6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Йәштәр сәмләнеп ярышты
22.08.06


       Өфөлә "Күн туп" турнирының кесе йәш төркөмөндә хәл иткес ярыштар үтте. Унда 10 - 11 йәшлек малайҙар киләһе йылда "Данон" Милләттәр кубогына" барасаҡ бәхетле йәндәрҙе билдәләне. Ул да булһа, "Динамо - Юниор" (Омск) командаһы. Сергей Бойконың коллективы 2007 йылда сит илдә (Францияла
       булыуы ихтимал) үтәсәк халыҡ - ара ярыштарҙа Рәсәй исеменән
       сығыш яһаясаҡ. Себер уйынсылары планетабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килеүсе 32 команда араһында еңеүгә ирешеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләйәсәк.
       Беҙҙең "Өфө - 95" клубы исеменән сығыш яһаусы яҡташтарыбыҙ арыҫландай көрәшеп, плей - офф серияһында бер матчта ла бирешмәне. Шул уҡ ваҡытта улар иң уңышһыҙ команда булып танылды һәм хатта өс призер исемлегенә лә инә алманы. Барыһы
       ла ябай ғына: Благовещендан килгән "Юность" менән осрашыу 0:0 иҫәбе менән тамамланды, ә пенальти буйынса ҡунаҡтар көслөрәк булып сыҡты. Өсөнсө урын өсөн "рәсәйлеләр" (Ярославль) менән көрәштә лә шул уҡ хәл ҡабатланды.
       Икенсе тайм башында өфөлөләр иҫәпте асты. Уйын аҙағына тиклем биш минут ҡалғас ҡына Ярославль уйынсылары уны тигеҙләй алды. Тағы ла пенальтиҙар серияһы. "Рәсәйлеләр" биш
       туптың барыһын да ҡапҡаға индерҙе, ә беҙҙең футболсыларҙың береһе ҡапҡаға тура килтерә алманы.
       "Динамо - Юниор" (Омск) - "Юность" (Благовещен) командаларының финалы бик шәп булды: Өфөлә ярышты ойоштороуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауҙары һиҙелә. Ял көнөн дачаһында ҡаҙынып йәки өйҙә ятып үткәреүселәр үҙҙәрен ҙур тамашанан мәхрүм итте.
       Матчты Виктор Гусев һәр ваҡыттағыса грамоталы алып барҙы.
       Уны тыңлауы үҙе бер кинәнес. "Трансляция" аҙағында уның ике
       яҡ трибуналағы халыҡҡа мөрәжәғәт итеп "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ" тип әйтеүе генә ни тора.
       Уйынсылар ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Турнирҙың иң яҡшы
       бомбардиры Максим Лаук алыҫтан тороп штраф голын сәпәгәндә, хатта Гусев та бер мәлгә телһеҙ ҡалды. Благовещен
       командаһы иҫәпте тигеҙләне. Был уйында Артем Коржунов айырылып торҙо. Голдан һуң шул тиклем шатланып, ул хатта майкаһын сисеп ырғытты - һөҙөмтәлә арбитр уны һары карточка менән "бүләкләне". Икенсе таймда Коржунов тағы бер "горчичникка" лайыҡ булды һәм уйындан сығарылды.
       Омск футболсылары тағы ике гол индерҙе, уларҙың береһенең
       авторы - Максим Лаук. "Динамо - Юниор" 3:1 иҫәбе менән алға сыҡты һәм турнирҙың еңеүсеһе тип иғлан ителде.
       Артабан тантаналы наградлау булды, унда финалдың почетлы ҡунағы, СССР чемпионы, СССР Кубогына эйә булыусы, "Торпедо" (Мәскәү) һөжүмсеһе Геннадий Гусаров ҡатнашты.
       Көсөргәнешле турнирҙан һуң балалар иланы ла, көлдө лә. Кемдеңдер башы түбән эйелгән, кемдер "Дом - 2" проекты буйынса билдәле ағалы - энеле Оскар һәм Стас Кәримовтар менән бергә йырлай.
       Мәҡәлә һуңында һеҙҙе ҡалған осрашыуҙарҙың йомғаҡтары менән таныштырабыҙ.
       11 урын өсөн: "Алые паруса" (Санкт - Петербург) - "Мегасф ера" (Мәскәү) - 0:3.
       9 урын өсөн: "Уралан" (Элиста) - "Орленок - 95" (Елец) -
       1:1 (пенальти буйынса 2:1).
       7 урын өсөн: "Автокрановец" (Иваново) - "Шинник" (Түбәнге Кама) - 0:0 (пенальти буйынса 2:1).
       5 урын өсөн: "Юниор" (Богучар) - "Благовест" (Ульяновск) - 1:2. "Күн туп" йомғаҡтары буйынса Өфөлә иң яҡшы уйынсыл ар иҫәбенә ҡапҡа һаҡсыһы Павел Соловьянов ("Юность", Благовещен), бомбардир Максим Лаук ("Динамо - Юниор", Благовещен, 16 гол), һөжүм итеүсе Артур Йосопов ("Өфө - 95") , һаҡсы Беслан Хамхоев ("Россияне", Ярославль), ярым һаҡсы
       Руслан Бильданов (Шинник", Түбәнге Кама), тренер Сергей Бойко (Омск), судья Сергей Шпеньков (Өфө) инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал