6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡалабыҙ үҫә һәм байый
22.08.06


       Өфө мэрияһы чиновниктары матбуғат вәкилдәре менән
       аралашыуҙың яңы форматын һынап ҡараны. Өфө хакимиәте урынбаҫары Альбина Йосопованың етәкселеге аҫтында бер юлы дү рт кеше баш ҡаланың 2006 йылдың яртыһындағы социаль - иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында һөйләне.
       Бинала дауам иткән ремонт эштәре тауышы аҫтында журналистарға матур слайдтар, графикалар, диаграммалар һәм фотографиялар күрһәтелде. Был юлы бюджетҡа индерелгән килем һәм сығымдар кадр артында ҡалды. Һәм, дөйөм алғанда,
       бер проблема ла атап әйтелмәне. Киреһенсә, ҡаланың бик йылдам байыуына һәм именлегенә хайран ҡалырға ғына була.
       Журналистар өс бит тәшкил иткән пресс - релизды ҡараштырған
       арала Альбина Сәғит ҡыҙы тағы ла күп нимә хаҡында һөйләп өлгөрҙө. Шулай итеп, баш ҡалабыҙға ғинуар - июль айҙарында йылдам иҡтисад үҫеше хас булыуы күҙгә ташлана. Ете ай эсендә
       продукция етештереү һәм хеҙмәтләндереү күләме 110,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был һан, үткән йыл менән сағыштырғанда, 18,5 процентҡа күберәк. Сәнәғәт етештереүе 1, 9 процентҡа артҡан. Именлек картинаһын, сәнәғәт бүлеге начальнигы Александр Зарубиндың һүҙҙәре буйынса, нефть эшкәртеүҙең "түбәнәйеүе" генә боҙа. Күрәһең тармаҡта рентабеллекте кәметкәндәрҙер, тип фаразланы Альбина
       Йосопова. Башҡа тармаҡтарға килгәндә иһә, әгәр ҙә Рәсәй Башҡортостандың баш ҡалаһы кеүек эшләһә, Фрадковҡа бер кем а лдында ла (кем икәнен үҙегеҙ беләһегеҙ) ҡыҙарырға тура килмәҫ ине.
       Табыш йәһәтенән дә Өфөлә эштәр яҡшы тора - ярты йыл эсендә баш ҡаланың предприятиелары һәм ойошмалары 15 миллиард һумлыҡ эш башҡарған, үткән йыл ҡаҙаныштары менән са ғыштырғанда, ҡайһы бер позициялар буйынса сигенеү күҙәтелә. Бында, һис шикһеҙ, табыштың 75 процентын сәнәғәт предприятиелары биреүе өмөтләндерә. Альбина Йосопованың һүҙҙәренә ҡарағанда, килемһеҙ эшләүсе йәки ошо сиккә килеп еткән предприятиелар менән шәхси эш ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Дөрөҫ, әлегә ҡала хакимиәтендә күсемһеҙ милеккә бәйле операциялар өлкәһенең ҙур килемлелеген нисек аңлатырға
       хәл итмәгәндәр - хәҙер ул ҡалаға килемдең ундан бер өлөшөн
       бирә. Ә бына эшкә һәләтле халыҡтың дүрттән бер өлөшө мәшғүл
       булған сауҙа, киреһенсә, үҙ өлөшөн юғалта - бөгөн ул алты
       процент тәшкил итә.
       Иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова инвестицияға бәйле хәлде һүрәтләне. Предприятие һәм ойошмалар ярты йылда 13 миллиард һум инвестициялаған. Үткән йыл менән сағыштырғанда был ун процентҡа күберәк. Производство инвестицияларының ҙур өлөшө ТЭК предприятиеларына тура
       килеүен ишетеүе күңелле булды. Ойошмалар һәм кредит учреждениелары ла күсемһеҙ милеккә байтаҡ капитал һалған. Ә инде Өфөлә ҙур төҙөлөш барыуы хаҡында журналистарға һөйләп т орорға ла кәрәкмәй - фатирҙар төҙөү, юлдарҙы реконструкциялау һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлек
       сиктәрендә төҙөлгән объекттар баш ҡаланы ғәйәт ҙур төҙөлөш майҙанына әйләндерҙе. Әлеге ваҡытҡа уҡ "юбилей" планы буйынса Өфөлә 1,2 миллиард һумдан ашыу үҙләштерелгән.
       Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Руслан Мирсаяповтың докладына ярашлы, Өфө сит илдәр менән сауҙа мөнәсәбәтен арттыра. Һәм беҙ, бөгөнгө хаҡтар буйынса, импортҡа ҡарағанда һатыуға ун тапҡыр күберәк сығарабыҙ. Өфө предприятиеларының экспорты күпселек ТЭК продукцияһына тап к илә - бер ярым миллиард һум. Ғөмүмән, Өфөгә иғтибар йүнәлтеүсе инвесторҙар арта. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә билдәле "САС" селтәренең башҡа фирмалар менән берлектә өс йондоҙло отеле проекты әҙер - Лондон инвестиция компаниялары яғынан тышҡы инвестициялар күләме 25 миллион до ллар тәшкил итәсәк. Өфө - Аэропорт трассаһынан алыҫ түгел, "Метро" сауҙа комплексы районында күп аспектлы "Бизнес - Парк" төҙөүгә башланғыс һалынған - унда күңел асыу, сәләмәтләндереү, сауҙа һәм эш секторҙары, күргәҙмә залдары буласаҡ. Дөйөм майҙаны 150 мең квадрат метр тәшкил итәсәк
       был заманса комплекс 80 миллион доллар индереүҙе талап итә.
       Ҡала байыған һайын, унда йәшәүселәр ҙә кеҫә ҡалынлығы буйынса етеш тормош яҡынайыуын тоя. Өфө хеҙмәткәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 20 процентҡа - 10843 һумға тиклем - арт ты. Хеҙмәт хаҡы буйынса йыйылған бурыс тиҙ арала кәмей - беренсе августҡа ул 39,3 миллион һумға етте, уның 35,4 миллионы "БАЛ" авиакомпанияһына тура килә. Инфляция түбәнәйеүен дауам итә - әлеге ваҡытта ул 7,6 процент тәшкил итә, үткән йылда бер процентҡа күберәк ине. Эшһеҙлек тә түбә н тәгәрәй - 2005 йыл менән сағыштырғанда уның кимәле 1,3 процентҡа кәмегән.
       Журналистарҙы аптырашҡа һалған берҙән - бер сәбәп - бөгөн дауам иткән муниципаль реформа шарттарында баш ҡала тормошонан тәьҫораттар булмауы. Хәйер, әгәр ҙә был хакимиәт башлығы урынбаҫарын борсомай икән, тимәк Өфөнөң урындағы үҙидараһы иҡтисади планда уңышлы үҫешә тигән һүҙ. Һәм Өфө ҡаҙнаһының дүрттән өс өлөшө тип әйтерлек ҡаланың социаль өлкәһе һәм торлаҡ - коммуналь хужалығына тотонолоуын иҫәпкә алғанда, беҙҙе ҡотларға ла мөмкиндер, моғайын. Әйткәндәй, ба ш ҡала һаҡсыллыҡҡа өйрәнә. Альбина Йосопованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала заказдары конкурс нигеҙендә урынлаштырылыуы иҫәбенә Өфө унарлаған миллион һум экономиялай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал