6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Төрөк яры беҙгә яҡыная
21.08.06


       Республикаға төрөк инвестициялары ағымы артасаҡ. Төрөк бизнесының беҙҙең иҡтисадҡа әүҙемерәк үтеп инергә тырышыуы һ әм республика етәкселеге партнер - илдең изге ниәттәрен хупларға әҙер тороуы был турала ышаныслы белдерергә
       мөмкинселек бирә.
       Ошо көндәрҙә Төркиәнең тышҡы сауҙа буйынса Дәүләт секретары Тунджер Каялар әфәнде етәкселегендәге Төрөк Республикаһы делегацияһы эш сәфәре менән Башҡортостанда
       булып китте. Ҡунаҡтарҙың Өфөләге ике көнлөк программаһы уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Төп пункттар - республика етәкселеге менән осрашыу, тышҡы иҡтисади ведомствола, сауҙа - иҡтисад палатаһында, ҡала хакимиәтендә, сәнәғәт предприятиеларында булыу һәм башҡалар.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика реаль тауар әйләнешен күрһәт ә алмай - статистик тикшереүҙәр ваҡытында ойошторолмаған сауҙа һәм аралашсы фирмалар ҡатнашлығында үткәрелгән сауҙа ә йләнеше иҫәпкә алынмай. Рәсми статистика һандарына ышаныуы ҡыйын. Әммә улар ҙа башҡорт һәм төрөк бизнесының
       һиҙелерлек әүҙемләшеүен күрһәтә. Һуңғы дүрт йылда Башҡортостан һәм Төркиә араһындағы рәсми тауар әйләнеше 2,8 тапҡыр артҡан. Был тенденция быйыл да һаҡлана - биш ай йомғаҡтары буйынса ике республика араһында экспорт - импорт операциялар күләме, 2005 йылдың ғинуар - май айҙары күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 9,6 процентҡа - 37,7 миллион долларға тиклем артҡан.
       Киләһе йылда һиҙелерлек алға китеште көтөргә мөмкин.
       Республика етәкселеге вәкилдәре, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығындағы
       коллегалары менән осрашып аралашыу барышында, Каялар әфәнде бер нисә тапҡыр төрөк компаниялары Башҡортостандың үҙ
       ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам и теүгә әҙерлектә әүҙем ҡатнашырға теләүҙәрен белдерҙе. Билдәле булыуынса, был датаға беҙҙә күп кенә мөһим объекттар
       төҙөлә, ә төҙөлөш - башҡорт - төрөк хеҙмәттәшлегенең айырыу са һөҙөмтәле иҡтисади тармаҡтарының береһе.
       Ике ҙур уртаҡ проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә лә хеҙмәттәшлек дауам итә. "Эфес Бевередж Групп" компанияһы
       "Амстар" һыра ҡайнатыу заводын һатып алыуын хәтергә төшөрәйек. Яҡын арала предприятиеның етештереү ҡеүәте йылына 40 миллион далға еткереләсәк. Башҡортостанда яҡшы
       билдәле "Анадолу Джам Санайи А.С." төрөк фирмаһы Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә быяла һауыттар етештереүҙе артабан да арттырасаҡ. Уралда быяла продукцияһы ҙур һорау менән
       файҙалана - әйтелгән сәнәғәт объектының инвестиция йәлеп итеү һәләте ошоноң менән билдәләнә. Яҡын арала тағы ла 80 миллион долларлыҡ ике мейес төҙөү планлаштырыла, уның етештереү ҡеүәте йылына 700 миллион шешә тәшкил итәсәк.
       Каялар әфәнде Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һә м сауҙа министры Борис Колбин менән осрашыу ваҡытында
       әйтеүенсә, әлеге ваҡытта был ике проектты тормошҡа
       ашырыуға төрөк яғынан сығымдар йөҙ миллион доллар самаһы
       тәшкил итә, бер нисә йылдан һуң инвестициялар күләме миллиард долларға яҡынлашырға тейеш.
       Республика етәкселеге төрөк бизнесмендарына тағы бер
       йүнәлеш - күн тауарҙар етештереү буйынса хеҙмәттәшлекте арттырырға тәҡдим итә. Бөгөн, билдәле булыуынса, күн тауарҙа р етештереү сәнәғәте башланғыс стадияла тора. Башҡортостанда
       малсылыҡ көслө, хужалыҡтарҙа эре малдың дөйөм күләме ике миллионға етә, ә тире сеймалы, төбәктә эшкәртеү мөмкин булыуына ҡарамаҫтан, республиканан ситкә оҙатыла. Беҙҙә
       Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский предприятиелары тире менән эш и тә, әммә төбәктә күн тауарҙар етештереүҙе лайыҡлы кимәлгә
       сығарыу өсөн уларҙың мөмкинселектәре генә етеп бөтмәй.
       Башҡортостан ағас эшкәртеү өлкәһендә лә Төркиәне үҙенең
       партнеры итеп күрергә теләр ине.
       Төрөк эшҡыуарҙары был ике йүнәлешкә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал