6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Был тауарҙы етештергәндә бер хайуан да зыян күрмәне
18.09.06


       Предприятиеларҙа экология йәһәтенән хәүефһеҙ технологияла р файҙаланыу әлегә модала түгел. Сөнки ул ҡыйбат һәм отошһоҙ . Йәғни, сығымдар күп һәм үҙ - үҙен аҡламай. Әлегә. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәнгә тиклем. Ә артабан, әгәр ҙә предприятие үҙенең продукцияһы Рәсәй сиктәрен үтеп, сит ил ҡулланыусыларына барып етеүен теләһә, был технологияларға күсергә тура киләсәк.
       Әлегә Башҡортостандың дүрт предприятиеһы ғына үҙенең имиджы һәм конкурентлыҡ һәләте тураһында ҡайғырта. Улар ГОСТ Р ИСО 14000 буйынса экология менеджментының сертификация системаһын ҡуллана. БР Экологтар союзы һәм республиканың Тәбиғи ресурстар министрлығы ҡалғандар ҙа үҙ производствоһын донъяның экологик стандарттарына тап килтерһен өсөн этәргес көс булып сығыш яһарға ҡарар итте. Күптән түгел бында "Экологик хәүефһеҙ производство" конкурсы
       иғлан ителде.
       - Рәсәйҙә бындай конкурстар үткәрелмәй тип әйтерлек, - ти уның инициаторы, БР Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов. - Яңыраҡ мин Рәсәйҙең һалым һалыу буйынса закондар йыйылмаһын анализланым - унда беҙҙең экологик хәүефһеҙ производство менән шөғөлләнеүсе предприятиеларға бер ниндәй ҙә льгота ҡаралмай. Йәғни, финанс стимул юҡ. Предприятие етәкселәрен экологик күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға ошондай
       конкурс кеүек әхлаҡи саралар менән генә йәлеп итергә ҡала.
       БР тәбиғи ресурстар министры урынбаҫары Ольга Лаздина ла
       Александр Веселовтың һүҙҙәрен раҫлай: " Беҙ, башҡарма власт ь органы булараҡ, ИСО 14000 буйынса сертификация үткәндәрҙе,
       мәҫәлән, тирә - яҡ мөхитте бысратҡан өсөн түләүҙәрҙән азат итә алмайбыҙ. Уның ҡарауы тәбиғәтте бысратып та, технологик процестарҙы үҙгәртеү урынына штраф түләүҙе хуп күреүселәр
       менән сағыштырғанда, экологтарҙың уларға мөнәсәбәте
       бөтөнләй башҡаса".
       "Экологик хәүефһеҙ производство" конкурсында ҡатнашыу, һи с һүҙһеҙ, күп һанлы ведомстволар алдында предприятиеның абруйын күтәрә. Конкурс комиссияһы составына республика учреждениелары - БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР Ауыл хужалығы министрлығы менән бер рәттән федераль структуралар
       - Ростехнадзор, Росприроднадзор, Роспотребнадзор, "БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәге" - инә. Республикала бөгөнгө көнгә тирә - яҡ мөхит өсө н хәүефһеҙ технологияларға эйә булыусыларҙы билдәләү өсөн критерийҙар һәм балл системаһы булдырылған. Беренсенән, сәнәғәт йәки ауыл хужалығы предприятиелары һуңғы өс йылда һыуҙы, һауаны йәки тупраҡты бысратыуҙы планға ярашлы кәметергә тейеш. Икенсенән, улар даими рәүештә энергия һаҡлаусы яңы технологиялар индерергә бурыслы. Бынан тыш, предприятиеның тирә - яҡ мөхитте һаҡлау өсөн яуап биреүсе персоналының тейешле белеме булыуы мотлаҡ. Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм газ һәм һыу таҙартыу ҡорамалдарының сифатлы эшләүе тураһындағы мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Конкурс комиссияһы тирә - яҡ мөхитте таҙартыуға йүнәлтелгән сараларға финанс ярҙам күрһәтеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә иҫәпкә ала. Һәм, әгәр предприятие ГОСТ Р ИСО 9000 буйынса сифат һәм ГОСТ Р ИСО 140 00 буйынса экологик менеджмент системаларын индерһә, һис һүҙ һеҙ, уның еңеүгә өмөтө бермә - бер артасаҡ.
       Конкурста еңеүселәр үҙҙәренең тауарына "Экологик хәүефһеҙ
       производство" маркаһын ҡуя ала. Бөгөнгө ҡулланыусыларға (аҙыҡ - түлек тауарҙарынан башлап төҙөлөш материалдарына тиклем ) продукцияның ниндәй шарттарҙа етештерелеүе билдәле түгел. Илебеҙҙә әлегә бының менән ҡыҙыҡһыныусылар һирәк. Гәзитебеҙҙе уҡыусыларҙан виртуаль һорау алыу ҙа ошо турала
       һөйләй. Бер ай элек уларға "Экологик хәүефһеҙ производство" билдәһе ҡуйылған продукцияны һатып алырға әҙерһегеҙме" -
       тигән һорау бирелгәйне. Һорауға яуаптар ғәжәпләндермәне: уларҙың өстән бер өлөшө әгәр ҙә тауар билдә ҡуйылмаған шундай уҡ продукциянан ҡыйбатыраҡ булмаған осраҡта һатып аласаҡмын, тип яуап бирҙе. Һәр дүртенсе кеше бындай билдәләргә ышанмай. Һәм тик һәр алтынсы кеше генә был тауар "бысраҡ" тауарҙан 20 - 50 процентҡа ҡыйбатыраҡ булған осраҡт а ла тәүгеһенә өҫтөнлөк бирәсәген белдерҙе.
       Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инмәйенсә тороп, продукцияны тәбиғәткә зыян килтермәйенсә етештереүҙең абруй менән файҙаланыуына ышаныуы ҡыйын. Уның ҡарауы конкурста еңе үселәр, тауарҙы тирә - яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә етештереүсе булараҡ, мотлаҡ тарихҡа инеп ҡаласаҡ.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал