6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Отошло урында ер: тиҙ, арзан һәм законһыҙ
02.10.06


       Өфө - аэропорт автоюлы буйлап үтеүселәр йыш ҡына
       Чесноковкаға ингән урындағы төҙөлөштәр комплексына иғтибар итә. Ике йыл элек барлыҡҡа килгән был бинала һаман бер ниндәй ҙә эш алып барылмай. Ғөмүмән алғанда, бында сауҙа - күргәҙмә комплексы төҙөлә. Әммә һөҙөмтәлә нимә килеп сығыуы - билдәһеҙ, сөнки төҙөлөш, күренеүенсә, башынан аҙағына тиклем законһыҙ башҡарылған. БР Контроль - иҫәпләү палатаһы белгестәре Өфө районының Чесноковка ауылындағы ер участкаларының маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын тикшереү ваҡытында төрлө кимәлдәге ҡағиҙә боҙоуҙар булыуын асыҡланы.
       Барыһы ла 2003 йылдың мартында, Өфө районы етәкселегенең "СтройДизайн+" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә сауҙа - күргәҙмә комплексы төҙөү өсөн ике гектарҙан ашыу ер майҙаны бүлеүенән
       башлана. Миллионлаған халыҡ йәшәгән мегаполис эргәһендә участка бүлеү ваҡытында РФ Ер кодексы ҡағиҙәләре боҙола. Беренсенән, комплексты төҙөүҙең башҡа варианттары ҡаралмай. Икенсенән, яҡын - тирәлә йәшәүселәрҙең төҙөлөшкә ризалығы алынмай. Шулай уҡ ер майҙанын һайлау актында унда көтөүлек булыуы һәм төҙөлөш алып барылмауы күрһәтелә. Ысынбарлыҡта иһ ә был участкала хайуандарҙың ауырыуҙарына ҡаршы көрәш буйынса станцияға фундамент һалына, ә ерҙәрҙең бер өлөшө Өфө районы ветеринария станцияһының файҙаланыуында була.
       Комплекстың юл ситендәге объект булараҡ урынлашыуы
       республиканың автоюл идаралығы органдары - БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы һәм БР Юл хужалығы идаралығы, шулай уҡ БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы менән дә килешелмәгән.
       2003 йылдың майында төҙөлөш башлана, ә бер документтар буйынса генераль подрядсы, икенсеһе буйынса төҙөүсе - заказс ы булып иҫәпләнгән "СтройДизайнға" тейешле лицензия 2004 йыл
       аҙағында бирелә. Төҙөлөш башланып бер аҙ ваҡыт үткәс, "СтройДизайн+" ер участкаһын өс йылға ҡуртымға алыу хоҡуғын раҫлаусы документтарға эйә була: Чесноковка ауылы советы башлығы хайуандарҙың ауырыуҙарына ҡаршы көрәш буйынса станцияның фундаменты һәм ветеринария станцияһы тураһында "о нотоп", тейешле документтарға ҡул ҡуя. Хәйер, һуңғыларының е тәкселеге быға бәйле бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәй. Шул уҡ йылдың декабрь айында "СтройДизайн+" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте БР Юстиция министрлығы эргәһендәге Дәүләт теркәү палатаһында төҙөлөп бөтөлмәгән ике корпусҡа үҙ милекселек хоҡуғын рәсмиләштерә. Был документ төҙөүсегә түбән хаҡ буйынса ( 80 мең һум), йәғни 2,6 гектарҙың квадрат метрын өс һумға хосусилаштырырға мөмкинселек бирә. Бойондороҡһоҙ
       баһалаусы иһә участканың старт хаҡын ғына метрын 60 һумдан баһалай. Регпалатанан алынған документ "СтройДизайн+" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 6,5 миллион доллар кредит алырға мөмкинселек бирә.
       2004 йылдың мартында ведомствонан тыш экпертизаның төп идаралығы һығымтаһы буйынса комплекстың проекты эшләп бөтөрөү өсөн кире ҡайтарыла, быға төҙөлөштә автоматлаштырылған ҡорамалдар һәм приборҙар заводының (Октябрьский) металл каркас конструкциялары файҙаланылыуы сәбәп булып тора. Проектта ҙур етешһеҙлектәр асыҡлана. Ябайлаштырып әйткәндә, бинаны файҙалана башлауҙың һәр минутында уның емерелеүе ихтимал була. Төҙөүсе әйтелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәй, әммә был уға 2005 йылдың июлендә к омплекстың беренсе корпусын файҙаланыуға тапшырырға ҡамасауламай. Әммә, беҙҙең бәхеткә, ул үҙ эшен башламай. Ул арала Өфө районының госархстройнадзор инспекцияһы икенсе корпусты төҙөй башларға рөхсәт бирә, ә Минстрой өсөнсө сиратты төҙөүгә эскиз тәҡдиме тураһында килешеү төҙөй, бының
       өсөн "СтройДизайн+" ете төҙөүсенән бер гектар ер һатып ала,
       ә Чесноковка ауылы советы тағы өстө өҫтәй. Дөрөҫ, һуңынан ү ҙ ҡарарын юҡҡа сығара.
       Нисек итеп "СтройДизайн+" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тиҙ арала һәм арзан хаҡҡа, өҫтәүенә бик отошло урында майҙан һатып ала алған Ниңә хайуандарҙың ауырыуҙарына ҡаршы станция етәкселеге үҙ фундаментын емерергә рөхсәт биргән Төҙөүсенең милеккә хоҡуғына ҡул ҡуйыусы теркәү палатаһы хеҙмәткәре нимәгә таянып эш иткән Прокуратура быларҙың барыһын да тикшерәсәк: контроль - иҫәпләү палатаһында килеп тыуған хәл хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡыҫылышын талап итә, тип
       һанайҙар.
       - Контроль - иҫәпләү палатаһынан килгән тикшереүселәр ҡануниәтте үҙҙәренсә аңлатырға тырышып, үҙҙәре бик тупаҫ
       хаталар ебәрә, - ти быға яуап итеп "СтройДизайн+" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илмир Мусин. - Хаталар бар, ризамын, әммә әйҙәгеҙ уларҙы төҙәтәйек, әммә, минең аңлауымса, һеҙ төҙөлгәнде емерергә һәм ерҙе
       ҡыйбатыраҡҡа һатырға йыйынаһығыҙ!
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән һөйләшеү ваҡытында Мусин КСП отчетындағы мәғлүмәттәрҙең ялғанлығы тураһында судҡа ялыу менән мөрәжәғәт итергә йыйыныуын белдерҙе. Ул шулай уҡ республикала "Омега" сауҙа - күргәҙмәһенә оҡшаш бер нимә лә юҡ, тип өҫтәне.
       - Был сауҙа үҙәгенең концепцияһы беҙҙең өсөн өр - яңы - у нда энәнән башлап космос карабына тиклем барыһын да табырға мөмкин буласаҡ.
       Әлегә иһә хоҡуҡ һаҡлаусылар алдында килеп тыуған буталышт а хаҡлыларҙы һәм ғәйеплеләрҙе асыҡлау бурысы тора.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал