6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡортостандың тәүге геройы
19.09.06


       Башҡортостандан 280 - гә яҡын яугир һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Уларҙың ҡайһыһы беренсе булып награда алған һуң
       Башҡортостан һалдаттары араһында герой исеме беренсе булып Белореттың эшсе егете Иван Степанович Суховҡа бирелә. Ул 1907 йылдың 19 сентябрендә донъяға килә, ә Советтар Союзы
       Геройы исеменә 1939 йылдың 22 февралендә лайыҡ була.
       Совет иленең иң юғары наградаһы - Герой исеменең - 1934 йылдың апрелендә булдырылыуын хәтергә төшөрәйек. Беренсе
       булып награда челюскинсыларҙы ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан поляр осоусыларына тапшырыла. Шулай уҡ Советтар Союзы Геройы исеменә Михаил Громов, Валерий Чкалов, Георгий Байдуков лайыҡ була.
       Был ваҡытта Белоретта уларға алмаш үҫә. Иван Сухов ете синыф тамамлай, Белорет металлургия заводында йөк тейәүсе
       булып эшләй. 1928 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырылғандан һуң,
       Ҡазан пехота мәктәбен тамамлай. Әммә йәш һалдатты һауа ылыҡтыра. "Бишенсе океанға" юлы Ырымбур осоусылар мәктәбендә башлана, артабан штурмандар курсында дауам итә.
       Иван Степанович Хәрби - һауа частарында осоусы - күҙәтеүсен ән авиация берләшмәһе штурманына тиклем хеҙмәт юлы үтә, курсанттан полковник дәрәжәһенә тиклем барып етә.
       Эскадрилья штурманы Иван Сухов 1938 йылда Ҡытайҙа япон илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Билдәле сәбәптәр
       буйынса, беҙҙең осоусыларҙың был һуғыштарҙа ҡатнашыуы хаҡында яҙыу ғәҙәткә инмәгән. Әммә капитан Иван Суховтың 21
       хәрби осош яһауы, дошмандың тере көсөнә һәм техникаһына
       һиҙелерлек зыян килтереүе мәғлүм. "Советтар Союзының
       оборона ҡеүәтен нығытыу буйынса хөкүмәт бурыстарын үрнәк булырлыҡ итеп башҡарған һәм күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн" 1939 йылдың 22 февралендә Иван Суховҡа Советтар Союзы
       Геройы исеме бирелә. Тормошоноң был осоро хаҡында ул автобиографияһында бер нисә һүҙ менән генә әйтеп үтә. 1939 - 1940 йылдарҙағы совет - фин һуғышында ҡатнашыуын да телгә
       алмай.
       Иван Суховтың хәрби таланты Бөйөк Ватан һуғышында айырыуса асыҡ күренә. Авиация полкы штурманы булараҡ, ул полктың осоусы экипаждарын күп тапҡыр яуаплы заданиеларға алып бара,
       улар һәр ваҡыт уңышлы тамамлана. Белорет журналисы В. Куликов үҙенең яҡташының тормошондағы хәрби эпизодтары хаҡында түбәндәгеләрҙе хәтерләй.
       ... Иртә. Полк самолеттары бер - бер артлы һауға күтәрелә
       һәм хәрби сафҡа теҙелеп фронт яғына юл тота. Сухов, полк штурманы булараҡ, беренсе звено алдында оса.
       Һанаулы минуттар үтә һәм иртәнге томан артында тәүге сәп күренә. Сухов еңеүгә ышанысын бер ваҡытта ла юғалтмай. Өйрәнелгән хәрәкәт менән ул бомбаларҙы тотҡосонан бушата. Һәм бына дошмандың зенит батареяһын ҡуйы төтөн болоттары уратып ала. Уның артынан икенсе һәм өсөнсө звено бомба
       яуҙыра. Бер бомба ла яҙа эләкмәй. Дошман зениткалары бер тапҡыр атып та өлгөрмәй. Операция юғалтыуһыҙ үтә... Был
       операция өсөн командующий полкка рәхмәт белдерә. Капитан Суховҡа ла шәхсән рәхмәт белдерелә.
       Бер тапҡыр Суховтың бомбардировщиктар звеноһы хәрби заданиенан ҡайтып килгәндә, Иван Степановичтың алдында ике фашист истребителе пәйҙә була. Бомбардировщиктарҙан бер аҙ түбәнерәк осоу сәбәпле, гитлеровсылар әлегә уларҙы күрмәй. Әммә иртәме - һуңмы, улар күрәсәк һәм, әлбиттә, һөжү м итәсәк. Бомбардировщик үҙенең маневрлылығы буйынса истребитель менән ярыша алмай... Был ситуацияла Суховтың истребителдәр алдында ике өҫтөнлөгө була: бейегерәк осоуы һәм дошмандың әлегә уны күрмәүе. Һәм ул ошоно файҙаланырға була.
       Сухов быға тиклем осрамаған, бөтә инструкцияларға ҡаршы килгән ҡарар ҡабул итеүен аңлай, әлбиттә. Бомбардировщиктар иң юғары тиҙлектә истребителдәргә ҡаршы түбәнәйә башлай. Иван Степанович ашыҡмайынса ғына гашеткаға баҫа.
       Фашист истребителе төтәй башлай һәм таштай кәйелеп аҫҡа тәгәрәй. Әммә шатланырға иртә әле: алда тағы бер истребитель
       бар. Ул үҙенә хәүеф янағанын күрә һәм ут зонаһынан сығырға маташа. Сухов уны ла сәпкә ала һәм гашеткаға баҫа.
       - Молодец, Иван! - наушникта командирҙың шат тауышы яңғырай . - Гитлерға бөгөн ике "мессерҙы" иҫкә алыу мәжлесе ойошторорға тура киләсәк.
       1946 йылдан башлап Иван Степанович Сухов запасҡа сыға. Күктән айырылмаҫҡа тырыша. Мәскәүҙә йәшәгән фатирының тәҙрәһенән күҙгә күренмәгән ҡоштарҙың күктә аҡ юл ҡалдырыуын күҙәтә. Ул үҙе лә был реактив самолеттарға осорға
       ярҙам итә. Ғилми тикшеренеү институтында штурман - һынаусы булып эшләй.
       Сухов 1976 йылдың 13 октябрендә вафат була, Мәскәүҙә ерләнә. Белорет урамдарының береһе уның исемен йөрөтә. 1985 йылдың 8 майында Дан аллеяһында Советтар Союзы Геройына бюст асыла. Постаментты Алтын Йондоҙ биҙәй, унда "Сухов Иван
       Степанович" тигән һүҙҙәр уйып яҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал