6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Левитандың иң яҡшы эше Өфөлә һаҡлана
30.08.06


       1956 йылдың 13 ноябрендә Өфөнөң Дим районында элекке Ворошилов һәм Сталин урамдарын берләштереүсе Левитан
       урамы барлыҡҡа килә.
       Исаак Ильич Левитан 1860 йылдың 30 авгусында ярлы йәһүд ғаиләһендә донъяға килә. Ул бәләкәй сағынан тома етем ҡала
       һәм ҡыйынлыҡтар, аслыҡ һәм яланғаслыҡ кисерә. 30 йәштәр тирәһендә ул дан ҡаҙана, етеш тормош менән йәшәй башлай, әммә төҙәлмәҫ йөрәк ауырыуы уның ғүмерен ҡыя ( Левитан 1900 йылдың дүртенсе авгусында, 40 йәшендә вафат була).
       Левитандың таланты уның Мәскәүҙәге һынлы сәнғәт училищеһында бөйөк рәссамдар, урыҫ пейзаж сәнғәтенә нигеҙ һалыусы А.К. Саврасов һәм В.Д. Поленовта уҡыған ваҡытында асыла башлай.
       Третьяков галереяһына эләккән тәүге эшендә үк ("Көҙгө көн . Сокольники") йәш рәссам ябай пейзаж мотивында үҙенең кисерештәрен бирә алған. Күсмә күргәҙмәләрҙә "Быуа янында", "Владимирка", "Мәңгелек тынлыҡ" һәм башҡа картиналары
       күренә башлағас, Левитан 19 быуаттың икенсе яртыһындағы урыҫ сәнғәтендә иң ҙур пейзаж оҫталарының береһе булып
       таныла.
       Натуранан төшөрөлгән этюдтар Левитан өсөн бары тик материал булып хеҙмәт итә, картинала тәбиғәт образын
       дөйөмләштергәндә улар ҡайтанан ентекле эшкәртелә.
       Рәссамдың 1895 - 1900 йылдарҙа яҙған "Алтын көҙ", "Март" , "Саф ел", "Күл. Рәсәй" кеүек әҫәрҙәрендә тәбиғәт йә шат, йә моңһоу тормош менән йәшәй.
       Беҙ ҡайһы ваҡыт беҙҙең музейҙарҙа, әйтәйек, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, бына тигән р әссамдарҙың картиналары һаҡланыуы хаҡында онотабыҙ. Сәнғәт белгесе А. Алабужев түбәндәгеләрҙе һөйләй.
       Башҡорт художество музейында Исаак Ильич Левитандың әҫәрҙәре ярайһы уҡ күп. Иң иртә яҙылған эше - "Кис. Истра йылғаһы" пейзаж этюды. Ул башҡа этюдтар араһында буяуҙарҙың сағыулығы, күтәренке кәйеф менән айырыла. Үтә күренмәле һәм тыныс һыулы йылғала аяҙ күк сағыла. Яр буйындағы ҡыуаҡтар, болондар, ҡалҡыулыҡтар нәфис йәшел төҫ менән бирелгән. Ҙур булмаған картина тынлыҡ һәм йәйге кис поэзияһы менән һуғарылған. Был этюдтың бер үҙенсәлеге бар: күк йөҙөн унда буяу теймәгән ҡатырға һүрәтләй. Уның асыҡ һары төҫө киске кү к йөҙөнә шул тиклем тап килә, хатта тамашасы рәссамдың был алымын тоймай ҙа ҡала.
       Михаил Васильевич Левитандың уға "Кис. Истра йылғаһы" этюдын ниндәй шарттарҙа бүләк итеүен хәтерләй: "Исаак Ильичтың һуңғы йылдарында ( 90 - сы йылдарҙың икенсе яртыһы)
       Мәскәүгә килгәндә, беҙ уның менән йыш ҡына осраштыҡ. Шул ваҡыттарҙа этюдтар менән алмаштыҡ та инде. Уларҙың иң яҡшыһы Өфө музейында һаҡлана...".
       Икенсе сюжет та ҡыҙыҡлы - "Урман ҡарауылсыһы йорто". Был Левитан өсөн типик пейзаж. Йонсоу көн, болотло күк йөҙө, яҡында ғына - сауҡалыҡ, крәҫтиән йорто һәм һарай. Төҫтәр
       бик нескә итеп бирелгән, һауа торошо, һауаның дымлы булыуы ла һиҙелә. Был этюд музейға Мәскәүҙәге һатып алыу комиссияһы
       аша килеп эләгә.
       "Урман йылғаһы" ҡуйы әрәмәлек менән уратылған яланды һүрәтләй. Йылғаның икенсе ярында - урман. Урмандың ҡараңғылығын күрһәтер өсөн рәссам ҡараңғы - йәшел колорит
       файҙалана, төҫтәрҙе тоноҡландыра.
       Левитандың эштәренең береһе рәссам өсөн хас булмаған
       жанрҙа төшөрөлөүе менән тамашасыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был Н.П. Панафидиндың портреты (1891). Левитан уға тиклем дә портреттар яҙа, әммә уларҙы бер ҡасан да күргәҙмәгә бирмәй. Картинала тыныс, бер аҙ йонсоу йөҙлө о ло
       йәштәге ир кеше һүрәтләнә. Николай Павлович Панафидин - Чеховтарҙың һәм Левитандың яҡын танышы Лидия Стахиевна Мизинованың (Лика) ағаһы. 1891 йылдың көҙөндә Лика һәм Левитан Тверь губернаһының Затишье ҡалаһынан алыҫ түгел Курово - Покровское ауылында була. Шунда рәссам
       Н. П. Панафидиндың портретын яҙа ла инде.
       "Сәскәләр" натюрморты айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       Левитандың натюрморттары пейзаждары кеүек үк ябайлығы һәм н әфислеге менән айырыла. "Сәскәләр" натюрмортында йәшел, шәмәхә һәм ҡара төҫтәр өҫтөнлөк итә. Ҡарағусҡыл сәскәләр, ҡабарынҡы япраҡтар аҡ япмала тәбиғи һәм тере булып күренә.
       Беҙҙең музейҙа Левитандың 1890 - сы йылдарҙа төшөрөлгән ике акварель һүрәте һаҡлана: "Айлы төн" һәм "Ҡайын урманы".
       Уларҙа рәссам төҫтәрҙең еңеллегенә һәм нәфислегенә ынтыла, пейзаждар лирика менән һуғарылған. Бына уның тағы ла бер эше
       - "Ҡырымда. Ҡыш". Этюд еңел, һоро - зәңгәр колориты менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡар ҡаплаған ағастар, сакля, көтөүлек т ере булып күҙ алдына баҫа. Алыҫта күкһел томан менән уратылғ ан
       Ҡырым тауҙары, юғарыла - аяҙ күк йөҙө күренә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал