырымбурҙағы "Хөсәиниә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
       Әммә бындағы уҡыуын тамамлай алмай. 1914 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин батша армияһына саҡырыла һәм, ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үткәндән һуң, рота фельдшеры булып хеҙмәт итә башлай.
       Йәрәхәтләнгәс, Шәһит Әхмәт улы тыуған яғына ҡайта. Феврал ь революцияһының еңеүе тураһындағы хәбәрҙе Өфөлә, 144 - се запас атышсылар полкында ишетә. Өфө гарнизонында ул ваҡытта бер нисә мең һалдат иҫәпләнә, улар араһында мосолмандар ҙа күп була. Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт һәм татарҙар араһында революцион эш алып бара, интернациональ позицияларҙы яҡлап с ығыш яһай. 1917 йылда һалдаттарҙың сәйәси белемен үҫтереү ма ҡсатында Өфөлә мосолмандарҙың хәрби советы ойошторола. Етәкс еләр араһына билдәле агитатор, "Һалдат теләге" гәзитенең ред коллегия ағзаһы һәм уның әүҙем хәбәрсеһе Хоҙайбирҙин да инә.
       1917 йылдың 29 октябрендә ул Өфөлә, мосолмандарҙың хәрби советы йыйылышында "Власть Советтарға!" лозунгыһын һәм күптән түгел барлыҡҡа килгән Совет власын хуплаусы ҡарарҙы уҡып ишеттерә. 30 ноябрҙә күренекле большевиктар Н. Брюханов , А. Свидерский, А. Чеверев, Т. Кривов, А. Цюрупа, Э. Кадомц ев
       һәм башҡалар менән бергә уны Өфө губернаһы Советтарының башҡарма комитетына һайлайҙар. Ул - губернаның революцион хәрби трибуналы, мосолман комитеты коллегияһы ағзаһы ла була . Тиҙҙән революцион көрәш юлы Шәһитте эсерлыҡтан
       большевиктар партияһына алып килә.
       Яңы тормош төҙөүгә Граждандар һуғышы ҡамасаулай. Хоҙайбирҙин бер аҙ ваҡыт Николай Подвойский етәкселегендәге Юғары хәрби инспекцияла эшләй. Ул татар - башҡорт ҡыҙылгварддецтарынан торған отрядҡа етәкселек итә, аҡ чехтарға ҡаршы көрәшә. Легендар чапаевсылар менән бергә тыуған ҡалаһын дошмандан азат итеүгә әҙерлек эштәрендә
       ҡатнаша. Һуңынан 5 - се армияның политработнигы сифатында Себергә сигенеүсе Колчак ғәскәрҙәрен эҙәрлекләй. 1919 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Иң ауыр участкаларҙа, Бөрйән - Түңгәүер кантонында, кантисполком рәйесе һәм кантком секретары булып эшләй.
       Шәһит Әхмәт улы РКП (б) - ның унынсы съезы делегаты. Кронштадта контрреволюцион фетнәне баҫтырыуҙа ҡатнаша. Яралана. Госпиталдә ята.
       Башҡортостанға ҡайтҡас, Шәһит Хоҙабирҙин кисектергеһеҙ
       эштәргә сума. Уның эшләгән вазифаларын һанап бөтөү мөмкин түгел. Хоҙайбирҙин көсөн дә, энергияһын да йәлләмәй, әммә йәрәхәтләнеүҙән һуң уның сәләмәтлеге бик ныҡ ҡаҡшай. Алда уны бөйөр туберкулезы тигән мәкерле һәм дауалауы мөмкин булмаған ауырыу көтә. 1924 йылдың ноябрендә Шәһит Әхмәт улы ныҡ сирле булыуына ҡарамаҫтан, Башҡорт республикаһының тормошона бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Мәскәүгә бара. Ундағы врачтар Хоҙабирҙинды дауаханаға операцияға һала. 1924
       йылдың 21 декабрендә ул вафат була. Өфөлә ерләнә.
       1981 йылдың дүртенсе декабрендә Өфөлә, Матбуғат йорто эргәһендә Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙинға һәйкәл асыла. Уны скульпторҙар Тамара Нечаева, Борис Фузеев, архитектор Фәрит Рехмуков эшләй.
       Өфөнөң Совет һәм Киров райондарында Хоҙайбирҙин урамы үтә, был исем уға 1925 йылдың икенсе мартында бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал