6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Йәштәр театрының һуңғы геройы
03.10.06


       Кельтомания өрәге Европа буйлап ҡыҙыра, Америкаға үтеп и нә, Азия, Африка буйлап йөрөй. Ирландия темаһын күтәреүсе Майкл Флетлиҙың еңел ҡулынандыр, моғайын, быға тиклем етди т ип һаналған хореография клубтары ирланд көйҙәрен һыҙҙыра, олпат сәнғәт эшмәкәрҙәре халыҡ алдына шаҡмаҡлы килт кейеп сығыуҙан да тартынмай, ә йыр коллективтары моңло тау балладаларына күсә. Был тенденциянан театр ҙа артта ҡалмай:
       һуңғы ике йылда ирланд һәм шотланд авторҙарының әҫәрҙәрен ҡ уйыу модаға инде.
       Беҙҙең Мостай Кәрим исемендәге БР Милли театры ла мода ҡорбанына әйләнмәнеме икән Театрҙың сираттағы миҙгелде ирланд драматургы Джон Сингтың "Көнбайыш геройы" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакле менән асырға йыйыныуын ишеткәндән һуң, беҙ ошо һорау менән ҡуйыусы режиссер, БР халыҡ артисткаһы Ольга Мусинаға мөрәжәғәт иттек.
       - Дөрөҫөн әйткәндә, мин пьеса менән шөғөлләнә башлағас ҡына беҙҙә күптәрҙең Ирландия мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуын а сыҡланым. Шунда уҡ миңә дискылар, кассеталар, альбомдар һ. б. килтерә башланылар. Ә пьесаны мин бик ныҡ оҡшатыуым арҡаһында һайланым, ул яҡшы, сифатлы материал.
       Беҙ спектаклгә "Герой" исемен бирергә һәм бәләкәй шрифт менән яҙылған икенсе исемен дә - "йәки ҡыйыу егет, Көнбайыш
       ғорурлығы" - ҡалдырырға булдыҡ, сөнки ул һәр нимәне арттыры п, биҙәп, әкиәтсә итеп күрһәтергә яратҡан ирланд халҡына тап
       килә.
       - Спектаклдең уңышы йыш ҡына командаға бәйле Һеҙҙең "кланға" кем инә
       - Спектаклдә яҡшы актерҙар уйнай. Төп ролдәрҙә Андрей Ганичев һәм Рушана Бабич. Шулай уҡ Морат Ҡорбанғәлиев, Марат Сәйфуллин, Елизавета Егорова һәм башҡа артистар уйнай.
       Спектаклдә йәштәрҙе лә һынап ҡарайбыҙ. Ҡуйыусы рәссам - Ҡорбан Чарыев. Кельт бейеүҙәре буйынса эшләүсе бына тигән хореографыбыҙ бар. Ул Андрей Яновский. Пьесаның асылын
       биреүсе күмәк бейеүҙәр ҙә, шәхси бейеүҙәр ҙә ҡуя.
       - Мәскәүҙә Щукин училищеһын тамамлағандан һуң һеҙ театрҙа
       ике спектакль ҡуйҙығыҙ - "Валентин көнө" һәм "Мәңге тереләр ". Бөтәһе биш спектаклегеҙ бар. Был проект өҫтөндә эшләү башҡаларынан айырыламы
       - Әлбиттә. Режисураның 70 процентын тәжрибә тәшкил итә, һәм тәжрибәм артыуы миңә башҡасараҡ, сифатлыраҡ эшләргә
       мөмкинселек бирә.
       - Беҙҙең сәхнә өсөн антигерой тураһында пьеса көтөлмәгәнер әк, шулай бит...
       - Эйе, төп геройҙың шундай фразаһы бар: "Атайымды элегерә к үлтерергә башыма килмәгән!" Әле Бернард Шоу һәр халыҡта башҡалар башҡара алмағанды эшләүселәр алдында баш эйеү ғәҙәте булыуы тураһында әйтә. Беҙҙең илдә лә ул бик үҫешкән.
       Был осраҡта үҙәк герой Кристи тәүҙә герой булмай. Уны халыҡ
       геройға әйләндерә. Һөҙөмтәлә унда ниндәйҙер ҡылыҡҡа һәләтле
       шәхес уяна. Ә ниндәй ҡылыҡ һәм ул ни өсөн барлыҡҡа килә - уныһы инде икенсе мәсьәлә.
       Пьеса егерменсе быуат башында әле бик йәш булған автор тарафынан яҙыла. Һәм спектаклдең премьераһында хәлдәр уҫмаҡлашыуға тиклем барып етә. Кешеләр үҙҙәренең халҡын насар итеп күрһәтеүҙәренә үпкә белдерә. Тимәк, Синг нимә
       тураһында яҙыуын белгән.
       Беҙҙең маҡсат социаль драма булдырыу түгел. Беҙ был тарихт ы көләмәс кеүек итеп һөйләйбеҙ, һәм жанры - "кеше ышанмаҫлыҡ
       ваҡиға" - уға әкиәткә ҡараған кеүек мөнәсәбәттә булыуҙы күҙ уңында тота, әммә аҡыллы кешеләр унда үҙҙәре өсөн билдәле параллелдәр табасаҡ. Беҙ тамашасы хөкөмө һәм бәхәс өсөн ҙур урын ҡалдырабыҙ, фекер йөрөтөү өсөн тема бирәбеҙ.
       - Спектаклдең ниндәй "үҙенсәлектәре" буласаҡ
       - Был пьеса - үҙе үк "үҙенсәлек" булып тора. Уға нимәлер өҫтәргә кәрәкмәй. Беҙҙең бурыс - ул нисек шәп яҙылған, шулай
       уҡ шәп итеп күрһәтеү. Спектаклдең премьераһы 19 - 20 октябр гә билдәләнгән, һәм беҙ ваҡытына өлгөртөргә тырышабыҙ.
       Һүрәттәрҙә: БР халыҡ артисткаһы Ольга Мусина. "Геройҙа" улар тағы ла бергә буласаҡ: Андрей Ганичев, Ольга Мусина,
       Марат Ҡорбанғәлиев "Тиль" спектаклендә.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал