6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Муса Йәлилдең өсөнсө дәфтәре ҡайҙа
28.08.06


       Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең фашистар төрмәһендә я ҙған өсөнсө шиғырҙар дәфтәренең ҡайҙа булыуы мөмкин Уларҙың тәүгеһен Татарстандың Яҙыусылар союзына Ниғмәт Тереғолов алып килә. Икенсеһен Совет илселегенә Бельгия кешеһе Андре Тиммерманс килтерә.
       Ә бына өсөнсө дәфтәр ҡайҙалыр юғалып ҡала. Был миф түгел.
       1959 йылда Ғәзи Кашаф шағирҙың "Һайланған әҫәрҙәренә" иҫкәрмәләрендә былай тип яҙа: " Муса Йәлилдең Тегель төрмәһендә яҙған өсөнсө дәфтәре булыуы асыҡланды. 1944 йылда дәфтәр ошо уҡ төрмәлә ултырған Михаил Иконниковҡа тапшырыла, ул уны Йәлилдең дуҫтарына еткерергә тейеш була".
       Ғәзи Кашаф Михаил Иконниковтың Архангельскиҙа уҡытыусы булып эшләүе тураһында әйтеп үтә, ә мин үҙем ошо ҡаланан.
       Һәм 1944 йылда, "Ленинец" гәзитендә эшләгән ваҡытта ялға ҡайтҡас, мин уны эҙләп табып һөйләшергә ҡарар иттем.
       Артабанғы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөргә блокнот ярҙам итә:
       " Михаил Иванович Иконников, сит тел уҡытыусыһы. Мәктәптә
       эшләй. Башҡортостанда бер ҡасан да булғаны юҡ. Мин уны Архангельск ҡалаһынан, дөрөҫөрәге, Маймакс биҫтәһенән эҙләп таптым. Ҡала өҫтөн аҡ төндәр яҡтырта. Аҡ диңгеҙҙән иҫкән
       еңелсә ел Төньяҡ Двина өҫтөн бөҙөрләтә. Беҙ йорт эргәһендәг е баҡсала ултырабыҙ, ул миңә башынан үткәндәрҙе бәйән итә.
       Был хәл Берлиндың Тегель төрмәһендә була. Һигеҙ метрлыҡ
       таш стеналар, корпустарҙы тимер сымдар уратҡан. Икенсе ҡатт а бер кешелек камерала - Муса. Уға хөкөм сығарылған инде - ү лем язаһы көтә. Әммә фашистарҙың үҙ йолалары. Ғәҙәт буйынса, үлемгә хөкөм ителеүсе яза көнөн теүәл 99 тәүлек көтөргә тейе ш. Бында һорау алыуға ла ҡаты билдәләнгән сәғәттә генә алып
       баралар.
       Бинаның күрше ҡабырғаһында Михаил Иконниковтың "таш ҡапсығы" урынлашҡан. Һәм ул шағирҙы тышҡа сығарыуҙарын күрмәһә лә, ҡайһы ваҡытта уны тәҙрәнән күрә ала. Һәм шиғыр юлдары теҙелгән һоро ҡағыҙ киҫәктәрен дә күп тапҡыр ҡулында тота. Йәлилдең шиғырҙары камеранан камераға тапшырыла, урыҫ,
       хатта немец телдәренә лә тәржемә ителә ( был төрмәлә немец антифашистары ла ултыра).
       Улар бер көнө иртән таныша. Йонсоу көн, ваҡ ямғыр һибәләй ...
       "Муса рәшәткә аша үҙенең татар дуҫтарының береһе менән һөйләшә ине, - тип хәтерләй М. И. Иконников. - Мин Йәлилде таныһам да: "Һеҙ кем, дуҫтар" - тип ҡысҡырҙым. Муса яуап
       бирҙе. Һөйләшә башланыҡ. Мин уның исеме таныш булыуы, шиғырҙарын уҡыуымды белдерҙем.
       "Тимәк, беҙ күптәнге таныштар", - тип көлдө Йәлил".
       Ошо ваҡытта һаҡсы килеп сыға һәм һөйләшеү туҡтала.
       Тағы бер осрашыу иҫтә ҡала. Төрмә коридорының икенсе ҡатында була ул. Иконников шағирҙы яҡындан тәүге тапҡыр күрә . Һаҡал баҫҡан йөҙө аҡһыл, күҙҙәре эскә батҡан, әммә ҡарашы
       тәүәккәл. Йәлил ваҡ ҡына аҙымдар менән атлай, аяҡтарҙағы бығау ҡамасаулай. Әңгәмәләшен танып Иконников баш ҡаға һәм " Сәләм!" тип өндәшә. Әммә һаҡсы уларға һөйләшергә мөмкинселек бирмәй.
       Һәм тағы ла бер ауыр минут. Күрше камералағы дуҫтарын шартлы һыҙғырыу менән саҡырып, Муса уларға күңелһеҙ хәбәр
       белдерә.
       - Беҙгә хөкөм сығарылған, дуҫтар. Тиҙҙән беҙҙе алып китер ҙәр, моғайын. Еңеүгә тиклем йәшәй алмауыбыҙ үтә йәл, ә ул би к яҡын!
       Тиҙҙән Йәлилде Тегелдән алып китәләр.
       Ә дәфтәр Ул ҡайҙа була һуң
       М. И. Иконников түбәндәгеләрҙе һөйләне. Бер тапҡыр уның иптәшенә яҙыу тапшырғанын күреп, бик ныҡ туҡмайҙар. Көс - хә л менән ул амбулаторияға барып йығыла. Ишек янында таныш кешене күрә - Йәлилдең дуҫы Әхмәт Симаев. Һаҡсының бик үк
       иғтибар бирмәүенән файҙаланып, Әхмәт Михаил янына килә.
       - Һиңә бер үтенес бар, - ти ул шым ғына. - Хәҙер бары тик
       һин генә уны башҡара алаһың.
       Ул ҡуйынынан блокнотҡа оҡшаған бер нимә сығарып һиҙҙермәй
       генә уның кеҫәһенә тыға.
       - Хәтереңдә тот - был бик ҡиммәтле әйбер - Мусаның шиғырҙар ы. Улар Ҡазанға оҙатылырға тейеш. Үлһәң үл, әммә гитлеровсыл ар ҡулына бирмә.
       Дәфтәр ниндәйерәк була Бәләкәй генә, туғыҙға ете сантиме тр самаһы. Һоро төҫтә, ҡатырға тышлы. Биттәре (30 бит тирәһе ) ваҡ ҡына яҙыу менән сыбарланған. Һәр шиғырҙың башында юлдары һәм хәрефтәре тигеҙ, аҙағы - өҙөк - өҙөк, аңлайышһыҙ.
       Бығауҙары ҡулын ауырттырғандыр, күрәһең. Михаил унда
       ҡырҡҡа яҡын шиғар иҫәпләй. Тик уҡый алмауы ғына йәл.
       Совет Армияһы алға бара. Төндәрен Берлинды союздаштар утҡа тота. Камераларҙа тикшереү кәмей төшә, һәм дәфтәр һаҡланып килә. Йәлилдең шиғырҙарын Михаил түшәк эсендә лә
       һаҡлай, тәҙрә рәшәткәһе артына йәшерә, дәфтәрҙе аяғына
       ҡушып та бәйләй. Көн һайын немецтар Тегелдән яңынан яңы тотҡондарҙы яза урынына алып китә. Әммә дәфтәр йәшәй.
       1945 йылдың апрель айы башлана. "Өсөнсө рейх ҡеүәтенә
       зарары һәм концлагерҙарҙа хәрби тотҡондар араһында йәшерен эш алып барған өсөн М. И. Икоников үлем язаһына хөкөм ителә.
       Әммә гитлеровсылар хөкөм ителгәндәрҙең барыһын да язалап өлгөрмәй - совет ғәскәрҙәре әсирҙәрҙе ҡотҡара.
       Шварценбергтан көнсығыштараҡ, йыйылыу пунктында блокнот а зат ителгән тотҡондарға әсирлектә һәләк булғандарҙың документтарын һәм әйберҙәрен тапшырырға ҡушыусы майор ҡулына тапшырыла.
       Татар шағирының хазинаға бәрәбәр дәфтәре шулай юғала. Уны
       табыу өсөн М. Иконников күп көс һала. Йыйылыу пунктындағы кешене лә эҙләп таба, әммә уның барлыҡ документтарҙы, шул иҫәптән шиғырҙарҙы ла тапшырыуы асыҡлана.
       Архангельск ҡалаһында осрашыуҙан һуң күп йылдар үтте. МИндә Михаил Иконниковтың легендар Муса Йәлил тураһында ла и ҫтәлектәре теркәлгән "Таш ҡапсыҡта" китабы һәм фотоһы һаҡлана. Ошо көндәрҙә шағирҙың үлеменә 62 йыл тула.
       "Йәлилдең тыуған еренән алыҫта яҙылған һәм Моабит
       дәфтәрҙәренә индерелмәгән шиғырҙары ҡасан да булһа табылырмы" - тип һорау бирә яҙыусы Ғәзи Кашаф. - Уларҙың эҙһеҙ юғалыуы мөмкин түгел"

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал