6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Йылдар аша тачанка елә
05.09.06


       Ҡыҙыл Яр - Өфө эргәһендәге ҙур булмаған ауыл. Яҡында ғын а Ағиҙел йылғаһы аға. Тулҡындар йыуған бейек ярҙа ағастарҙың аҡрын ғына ел иркәләгән алтын, ҡыҙғылт - һары, ҡыҙыл япраҡтары асыҡ күренә. Алыҫтараҡ, урман артында яландар
       йәйелеп ята. Күп йылдар элек улар аша Чапаевтың тачанкаһы елеп үткән. Данлыҡлы 25 - се дивизия колчактарҙы сигенергә мәжбүр итеп, Яңы һәм Иҫке Турбаҫлы, Степановка, Александровк а ауылдарын, туғыҙынсы июлдә - Өфөнө баҫып ала.
       "... Өфө тағы ла Совет Республикаһына ҡайтарылды, - тиелә
       ул йыл документтарында. - Тар - мар ителгән дошман сигенә, Өфө операцияһы аҙағына яҡынлаша.
       Составының яртыһын тип әйтерлек юғалтҡан 25 - се атышсыла р дивизияһы ғәййәр начальнигы иптәш Чапаев етәкселегендә тағ ы ла бер тапҡыр үҙенең ҡаһарманлығын иҫбатланы".
       Шағир Владимир Луговской Турбаҫлылағы алыш тураһында "Һөжүм" тигән шиғырын яҙа:
       "Марш - марш" - и клинки полетели из ножен,
       И ветер завыл от размаха клинков,
       И холм покачнулся до самых подножий
       Под буреподобным гуденьем подков.
       "Марш - марш" - все сильнее, все крепче и круче
       В разрывах густых, в пулеметном огне,
       Глазами ловя перелески, тучи
       И командира на рыжем коне.
       Вперед, изгибаясь, проносится лава.
       На флангах другие поют рожки.
       Пройдется взводный с армейской славой.
       Слетает кубанка с кудрявой башки.
       И бешенство зреет, и лава рдеет
       И знаменосцу - осколок в лоб.
       Теперь пролетай в легкоконном трезвоне,
       Теперь накопи свинцовую злость,
       И вот уж победа! И вот уж погоня!
       И вот уже шашка звенит о кость.
       Вперед - до оврага, в овраг и через -
       Теперь все равно ничего не понять,
       Как грецкий орех, разлетается череп,
       А рядом братишка летит с коня.
       Вот это атака была что надо!
       Мы каппеля гнали четыре дня,
       А жаль, что не смог я ссадить того гада,
       Который две пули всадил в меня.
       Чапаевсылар Өфө эргәһендәге алыштарҙа икеңгә яҡын кешене юғалта... Шуға күрә дивизияға азат ителгән ҡалала бер аҙ ял итергә рөхсәт бирелә. Дивизияның хәрби юлы, һәләк булған
       иптәштәрҙе хәтергә төшөрөргә, яңы поход алдынан көс йыйырға
       ваҡыт етә.
       " Ҡыҙыл ғәскәрҙәр алдына бик күп эшселәр сыҡты һәм үҙҙәре н азат итеүселәрҙе сәләмләне, - тип хәтерләй Дмитрий Фурмано в. - Был осрашыуҙар беҙҙең ғәскәрҙәрҙең азат ителгән ерҙәргә ингән ваҡытындағы иң тәрән, иң тетрәндергес мәлдәре булды...
       Беҙҙең полктарҙың береһе тигеҙ сафтар менән ҡала буйлап үткәндә, тирә - яҡта теҙелгән граждандар ҡыуаныстарын тыя алмай көлә һәм илай, һалдаттарҙы иң йылы һүҙҙәр менән тәбрикләй.
       Дивизияның штабы Александров ( бөгөнгө Карл Маркс урамы, 6) урамында урынлаша. Бөгөн йорт фасадында мемориаль таҡта ҡ уйылған: "1919 йылдың июнендә бында В. И. Чапаев етәкселегендәге 25 - се атышсылар дивизияһы урынлаша".
       Был бина Өфөлә начдив Василий Иванович Чапаев исеменә
       бәйле берҙән - бер тарихи ҡомартҡы.
       Ҡыҙыл Яр эргәһендә яраланған Чапаевты Авдонға күсерәләр, унда ул врач күҙәтеүе аҫтында була. Был ваҡытта дивизия штаб ы начальнигы вазифаһын Иван Снежков үтәй. Өфө ҡалаһының гарнизон начальнигы итеп Иван Кутяков тәғәйенләнә.
       10 июндә Чапаев Авдондан килә һәм гарнизон начальнигы
       вазифаһын биләй. Өфөлә булған осоронда ул ҡала халҡы хаҡында ҡайғырта, ҡаты тәртип булдыра.
       1919 йылдың 25 июнендә Чапаевтың дивизияһы Өфөнән аҡ казактар баҫып алған Уральск яғына оҙатыла. Артабан чапаевсылар дошманды Уральск өлкәһенең көньяғына ҡыуып китә, Лбищенск ҡалаһын азат итә. Ошо алыштар барышында, 1919 йылдың бишенсе сентябрендә, 33 йәшлек Василий Чапаев һәләк була.
       Чапаев һәләк була, әммә дивизия йәшәй һәм көрәшә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 25 - се дивизия үҙенең данын тағы ла
       арттыра һәм В. И. Чапаев исемендәге Суворов һәм Богдан Хмельницикий орденлы гвардия мотоатышсылар дивизияһы тип йөрөтөлә башлай.
       Карл Маркс урамының 6 - сы һанлы йортонда бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының фәндәр академияһы президиумы урынлашҡан.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал