6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Йә тиҙ йөрөүсе, йә үле
08.08.06


       Беҙҙең заманда ике төр генә йәйәүлеләр булыуы мөмкин: тиҙ йөрөүсе һәм үле...
       Ҡалалағы урам хәрәкәтендә ҡатнашыусылар водителдәргә һәм йәйәүлеләргә бүленә. Улар араһында дуҫлыҡ һәм аңлашыу тойғоһо булғаны юҡ һәм яҡын арала уларҙың үҙ - ара мөнәсәбәт е яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип өмөтләнергә лә тура килмәй. Ике яҡт а
       ла үҙемде һынаған кеше булараҡ, мин һәр кемдең руль артына
       ултырыу менән "атһыҙҙарҙы" күрә алмай башлауын ышаныс менән әйтә алам. Шул уҡ кеше йәйәүлеләр рәтенә инһә,
       водителдәрҙе һүгә башай. Һуңғыларын юҡҡа ғына "кәзә тәкәһе"
       тип әрләмәйҙәр инде, әммә йәйәүлеләр ҙә "һарыҡ" исемен лайыҡлы рәүештә йөрөтә.
       Әмәлгә ҡалғандай, ошо көндәрҙә йәйәүлеләрҙе төрлө класҡа
       бүлеүсе яҙмаға тап булдым, уның ҡайһы бер өҙөктәре менән килешмәү мөмкин түгел: "Иң тәүҙә йәйәүлеләр ике төп төркөмгә
       бүленә: хәүефһеҙ йәйәүле ( мәҫәлән, ер аҫты йәйәүлеһе, өйрәтелгән йәйәүле, ҡурҡаҡ йәйәүле һ.б.) һәм башһыҙ йәйәүле . Һуңғылары иҫәбендә айырылып тороусылар:
       - мәғәнәһеҙ: йәше билдәһеҙ, бер йәки бер нисә сумка йөкмәгән ҡатын. Юл аша даими тиҙлек менән, тулыһынса илергән
       ҡиәфәттә, бер яҡҡа ла башын бороп ҡарамайынса үтә.
       - күҙенә аҡ - ҡара күренмәй йүгереүсе: пенсия йәшендәге ҡатын, йыш ҡына таяҡ менән ҡораллана. Тирә - яҡҡа ҡаңғырған ҡараш ташлай, юлды ҡасан үтерен әйтеүе ҡыйын. Саҡ ҡына хәүеф билдәһе барлыҡҡа килһә, машина юлында йүгергеләй башлай.
       - суицидаль алкаш: ғәҙәттә, әрпеш кейенгән, йәшен аныҡ ҡы на билдәләп булмаған ир - ат. Юл аша үҙгәреүсән тиҙлектә, сә йер һәм күҙаллап булмаған траектория буйынса үтә. Үҙе һымаҡтар
       кампанияһында булыуы мөмкин. Юл уртаһында ҡапыл йығылырға, һуңынан оҙаҡ ҡына торорға маташыуы ихтимал.
       - балалар: ғәҙәттә, малайҙар. Уларға хас һыҙат - башһыҙлы ҡ. Юлға төркөмдәре менән йүгереп сығыуҙары, ҡайһы ваҡытта автотранспорт ағымы буйлап барыуҙары, баҫтырышып уйнауҙары м өмкин. Хәрәкәт итеү траекторияһын күҙаллау мөмкин түгел.
       Практика күрһәтеүенсә һәм статистика раҫлауынса, юл -
       транспорт фажиғәләренә йышыраҡ ҡарттар, балалар һәм иҫеректәр эләгә. Үткән аҙнаға милиция мәғлүмәттәрен асам, өс көндә үлем менән тамамланған юл - транспорт фажиғәләренә күҙ
       һалам. Дүшәмбе: "Мәләүез районы, Өфө - Ырымбур юлының
       189 - сы километры. Гражданин Ж. ВАЗ - 21099 автомобилендә юлда УЛТЫРЫУСЫ 1978 - се йылғы Д.- ны бәрҙерә..."
       Шишәмбе: "Стәрлетамаҡ. Көнбайыш урамы, АЗС ҡаршыһында КамАЗ машинаһына идара итеүсе гражданин О. юл аша йүгереп
       сығып барыусы 1999 йылғы М. - ды тапата..."
       Кесаҙна: Дүртөйлө районы, Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер өҫтөндә ИЖ - 2126 автомобиленә идара итеүсе гражданин С. көтмәгәндә юл өҫтөнә килеп сыҡҡан 1928 - се йылғы йәйәүле
       З. - ны тапай..."
       Көн һайын тип әйтерлек беҙ светофорға тиклем бер нисә мет р үтеү урынына транспорт ағымында "буш урын" барлыҡҡа килеүе н көтөүселәрҙе күрәбеҙ. Йәки бына юл аша ҡулына йәш балаһын
       күтәргән әсә йүгерә, өлкәнерәге уның итәгенә йәбешкән.
       БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, 2005 йылдың тәүге алты айында республикала 850 йәйәүлене машина тапау осрағы теркәлгән, 79 кеше һәләк булған һәм 831 кеше йәрәхәттәр алған. Юл
       ваҡиғаларын тикшереү йәйәүлеләрҙең яртыһының тип әйтерлек ү ҙ ғәйебе буйынса зыян күреүе тураһында һөйләй. Рәсәй күләмендә юл ваҡиғаларының 30 - 60 процентында йәйәүлеләр "инициатор" булып сығыш яһай. 2005 йылда юл фажиғәһендә һәләк булған 34 мең кешенең 14 меңе йәйәүле булыуы билдәле. Сағыштырыу өсөн: АҠШ - та 42 мең юл ҡорбанының ( унда халыҡ та ике тапҡыр күберәк булыуын онотмағыҙ) дүрт меңе генә йәйәүле.
       Ҡайһыбыҙҙан ғына һорама - барыбыҙ ҙа юлда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында беләбеҙ, буғай. Әммә туҡталыштарға
       күҙ һалһаң, был кешеләр барыһы ла мәктәптә уҡығанлығына, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге төшөнсәләрен өйрәнеүенә ышаныуы ҡыйын. Юл аша тура мөйөш буйынса түгел, ә диагональ буйынса үтеүҙәренә йыш шаһит булырға тура килә. Бер осраҡ минең йәйәүлеләргә ышанысымды тулыһынса юҡҡа сығарҙы. Алдымда ҡапыл әллә иҫерек, әллә ошондай юл менән үҙ - үҙенә ҡул һалырға йыйынған ҡатын пәйҙә булды. Яҡынлашып килгән машинаға ул әйләнеп тә ҡараманы. Бик үк шәп бармауым ғына
       миңә уны урап үтергә мөмкинселек бирҙе. Һәм тағы ла. Яңы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән ҡыҙыҡһыныусылар йәйәүлеләргә ҡағылған пунктҡа иғтибар иткәндер, моғайын:
       "Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юл ситендә хәрәкәт итеүсе
       йәйәүлеләргә үҙе менән яҡтылыҡты сағылдырыусы предмет алырға һәм был предметтарҙың водителдәргә күренеүен тәьмин и теү тәҡдим ителә". Тәү ҡарамаҡҡа көлкө һымаҡ, әммә төндә трасса буйлап барыусы водителгә ысынлап та һуңғы мәлгә тиклем юл ситендә барған йәйәүле күренмәй. Быға ышаныу өсөн үҙеңә руль артына ултырып ҡарау етә.
       Үҙгәрештәр кисергән юл ҡағиҙәләрендә машинаға үҙаллы "кенгурятник" ҡуйыуҙы тыйған пункт та бар, яңы ГОСТ буйынса бампер алдындағы был металл дуға резина йәки башҡа эластик
       материал менән уратылырға тейеш. Хәйер, был "йомшартыуҙың" йәйәүлегә файҙаһы тейерме икән һуң Европала юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың иң һаҡланмағандарының хәүефһеҙлеген арттырыу өҫтөндә етди эш бара. Мәҫәлән, автомобиль етештереүселәр автомобиль капоты һәм бамперҙарына тышҡы
       яҡтан хәүефһеҙлек мендәрҙәре ҡуйыу өҫтөндә эшләй.
       Әммә машинаны ни тиклем мендәрҙәр менән ҡаплаһаң да йәйәүлеләргә водителдәргә ҡарағанда ҡыйынғараҡ тура килә. Шуға күрә "атһыҙҙарға" юл һәләкәттәренә эләкмәү хәйерлерәк. Ҡағиҙә боҙоу өсөн яза сифатында 50 һумдан 300 һумға тиклем штраф ҡаралған. Әммә гаишниктар водителдәр иҫәбенә "туҡланыуҙы" хуп күрә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал