6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Дошманға ҡаршы бер үҙе
18.08.06


       Башҡорт шырпы фабрикаһының механика цехында Советтар
       Союзы Геройы Иван Иванович Новоженовтың ҙур портреты эленгән.
       Иван Иванович Новоженов 1914 йылдың 19 ноябрендә донъяға килә. Бала сағынан атайһыҙ ҡала һәм эшләй башларға мәжбүр була. Ун дүрт йәшендә тимер юлда слесарь өйрәнсеге, 1933 - с ө йылда - яңы төҙөлгән шырпы фабрикаһының механика цехында
       токарь булып эшләй башлай. Йәш егет ошонда сыныға ла инде. Фабрикала Ваня комсомолға инә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, тағы ла фабрикаға, үҙ цехына эшкә килә.
       Әммә уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй - аҡ финдарға, һуңынан немец - фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыш башлана. Новоженов тағы ла армияға алына. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул артиллерия взводына, һуңынан батареяға етәкселек итә.
       Йәш офицер бик оҙон фронт юлдары үтә, фашистарға ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, тыуған еренең һәр бер ҡарышын
       азат итергә тырыша. Һәр урында ла Иван Иванович батырлыҡ, хәрби зирәклек һәм оҫталыҡ күрһәтә.
       Фронт дәүләт сигенә яҡынлашҡанда, капитан Новоженовтың күкрәген ике хәрби награда - икенсе дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары биҙәй.
       1944 - се йылдың башы. Гитлеровсылар совет еренең һәр километрына теше - тырнағы менән йәбешә, беҙҙең частарға ҡаршы контрһөжүм ойошторорға маташа. Беренсе Прибалтика
       фронтында ла шундай уҡ хәлдәр - дошман контрһөжүмгә күтәрелә.
       Капитан Новоженовтың унынсы батареяһы ошондай ҡаты
       һуғыштарҙың уртаһына эләгә. Уның бурысына шоссе һәм тимер ю лдар киҫелешен ҡаплау инә. Батарея Викснас ауылы эргәһендә, урман ситендә урынлаша.
       Тиҫтәләгән танкылар һәм үҙйөрөшлө орудиелар ныҡлы оборона
       биләгән совет һалдаттарының өҫтөнә йүнәлә. Бына улар урман ситенә яҡынлаша...
       - Батарея, ут!
       Үлемесле алыш башлана.
       Награда документтарында капитан Иван Новоженовтың батырлығы былай тип һүрәтләнә:
       "1944 йылдың 20 авгусында Викснас (Литва) районында И.И. Новоженовтың батарея орудиеһы дошмандың танкылары, үҙйөрөшлө орудиелары һәм пехотаһына ҡаршы тора. Ут позицияһына йүнәлгән ун һигеҙ танкының икәүһе тәүге минуттарҙа уҡ шартлатыла. Немецтар тағы ла батареяға ҡаршы күтәрелә. Шул ваҡытта батарея командиры Новоженов ҡаты
       йәрәхәтләнә. Әммә ул һуғыш яланын ташлап китмәй, орудие утына етәкселеген дауам итә. Снарядтар бөткәс, Новоженов тер е ҡалған һалдаттары менән дошмандың һөжүменә автоматтар уты менән ҡаршы тора.
       Был тигеҙ булмаған алышта Новоженовтың батареяһы алты сәғәт буйына дошмандың һөжүмдәрен кире ҡаға һәм гитлеровсыларҙың бер ротаһын юҡҡа сығара. Командир бер үҙе ҡ алғас та автоматтан ут яуҙырыуын туҡтамай һәм батырҙарҙа һәләк була. Новоженовтың ҡаһарманлығы ярҙамға килеп өлгөргән
       көстәрҙең дошманды кире артҡа сигендереүенә булышлыҡ итә".
       1944 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән гвардия капитаны Новоженовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Өфөнөң Октябрь районында шырпы фабрикаһы урынлашҡан урам Советтар Союзы Геройы Иван Новоженовтың исемен йөрөтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал