6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Композитор Свиридов Бөрөлә барабанда уйнаған
21.08.06


       Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күп кенә хәрби училищелар,
       академиялар, хәрби частар Башҡортостанға күсерелә. Өфөлә,
       мәҫәлән, Генераль штаб академияһы, Севастополь зенит - артиллерия училищеһы, хәрби - музыкаль мәктәп, бер нисә дивизия штабы урынлаша... Ә 1942 йылдың 21 авгусында Бөрөлә Ҡыҙыл Армияның Ленинград һауа күҙәтеүе, хәбәр итеү һәм элемтә училищеһы эшләй башлай.
       Училище бер нисә бинала урынлаша. Уның Интернациональ
       урамы, 20 адресы буйынса урынлашҡанында ( бөгөн ул Бөрө
       дәүләт социаль - педагогика академияһы бинаһы) 1980 йылда "1941 - 1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был бинала һауа күҙәтеүе, хәбәр итеү һәм элемтә училищеһы булды" тип яҙылған
       мемориаль таҡта асыла.
       30 йыл элек "Огонек" журналында рус музыкаһының 20 быуаттағы һуңғы классигы Георгий Свиридовтың берҙән - бер хәрби фотографияһы менән бирелгән мәҡәлә бөрөләрҙең иғтибарынан тыш үткәндер, күрәһең. Баҡһаң, бөйөк композитор һуғыш ваҡытында Бөрөлә йәшәгән һәм алда әйтелгән училищела х еҙмәт иткән икән. Башҡортостан һәм Свиридовтың ижадын өйрәнеүсе музыка белгестәре өсөн иһә был ҙур ваҡиға булып тора.
       Ҡыҫҡаса уның биографияһын хәтергә төшөрәйек. Георгий Васильевич Свиридов ( 1915 - 1998) - композитор, йәмәғәт эшмәкәре, СССР - ҙың халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты. Рус музыка мәҙәниәтенең күп йыллыҡ традициялары өҫтөндә эшләй, уларҙы органик рәүештә заман стилистикаһы менән берләштерә. "Поэма памяти С ергея Есенина", "Патетическая оратория", "Курские песни", "Пушкинский венок" эпик әҫәрҙәрендә, "Время, вперед!",
       "Метели" сюитаһында Ватан, уның яҙмышы темаһы яңғырай. Быға тағы ла композиторҙың спектаклдәргә һәм фильмдарға яҙған көйҙәрен өҫтәргә кәрәк.
       1941 йылда Георгий Свиридов композиция класы буйынса Ленинград консерваторияһын тамамлай ( Дмитрий Шостаковичта у ҡый). Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Музыка белгесе А. Г. Сохорҙың китабында артабан хәлдәр түбәндәгесә һүрәтлән ә: "Ленинград консерваторияһын уңышлы тамамлағандан һуң,
       һуғыштың беренсе көндәрендә үк, Георгий Свиридов хәрби училищеға курсант итеп алына һәм хеҙмәткә оҙатыла. Әммә шул уҡ 1941 йыл аҙағында сәләмәтлеге буйынса демобилизациялана".
       Был юлдарҙы уҡығандан һуң, Өфөнөң крайҙы өйрәнеүсеһе Анатолий Крюков композиторҙың башҡорт ерендәге тормошон
       өйрәнеү буйынса эш башлай. Әммә Өфөлә бер нисә хәрби училище булыуы, архивтар менән файҙаланыу мөмкинселеге
       булмауы сәбәпле, уға ҡыйынға тура килә.
       - Һәм шул ваҡытта минең ҡулыма Г. В. Свиридовтың яҙмалар китабы килеп эләкте, - тип яҙа Анатолий Крюков. - Унда мин
       хәрби кейемдәге, барабан тотҡан курсанттың фотоһын күрҙем, уның аҫтында "Ағиҙел йылғаһы буйындағы Бийск хәрби училищеһы, 1941 йылдың ҡышы" тип яҙылған ине.
       Хатамы икән ни
       Свиридов фонды президенты А. С. Белоненко исеменә ебәрелгән хатҡа яуап минең китаптағы типография хатаһы тураһындағы фараздарымды раҫланы.
       Бийск урынына Бирск (Бөрө) тип уҡырға кәрәк.
       Анатолий Крюков Бөрөнөң крайҙы өйрәнеүселәре менән элемтәгә инә. Һөҙөмтәлә Георгий Свиридовтың ҡалала булыуы хаҡында ҡайһы бер мәғлүмәттәр асыҡлана. Училище йәшерен
       типта эшләгән. Уның сығарылыусыларын ул саҡта бөтөнләй билдәле булмаған ниндәйҙер локаторҙарҙа эшләү өсөн әҙерләгәндәр. Шуға күрәлер, моғайын, композиторҙың иҫтәлектәрендә училище тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Һуғыш аҙағында уны Ленинградҡа күсерәләр.
       Һуғыш ваҡытында училище составында ойошторолған музыкаль взводта курсант Георгий Свиридов та уйнай, улар концерттар
       менән урындағы халыҡ алдында сығыш яһай.
       Тағы ла Анатолий Крюковтың эҙләү материалдарына әйләнеп
       ҡайтайыҡ:
       " Әбейҙәр сыуағының йылы бер көнөндә училище музыканттарының сезонды асыу сығышы һуғыш осорондағы Бөрө ха лҡында айырыуса сағыу тәьҫораттар ҡалдыра. Клубтың ҙур залы концерт ҡарарға теләүселәрҙең барыһын да һыйҙырып бөтә алмай. Тынлы оркестр һәм хор "Вставай, страна огромная!" йырын башлағас, барыһы ла аяғүрә баҫа һәм күҙ йәштәрен
       йәшермәйенсә, хорға ҡушылып йырлай.
       Бөрөлә хеҙмәт итеү ваҡытында ла Свиридов ижадын ташламай.
       Әле һуғышҡа тиклем үк ул үҙенең Пушкин һәм Лермонтов шиғырҙарына яҙған романстар циклы, ҡыллы оркестр өсөн
       симфонияһы һ. б. әҫәрҙәре менән билдәле була. Ә һуғыш башланғас, бөтә композиторҙар кеүек үк, ул да патриотик жанр ға мөрәжәғәт итә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Алексей Сурков шиғырына "Ҡыйыуҙар йырын" ул тап Бөрөлә яҙған.
       Свиридов Башҡортостанда оҙаҡ булмай, "сәләмәтлеге буйынса
       - күрәшлеге арҡаһында демобилизациялана".
       1942 - 1944 йылдарҙа Георгий Васильевич Новосибирск
       ҡалаһында, Ленинградтан эвакуацияланған филармонияла, музкомедия театрында, Пушкин исемендәге академия драма театрында эшләй.
       Ә Г. В. Свиридовтың Башҡортостанда булыуы хаҡында иҫтәлек
       һаҡлана. 2005 йылдың 15 декабрендә Бөрө биналарының береһендә ҡуйылған мәрмәр таҡтаға алтын төҫ менән менән курсант Свиридовҡа, Рәсәйҙең буласаҡ бөйөк композиторына арналған һүҙҙәр яҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал