6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Күгәрсен районында сюрприз көтәләр
14.09.06


       Республика советының күсмә ултырышы алдына ҡуйылған стратегик бурыс - медицина ойошмаларын берҙәм йәмәғәт
       хәрәкәтенә берләштереү һәм уға яңы импульс биреү, тип белдерҙе журналистар менән осрашыу ваҡытында БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов.
       Һаулыҡ һаҡлау системаһының күп тармаҡлы булыуы менән билдәле Күгәрсен районы ла ултырышҡа әҙерлек барышында ошо идея менән ҡоралланды. Унда медицина ярҙамы 195 койкалыҡ Мораҡ үҙәк район дауаханаһы һәм 25 койкалыҡ Йомағужа участка дауахаһында, дүрт амбулатория, 53 фельдшер - акушерлыҡ пунктында күрһәтелә. Районда 58 врач һәм 299 ур та медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй.
       Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, милли проект сиктәрендә үҙәк район дауаханаһы ҡарамағына бер миллион 235 мең һумлыҡ УЗИ аппараты, шулай уҡ 675 449 һумлыҡ тиҙ ярҙам
       машинаһы алынған. Һәм дауахана өсөн файҙалы сюрприздар бының менән тамамланмай әле: тиҙҙән унда ике миллион 600 мең һумдан ашыу хаҡҡа рентген аппараты һәм флюорограф
       ҡайтарыу планлаштырыла. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәт буйынса, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы заманса техника менән тулыһынса йыһазландырылған, унда
       шулай уҡ 15 койкалыҡ яңы инфекцион корпус төҙөлгән. Мәҡсүт ауылы амбулаторияһында эштәр тамамлана. Райондың ун мең тирәһе кешеһен хеҙмәтләндереүсе Йомағужа участка дауаханаһы реконструкция үтә.
       Күгәрсен районы халҡы Совет ултырышының үҙ ерендә үткәрелеүен рәхмәт белдереп ҡаршы алыуын билдәләргә кәрәк.
       Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең матди - техни кбазаһын нығытыу, медицина учреждениеларын яңы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, һөҙөмтәлә медицина хеҙмәтләндереүенең яҡшы яҡ ҡа үҙгәреүе ошо сараға ла бәйле булыуын улар яҡшы аңлай.
       Район хакимиәте милли проект сиктәрендә алынған матди ярҙамды һөҙөмтәле тотоноуҙы даими контроль аҫтында тота.
       Бында медицина учреждениеларын оптималләштереү буйынса
       эш алып барыла: көндөҙгө стационарҙа койкалар селтәрен киңәйтеү, Хоҙайбирҙе ауылында амбулатория асыу планлаштырыла, бала табыу бүлегендә индивидуаль бала табыу залы проектлана һ. б.
       Күгәрсен районында әсәләргә һәм балаларға медицина ярҙамын камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелә. 2005 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһы һәм ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһы Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының "Балаға изге ҡараштағы дауахана" исеменә лайыҡ булды. Быйыл хакимиәт балалар поликлиникаһы һәм үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегенә лә ошондай исем алыуға ирешергә ниәтләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал