6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тормош сәскәләре һорау аҫтында
15.08.06


       Бөгөн балалар - "тормош сәскәләре" һәм шатлыҡ ҡына түгел , ҡайһы бер ваҡытта - бөйөк мөғжизә лә. Балаларҙың мөмкин тиклем күберәк булыуын теләргә лә бит, тик бына күп тапҡыр властың иң юғары эшелонында ла яңғыраған был теләк халыҡ
       араһында тейешле хуплау тапмай. Һәм бының яҡшы аңлашылған с әбәптәре бар, уларҙың береһе - дәүләт яғынан лайыҡлы субсидиялар булмауы. Баланың һаулығын һаҡлау, кәрәк була ҡалһа, квалификациялы ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү ҙә мөһим һорауҙар рәтендә ҡала. Республикала киң йәйелдерелгән "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проекты менән бергә билдәләнгән мәсьәләләр хәл ителер тип ышанғы килә.
       Башҡортостанда демографик хәлдең аҡрынлап юлға һалына
       барыуы күренә. Тыуым һаны артмаһа ла, балаларҙың үлем осрағы кәмей.
       2006 йылдың алты айында республикала 18 735 ҡатын - ҡыҙ ә сә булыу бәхетенә ирешкән. Барыһы 18 866 сабый донъяға килгә н. Был турала үҙенең сығышында БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов әйтте. Ошоға бәйле, Рәсәй Федерацияһының бал алар дауаханалары араһында балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса үҙенең алдынғы урын биләүен тағы бер тапҡыр
       иҫбатлаусы, өҫтәүенә 2005 йылда "Иң яҡшы балалар дауаханаһы " исеменә лайыҡ булыусы Республика балалар клиник дауаханаһын тағы бер тапҡыр телгә алып үтергә кәрәк.
       "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проекты намыҫлы рәүештә балалар
       проблемаларын хәл итергә тырыша. Шәмиғолов белдереүенсә, проектҡа ярашлы, беренсел звеноға ҡараусы 114 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының поликлиника хеҙмәте, шул иҫәптән ауырлы
       һәм бала табыу ваҡытында ҡатын - ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеүсе 64 учреждениеның ресурстар базаһы нығытыла. Күпселек ошо арҡала балаларҙың үлеме осрағы күрһәткестәре аҡрынлап кәмей:
       бөгөн был һан 1000 яңы тыуған балаға 11,4 бала тура килә, ү ткән йылда ул 12,5 булған.
       - 2006 йыл башынан бала табыу учреждениелары бала тыуыу сертификаттары буйынса 123 578 000 һум алды. Был аҡса хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәренә, бала табыу йорттары һәм ҡатын - ҡыҙҙар консультацияларында эшләүселәргә хеҙмәт хаҡы түләү,
       ҡорамалдар һәм дарыу пепараттары алыуға тотонола, - тип һөйләй Фәнил Шәмиғолов.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә бала табыу учреждениеларына йүнәлтелгән өҫтәмә средстволар әсәләргә һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген артабан да арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өҫтәмә дарыу менән тәьмин ителеште тормошҡа ашырыу әлегә тотҡарлыҡ кисерә. Бушлай рецептар буйынса бирелгән дауалау средстволары һәм етештереүселәрҙең d`p{s препараттары менән тулы күләмдә тәьмин итеү
       мөмкинселектәре араһында тап килмәүсәнлек һаҡланыуын дауам итә.
       Быйыл донъяға килгән сабыйҙар барыһы ла тыумыштан мөмкин булған гипотиреоз һәм фенилкетонурияға тикшереү үткән. Беренсе июндән башлап 3,5 меңдән ашыу балаға муковисцидоз, а дреногениталь синдромға тикшереү үткәрелгән. Шәмиғолов яҡын арала 1 153 000 кеше бөгөнгө көнгә иң көнүҙәк булған
       инфекцияларға ҡаршы өҫтәмә иммунлаштырыу үтәсәк, ә республикала яңы тыуған балаларҙың барыһы ла тағы өс тыумыштан мөмкин булған сиргә өҫтәмә тикшереү үтәсәк, тип билдәләне.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры тағы ла "балаларҙы В вируслы гепатитҡа ҡаршы иммунлаштырыуҙың ике этабы ойошҡан рәүештә, тотҡарлыҡһыҙ үтеүен" белдерҙе. "Ҡыҙамыҡҡа ҡаршы 25 000 доза вакцина ҡайтарылған һәм ул таратып бирелә".
       Балалар өсөн санатор - курорт дауалауын да үҙ эсенә алған
       ял ойоштороу - "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проектының тағы бе р мөһим өлөшө. Быйыл РФ һәм БР Хөкүмәте ҡарарҙарына ярашлы, б алалар (шул иҫәптән хроник сирлеләр ҙә), етем студенттар өсөн йәйге сәләмәтләндереү ойошторолған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал