6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Хаталарға юл ҡуймайыҡ
10.08.06


       - Башта наҙанлыҡ күҙгә ташлана, ҡолаҡты ярып инә, һуңынан уға шул тиклем өйрәнәһең, хатта иғтибар ҙа итмәй башлайһың. Миңә ҡайһы ваҡыт беҙ тиҙҙән ҡоймаларҙа яҙылған һүҙҙәр менән һөйләшә башларбыҙ кеүек тойола! - тип борсолоуын белдерә ун биш йыл элек Риганан Өфөгә күсеп ҡайтҡан таныш ҡатын.
       Баш ҡалабыҙ ҡағиҙәләргә һәм тел нормаларына иғтибарһыҙлыҡ
       ауырыуы менән зарарланған тип әйтергә мөмкин, күпселек осраҡта зыян күреүсе - рус теленән башҡорт теленә тәржемәләр
       һәм киреһенсә. Өфөлә йәшәүсе халыҡтың был хәлгә битараф булмауы ғына был яҙыуҙарҙың төҙәтелеүенә өмөт уята. Баш ҡала
       мэрияһы һәм республиканың " БР халыҡтары телдәре тураһында"
       законын тормошҡа ашырыу буйынса эш комиссияһы "Хатаһыҙ ҡала" акцияһын иғлан итеп тә өлгөрҙө, өс ай эсендә үткер күҙ ле һәм иғтибарлы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙҙәрен уратып алғ ан
       һүҙҙәр һәм фразаларға ҡарата йөҙләгән иҫкәрмә белдерҙе лә инде. Айырыуса студенттар әүҙем - улар электрон почтаны үҙләштереп, орфографик һәм грамматик хаталарҙы фотоға төшөрөп ебәреүҙе хуп күрә. Өлкәнерәктәр иһә был эшкә төплөрәк ҡарашта - акцияның "почта йәшнигендә" һөт, ҡымыҙ, кефир һәм минераль һыу һауыттарындағы яҙмаларҙағы хаталарҙан төҙөлгән тотош бер портфолио йыйылған. Хаталар бик күп. Өфөнөң Мәҙәниәт йорто туҡталышындағы "Дворец городской культуры" үҙе ни тора! "Цурюпалағы аптека" ла клиенттарын шатландырыуын дауам итә.
       Шуныһы аптырата, ошо һәм башҡа яҙмаларҙы ижад итеүселәргә хатаһын бармаҡ менән төртөп күрһәтмәйенсә, улар үҙҙәрен
       хаҡлы тип һанай. Ул ғына ла түгел, бәхәсләшергә лә әҙерҙәр. Йәл, әммә хатаһыҙ яҙыуға мода беҙгә һаман да килеп етмәй әле . Иң таралған яуап - "шулай тип әйтелә бит!", тимәк, дөрөҫ, йәнәһе. Әйткәндәй, вывескаларында хата табылған ойошмалар ул арҙы
       төҙәтеүгә теләп тотона.
       Июнь айында ғына баш ҡала хакимиәтендә ҡаланың 1532 объектында хаталар тикшереүгә йомғаҡ яһалды. Илленән ашыу эшсе төркөм уҡытыусылар, журналистар, филологтарҙың ярҙамы м енән рус һәм башҡорт телендәге сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары вывескаларын, туҡталыш исемдәрен тикшерҙе. Р айон хакимиәте хеҙмәткәрҙәре айырым лингвистик эҙләү эше
       алып бара - бына Совет районында, мәҫәлән, сауҙа һәм түләүл е хеҙмәтләндереү бүлегенең "шиксел" белгестәре генә эксперти за өсөн 195 - тән ашыу фотодокумент төшөргән.
       "Хатаһыҙ ҡала" акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. Йыл аҙағында мэрия иң иғтибарлыларҙы телевизор, фотоаппарат һәм кеҫә телефоны менән бүләкләргә вәғәҙә итә.
       Күҙгә салынған барлыҡ орфографик һәм башҡа хаталар хаҡында
       79-05-00 телефоны буйынса хәбәр итергә, ҡала хакимиәте адресы буйынса 506-сы бүлмәгә "Хатаһыҙ ҡала" билдәһе менән ф ото ебәрергә мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыбыҙҙың да т елебеҙ таҙалығы өсөн көрәшергә - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеүгә баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарҙы дөрөҫ итеп яҙылған вывескалар менән ҡаршы алыуына өлөш индерергә мөмкинселегебеҙ бар.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал